Эстәлеккә күсергә

Маршалл Утрауҙары: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәхит (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
ә Баныу Маршалл утрауҙары битенең исемен йүнәлтеү өҫтөнән үҙгәртте. Яңы исеме: Маршалл Утрауҙары: Утрау дәүләт исеме составында
(айырмалар юҡ)

13:27, 9 ғинуар 2023 өлгөһө

Маршалл Утрауҙары Республикаһы
Aolepān Aorōkin M̧ajeļ (марш.)
Republic of the Marshall Islands (ингл.)
Маршалл Утрауҙары гербы
Флаг
Девиз: «Jepilpilin ke ejukaan (Дөйөм тырышлыҡ менән ҡаҙаныш, маршал)»
Гимн: «Forever Marshall Islands»
Үҙаллылыҡ датаһы 21 октябрь 1986 ( АҠШ менән ирекле ассоциация)
Рәсми телдәр инглизсә һәм маршалл теле[d]
Баш ҡала Маджуро
Эре ҡалалар Маджуро
Идара итеү төрө Республика
Президент

Вице-президент

Кристофер Лоик
Территория
• Бөтәһе
213
181 км²
Халыҡ
• Һаны (2008)
• Халыҡ тығыҙлығы

56 429 чел. (205)
326 чел./км²
Валюта
Интернет-домен .mh
Код ISO MH
МОК коды MHL
Телефон коды +692
Сәғәт бүлкәте 12

Маршалл утрауҙары (марш. Ṃajeḷ[2]), рәсми рәүештә Маршалл утрауҙары Республикаһы (марш. Aolepān Aorōkin Ṃajeḷ, ингл. Republic of the Marshall Islands) — Микронезиялағы Тымыҡ океан дәүләте, Америка Ҡушма Штаттары менән ассоциациялана. Көнбайышта һәм көньяҡ-көнбайышта Микронезия Федератив Штаттары, көньяҡта Кирибати һыуҙары, ҡалған өлөшөндә Тымыҡ океандың асыҡ диңгеҙе менән сиктәш. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 370,4 км. Маршалл утрауҙары Республикаһы Маршалл Утрауҙары архипелагының Ралик һәм Ратак сылбырынан торған 29 атоллында һәм 5 утрауында урынлашҡан. Дөйөм ҡоро ер майҙаны — 181,3 км²; лагуналар менән ҡапланған майҙан — 11 673 км². Маршалл утрауҙарында 2018 йылдың ноябренә ҡарата 57 045 кеше йәшәй[3]. Баш ҡалаһы — Маджуро.

Европалылар күргән беренсе утрау Бокак атоллы, уны 1526 йылда испан диңгеҙҙә йөҙөүсеһе Алонсо де Саласар аса. Артабан Маршалл утрауҙары сиратлап төрлө колониаль державалар территорияһына әүерелә: 1886 йылда — Германия, 1914 йылда — Япония (ул Беренсе донъя һуғышынан һуң да утрауҙар менән Милләттәр Лигаһы мандаты аҫтында идара итеүен дауам итә), 1947 йылда — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарамағындағы АҠШ етәкселегендәге территория составына индерелә. Дәүләт булараҡ Маршалл утрауҙары 1983 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Тымыҡ океан утрауҙары биләмәһен бүлеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1986 йылдан утрауҙар АҠШ менән «ирекле бәйләнештә» тора. Маршалл утрауҙары Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Тымыҡ океан берләшмәһе ағзаһы булып тора[4].

Этимологияһы

Маршалл утрауҙары британ капитаны Джон Маршалл хөрмәтенә атала[4] (шулай уҡ Уильям Маршалл булараҡ билдәле[5]. Ул капитан Томас Гилберт (уның хөрмәтенә күрше утрауҙар атала) менән бергә 1788 йылда тотҡондарҙы Яңы Көньяҡ Уэльсҡа алып барғанда архипелагты тикшерә[5].

