Эстәлеккә күсергә

Ленин Владимир Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Ильич Ульянов (Ленин)
рус. Владимир Ильич Ленин
Владимир Ильич Ульянов (Ленин)
Флаг
Флаг
СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы председателе
30 декабрь 1922 — 21 ғинуар 1924
Дауамсы: Алексей Иванович Рыков
Флаг
Флаг
РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы председателе
8 ноябрь 1917 — 21 ғинуар 1924
Алдан килеүсе: вазифа раҫланған; Ваҡытлы хөкүмәт рәйес-министры Александр Фёдорович Керенский
Дауамсы: Алексей Иванович Рыков
 
Дине: Атеист
Тыуған: 10 (22) апрель 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Сембер, Рәсәй империяһы
Үлгән: 21 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (53 йәш)
Горки усадьбаһы, Суханов волосы, Подольск өйәҙе, Мәскәү губернаһы, СССР
Ерләнгән: Ленин мавзолейы, Мәскәү
Династия: Семья Ульяновых[d]
Исеме: рус. Владимир Ильич Ульянов
Атаһы: Илья Николаевич Ульянов
Әсәһе: Мария Александровна Ульянова
Ҡатыны: Надежда Константиновна Крупская
Партия: РСДРП → РКП(б) → ВКП(б)
Белеме: Ҡазан университеты, Петербург университеты
Профессияһы: Юрист
 
Автограф:
 
Наградалары:
Орден труда Хорезмской НСР

.

Влади́мир Ильич Ле́нин (төп фамилияһы Улья́нов; 10 апрель (яңыса 22 апрель 187021 ғинуар 1924 — совет дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, революционер, философ, марксист һәм публицист. Марксизм-ленинизм классиктарының береһе, Рәсәйҙә большевиктар партияһын ойоштороусы, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының (СССР һәм РСФСР хөкүмәтенең) председателе. Өсөнсө (Коммунистик) Интернационалды ойоштороусы һәм уның идеологы.

Биографияһы

Бала сағы, белеме һәм тәрбиәһе

Владимир Ильич Ульянов 1870 йылдың 10, яңы стиль буйынса 22 апрелендә Рәсәй Империяһының Сембер (урыҫса Симбирск, 1924 йылдан Ульяновск) ошо исемдәге губернаның халыҡ училищелары инспекторы ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Ульянов Илья Николаевич (18311886) сығышы менән Нижегород өлкәһе Сергач өйәҙенә ҡараған Андросово ауылынан, элекке крепостной крәҫтиән улы. Әсәһе — Мария Александровна Ульянова (ҡыҙ фамилияһы Бланк, 18351916), әсәһе яғынан швед-немец, атаһы яғынан, төрлө фараздар буйынса, украин, немец йә йәһүд тамырлы. Владимирҙың әсәһе яғынан ҡартатаһы Александр Дмитриевич Бланк, фараздарҙың береһенә ярашлы, православие ҡабул иткән (суҡынған) еврей булған[2][3]. Икенсе фараз буйынса, ул Екатерина II Рәсәйгә саҡырып килтергән немец колонистары ғаиләһенән[4]. Лениндың нәҫелен тикшергән совет яҙыусыһы Мариэтта Шагинян раҫлауынса, «Александр Бланк украин булған».

18791887 йылдарҙа Владимир Ульянов Семберҙәге беренсе классик гимназияла уҡый һәм, уны алтын миҙалға тамамлап, Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға инә. Үҙенең уҡыусыһының латинды һәм телде үҙләштереүҙәге ҙур уңыштары айҡанлы уға тарих-тел факультетына инергә кәңәш биргән гимназияның ул саҡтағы етәксеһе Ф. М. Керенский (Рәсәйҙең 1917 йылдарҙағы Ваҡытлы Хөкүмәте башлығы Александр Керенскийҙың атаһы) Володя Ульяновтың был аҙымын тәрән ҡәнәғәтһеҙлек менән ҡабул итә[5].

