Эстәлеккә күсергә

Бөртэ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
05:07, 29 август 2023 өлгөһө; Akkashka (фекер алышыу | өлөш) (Биографияһы)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Бөртэ
монг. ᠪᠥᠷᠲᠡ
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Монгол империяһы
Титул королева[d]
Тыуған көнө 1161[1]
Тыуған урыны Хэнтий[d], Монголия
Вафат булған көнө 1230
Вафат булған урыны Аварга[d], Монгол империяһы
Атаһы Дэй-Сечен[d]
Әсәһе Цотан[d]
Бер туғандары Алчи[d]
Хәләл ефете Сыңғыҙхан
Балалары Джучи[d], Сағатай, Үгеҙәй, Толуй[d], Ходжин-Бэги[d], Алагай[d], Тумэлун[d], Чечейген[d] һәм Алталун[d]
Нәҫеле Ҡунғыраттар
 Бөртэ Викимилектә

Бөртэ-фужин, Бөрте-учжин (монг. Бөртэ үжин; кит. Фуджин — «госпожа»[2]; 1161[3] — 1230[4]) — Темужиндың өлкән ҡатыны; Ҡуңғыраттар ырыуынан Дэй-Сечендең (Дай-нойон) һәм уның ҡатыны Цотандың ҡыҙы.

«Күңел түрендәге хикәйт»кә («Сокровенное сказание монголов») ярашлы, башта Темужиндың атаһы Есугей улына олхонут ҡәбиләһенән, үҙенең ҡатыны Оэлундың ырыуынан, кәләш алырға йыйынған булған. Дэй-Сечен осраҡлы ғына үҙенең Темужиндан бер йәшкә олораҡ ун йәшлек ҡыҙы Бөртэне ҡоҙаларға тәҡдим итә[5]. Рәшит әд-Диндең «Йылъяҙмалар йыйынтығы» хикәйәһе буйынса, Бөртэнең атаһы ҡыҙын кейәүгә биреүгә арҡыры төшкән, ә Бөртенең ҡустыһы Алсы, киреһенсә, апаһын Темужинға бирергә тырышҡан[6]. Есугейға ла ҡыҙ оҡшай, шуға улын «кейәү итеп» ҡалдырып китә. Һуңғараҡ, үлем түшәгенә ятҡан Есугейҙың тәүге балаһын бик һағынғаны менән аңлатып, уның дуҫы һәм туғаны Мунлик Темужинды барып ала[5] .

Бер нисә йылдан, тайжиут әсирлегенән ҡотҡарылғандан һуң, Темужин ҡуңғыраттарҙың туҡталыу урынын (стойбище) эҙләп табып, Бөртэгә өйләнә. Бөртэнең әсәһе Цотан ҡыҙына эсе-тышы кеш тиреһенән тегелгән тун (доха) бүләк иткән, һуңғараҡ Темужин, Есугей менән туғанлашыуын иҫкә төшөрөү маҡсатынан сығып микән, уны кәрәйеттәр ханы Тоорил Ванға бүләк иткән. Меркиттәр, уларҙың яугире Чиледуҙан Оэлунды Есугейҙың тартып алыуына ҡарата һуңлаған үс алыу теләгенәндер, Бөртэне урлап алғаны Темужинға ныҡ ярҙам иткән. Селенгалағы был "Торян һуғышы"нда (Л. Н. Гумилёв әйтмешләй)[7]) Темужин, кәрәйеттәр һәм Жамуха менән меркиттәҙе тар-мар итеп, Бөртэне азат иткән[8]. Рәшит әд-Дин ваҡиғаларҙың икенсе версияһын тапшыра: меркиттәр Бортэне урлаған һәм Ван-ханға ебәргән, ул уны «ғиффәтлелек шаршауы артында һаҡлаған» һәм Темужинға кире ҡайтарған[9][10].

Башҡа ҡатындарҙан айырмалы, Бөртэ иренең күп һанлы хәрби походтарында эйәреп йөрөмәгән, Монголияла, тыуған ерендә, ҡалыуға өҫтөнлөк биргән, ҡайныһының энеһе, ҡайнағаһы Тэмугегә (отчигин) Сыңғыҙхан ғаиләһенең шәхси йорто менән идара итергә ярҙам иткән[11]. Элгәрге татар ҡәбиләһе ерҙәре лә Бөртэ ҡулына күскән[12].

Бөртэ Темужин-Сыңғыҙхандың дүрт улының (Жучи, Сығатай, Үгәҙәй, Толуй) һәм биш ҡыҙының (Хожин-бәги, Чәчәйгән, Алағай-бәки, Тәмүлән, Алталун) әсәһе була[13]).

Бөртэнең артабанғы яҙмышы тураһында аҙ билдәле. Америка тарихсыһы Дж. Уэзерфорд, монголдарҙың ауыҙ-тел йолаһына һылтанып, Бөртэ ҡалған ғүмерен империя баш ҡалаһы Аваргела үткәреп, 1219 һәм 1224 йылдар араһында үлгән, тип фаразлай[14].

1266 йылда уның ейәне Хубилай, үлгәндән һуң Бөртэгә Гуан-сянь хуанхоу — «яҡтылыҡ бүләк ителгән батшабикә» титулын биргән[15].

Бөртэ И. К. Калашниковтың «Жестокий век» (1978) романы персонажы.

  1. Börte // https://pantheon.world/profile/person/Börte
  2. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 1, кн. 1. — С. 140, прим. 4. Архивировано 20 июль 2019 года.
  3. 1162 йылды Сыңғыҙхандың тыуған йылы тип алғанда
  4. Загадки истории. Рубрика «История одной любви». Троянская война Чингисхана. zagadki-istorii.ru. Дата обращения: 1 февраль 2021. Архивировано 13 февраль 2021 года.
  5. 5,0 5,1 Юань Чао Би Ши. §§ 61—69 // Сокровенное сказание или Монгольский обыденный изборник. Монгольская хроника 1240 г. под названием Mongrol-un Niruca tobciyan / Пер. С. А. Козина. — М.-Л., 1941. Архивировано 19 июль 2019 года.
  6. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 1, кн. 1. — С. 162.
  7. Гумилёв Л. Н. Поиски вымышленного царства (Легенда о «государстве пресвитера Иоанна»). — М.: Айрис-пресс, 2002. — С. 149. — ISBN 5-8112-0021-8.
  8. Сокровенное сказание. §§ 98—111. Архивировано 19 июль 2019 года.
  9. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 1, кн. 1. — С. 115.
  10. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 1, кн. 2. — С. 68. Архивировано 20 июль 2019 года.
  11. Ratchnevsky, Paul. Genghis Khan: His Life and Legacy (инг.). — Blackwell Publishing, 1991. — P. 164—165. — ISBN 0-631-16785-4.
  12. Weatherford. The Secret History of the Mongol Queens (инг.). — P. 28.
  13. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 1, кн. 2. — С. 70.
  14. Уэзерфорд, Джек. Чингисхан и рождение современного мира / Пер. с англ. Е. Лихтенштейна. — М.-Владимир: АСТ: ВКТ, 2008. — С. 93. — 493 с. — ISBN 9785170484867. Архивировано 17 август 2022 года.
  15. Золотая Орда в источниках. В 5 томах / Ред. Храпачевский, Р.П.. — М.: ППП «Типография „Наука“», 2009. — Т. III: Китайские и монгольские источники. — 336 с. — (Материалы для истории Золотой Орды или улуса Джучи).

Ҡалып:Правительницы Монгольской империи Ҡалып:Чингисхан Ҡалып:Сокровенное сказание монголов