Географияһы

Дөйөм география

Маршалл утрауҙарының йыһан юлдашынан төшөрөлгән һүрәте. 1999 йылдың марты
Утрауҙар картаһы

Маршалл утрауҙары — Тымыҡ океанда экваторҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан атоллдар һәм утрауҙар тупланмаһы. Илдең баш ҡалаһы Маджуро АҠШ-тың Гавайи штатының административ үҙәге Гонолулу ҡалаһынан көнбайышҡа табан 3438 км алыҫлыҡта, Японияның баш ҡалаһы Токионан көньяҡ-көнсығышҡа табан 3701 км һәм Төньяҡ Мариана утрауҙарының баш ҡалаһы Сайпан ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 3241 км алыҫлыҡта урынлашҡан[6]. Иң яҡын архипелагтар — Каролина утрауҙары (улар Федератив Микронезия штаттарына ҡарай һәм Маршалл утрауҙарынан көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан) һәм көньяҡ-көнсығышта ятҡан, Кирибати Республикаһына ҡараған Гилберт утрауҙары[7].

Маршалл утрауҙарының ҡоро ер майҙаны ни бары 181,3 км² тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта лагуналар биләгән майҙан — 11 673 км²[8]. Ил 29 атолл һәм 5 алыҫ утрауҙа урынлашҡан, улар ике төркөмгә бүленә: Ралик сылбырындағы 18 утрау (маршалл теленән «ҡояш байышы»[9]) һәм Ратак сылбырындағы 16 утрау (йәки Радак; маршалл теленән тәржемә ителгән «ҡояш сығышы»[9]). Ике сылбыр ҙа бер-береһенән яҡынса 250 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан һәм төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1200 саҡрым самаһы һуҙыла[7]. Иң мөһим утрауҙар — Кваджалейн һәм Маджуро атолдары. Маршалл утрауҙары Республикаһының иң ҙур утрауы — Кваджалейн шулай уҡ донъялағы иң ҙур лагуналы атолл булып тора[7][10]. Илдең иң юғары нөктәһе Ликиеп атолендә урынлашҡан, ул — 10 метр[8].

Маршалл утрауҙары Республикаһының иң төньяҡ утрауы — Ратак сылбырындағы Бокак утрауы (йәки Таонги), ул бәхәсле Уэйк атоленән төньяҡ-көнбайышҡа табан 280 км алыҫлыҡта урынлашҡан, әлеге ваҡытта ул АҠШ хакимиәте аҫтында. Маршал утрауҙарының иң көньяҡ утрауы — Эбон атоле, иң көнбайышы — Уджеланг (улар икеһе лә Ралик сылбырында урынлашҡан), иң көнсығышы — Ратак сылбырындағы Нокс.

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/australasia
  2. Dictionary — marshallese.org
  3. Численность населения Маршалловых Островов. // Countrymeters.info. Дата обращения: 7 ноябрь 2018. Архивировано 8 ноябрь 2018 года.
  4. 4,0 4,1 Cahoon, Ben. Marshall Islands (ингл.). World Statesmen.Org (2000). Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 10 август 2011 года.
  5. 5,0 5,1 John Marshall (explorer). (ингл.). Msn Encarta. Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 23 ғинуар 2012 года.
  6. Marshall Islands. Location, size, and extent. (ингл.). Encyclopedia of the Nations. Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.
  7. 7,0 7,1 7,2 Marshall Islands. (ингл.). Oceandots.com. Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 10 август 2011 года.
  8. 8,0 8,1 Marshall Islands. (ингл.). CIA. The World Fact Book. Дата обращения: 4 май 2008. Архивировано 11 июль 2010 года.
  9. 9,0 9,1 Geography (ингл.) (недоступная ссылка — история). Embassy of the Republic of the Marshall Islands in USA, Washington D.C.. Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 10 август 2011 года.
  10. Kwajalein Atoll. (ингл.) (недоступная ссылка — история). Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 11 август 2011 года.

Һылтанмалар

Инглиз телендә һылтанмалар

Урыҫ телендә һылтанмалар