1878—1887 йылдарҙа В. И. Ленин йәшәгән бүлмә. Хәҙер Ульяновтар ғаиләһенең йорт-музейы

1887 йылға тиклем Владимир Ульяновтың ниндәйҙер революцион эшмәкәрлеге тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Был ваҡытҡа ул суҡынған була һәм 16 йәшенә тиклем урындағы православие дине ойошмаһына ҡарай. Уның диндән силәшеүе 1886 йылға тура килә тип фаразларға кәрәк[6]. Уның гимназиялағы Дин предметы буйынса билдәләре тик «отлично» була[7], ҡалған фәндәр буйынса ла шулай уҡ яҡшы уҡый. Уның өлгәргәнлек аттестатында бары бер «дүртле» билдәһе — логиканан була. Гимназияның 1885 йылғы уҡыусылары исемлегендә Владимир — «зирәк, тырыш һәм йыйнаҡ уҡыусы. Бар предметтар буйынса ла бик яҡшы өлгәшә. Үҙен өлгөлө тота» тип билдәләнгән. 1880 йылда уҡ, беренсе синыфты тамамлағандан һуң ул тәүге бүләккә лайыҡ була — уға тышлығына «Инсафлылыҡ һәм уңыштар өсөн» тип баҫып яҙылған китап менән маҡтау ҡағыҙы бирелә.

1887 йылдың 8 (20) майында уның өлкән ағаһы Александр Ульянов, император Александр III-не үлтерергә теләүселәр заговорында ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, үлем язаһына хөкүм ителә. Александрҙың революцион эшмәкәрлеге хаҡында бер ни белмәгән Ульяновтар ғаиләһе өсөн был оло ҡайғы була.

Ҡазан университетында Владимир студенттарҙың Лазарь Богораз етәкләгән «Халыҡ азатлығы» («Народная воля») тигән йәшерен түңәрәгенә йәлеп ителә. Өс айҙан һуң, университеттың яңы уставы айҡанлы сыҡҡан студенттар сыуалышында ҡатнашҡаны өсөн ул уҡыуҙан ҡыуыла[8]. Сыуалыштарҙан зыян күргән инспектор һүҙҙәренсә, Ульянов ғауғасы студенттарҙың беренсе рәтендә була.

Был ваҡиғаларҙан һуң икенсе төндә башҡа ҡырҡ студент менән бергә Владимир ҙа ҡулға алына. Улар барыһы ла университеттан ҡыуыла һәм һөргөнгә оҙатыла. Владимир Ульянов 1888—1889 йылдың ҡышына тиклем Ҡазан губернаһының Лайыш өйәҙе Кокушкино ауылында (хәҙер Татарстандың Питрәч районы Ленино-Кокушкино ауылы) йәшәй.

Тикшереү ваҡытында йәш Ульяновтың алда телгә алынған Богораз түңәрәге менә бәйләнеше асыҡланғанлыҡтан һәм уның ағаһының батшаға ҡаршы булғаны өсөн үлем язаһына тарттырылғанлыҡтан, ул полиция күҙәтеүе аҫтында булырға тейешле «ышанысһыҙҙар» исемлегенә эләгә. Шул сәбәптән уға универитетта уҡыуын дауам итергә рөхсәт ителмәй, әсәһенең был турала юллауҙары бер-бер артлы кире ҡағыла. Америка ғәлимы, Рәсәй тарихы белгесе Ричард Пайпс билдәләүенсә[9],

Был осорҙа Ленин күп уҡый. Ул 1860—1870 йылдарҙа сыҡҡан бөтә «прогрессив» журнал һәм китаптарҙы ентекләп өйрәнә, бигерәк тә Николай Чернышевский әҫәрҙәренә ныҡлы иғтибар бирә. Улар, Лениндың үҙ һүҙҙәре буйынса, уға мөһим йоғонто яһай. Был ваҡыт Ульяновтар ғаиләһе өсөн ауыр осор була: Семберҙә күптәр уларҙан ситләшә, улар язаланған террорсы ғаиләһе менән бәйләнеш полицияның кәрәкмәгән иғтибарын йәлеп итеренән ҡурҡа...

Революцион эшмәкәрлегенең башы

Владимир Ульянов Сембер гимназияһын тамамлаған 1887 йылда.

1888 йылдың көҙөндә Ульянов Ҡазанға ҡайтырға рөхсәт ала, һуңыраҡ Рәсәйҙә марксизмды тәүге пропагандалаусыларҙың береһе Николай Федосеев ойошторған түңәрәккә инә. Бында Карл Маркс, Фридрих Энгельс һәм Георгий Плеханов әҫәрҙәре өйрәнәләр һәм тикшерәләр. Был турала 1924 йылда Н. К. Крупская «Правда» гәзитендә түбәндәгеләрҙе яҙып сыға: «Плехановты Владимир Ильич мөкиббән булып ярата. Плеханов уның үҫешендә ҙур роль уйнай, дөрөҫ революцион ҡараш табырға ярҙам итә, шуға ла Плеханов уның өсөн оҙаҡ ваҡыт юғары өлгө (ореол) була: Плеханов менән хатта ваҡ ҡына айырымлыҡтарҙы ла ул ныҡ ауыр кисерҙе»[10].

1889 йылдың майында М. А. Ульянова Һамар губернаһына ҡараған Алакаевкала 83,5 дисәтинә (91,2 гектар) ер биләме булған именье һатып ала, һәм ғаилә шунда йәшәргә күсенә. Әсәһенең ныҡышмалы үтенесенә ҡаршы килә алмаған Владимир именье менән идара итеп ҡарай, әммә әллә ни эш ҡыра алмай[11]. Яҡын-тирәлә йәшәгән крәҫтиәндәр, яңы хужаларҙың тәжрибәһеҙлегенән файҙаланып, уларҙыңатын һәм ике һыйырын урлап алып китә[11]. Һөҙәмтәлә Ульянова башта ер биләмәһен, аҙаҡтан өйөн дә һата[11]. Совет заманында был ауылда Лениндың йорт-музейы булдырыла[12].

1889 йылдың көҙөндә Ульяновтар ғаиләһе Һамар ҡалаһына күсенә. Ленин бында ла урындағы революционерҙар менән бәйләнеш тота.

Ричард Пайпс фекренсә, 1887—1891 йылдар арауығында йәш Ульянов, язалап үлтерелгән ағаһы артынан «Халыҡ азатлығы» («Народная воля») яҡлы булып китә. Ҡазанда һәм Һамарҙа уның ағзаларын махсус эҙләп таба, уларҙан был ваҡытта «һөнәри революционерҙарҙың» конспирациялы һәм дисциплиналы ойошмаһы булып күренгән ошо хәрәкәттең практик эшмәкәрлеге хаҡында белешмә ала.

1890 йылда властар йомшара һәм Владимир Ульяновҡа экстерн рәүешендәгә имтиханға әҙерләнергә рөхсәт бирә. 1891 йылдың ноябрендә Ленин Петербург университетының юридик факультеты курсы буйынса экстерн формала имтихан тапшыра[13]. Бынан һуң ул иҡтисад темаһына бик күп хеҙмәттәр өйрәнә, бигерәк тә ауыл хужалығы буйынса земство отчеттарына ҙур иғтибар бүлә.

18921893 йылдар барышында Плеханов хеҙмәттәренең ныҡлы тәьҫире аҫтында Лениндың фекерҙәре «Халыҡ азатлығы» («Народная воля») хәрәкәте ҡараштарынан социал-демократик йүнәлешкә үҙгәрә башлай. Ул 1893 йылда уҡ ваҡыты өсөн яңы булған доктрина эшләй: унда халҡының биштән дүрт өлөшө крәҫтиәндәр булған Рәсәй «капиталистик ил» итеп иғлан ителә. Ленинизмдың төп ҡараштары (кредоһы) 1894 йылда тулыһынса формалаша: «рус эшсеһе, барлыҡ демократик элементтарҙы етәкләүгә күтәрелеп, абсолютизмды ҡолатасаҡ һәм рус пролетариатын бөтә илдәрҙең пролетарийҙары менән бергә асыҡ сәйәси көрәш юлынан еңеүле коммунистик революцияға алып барасаҡ».

Тикшеренеүсе М. С. Восленский «Номенклатура» хеҙмәтендә билдәләүенсә,

Яңы етештереү мөнәсәбәттәре өсөн материал шарттар өлгөрөү-өлгөрмәүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә революцияға өлгәшеү Лениндың бынан һуңғы тормошоноң төп практик маҡсатына әүерелә.

Ул ваҡыттағы башҡа рус марксистары өсөн тотҡарлыҡ һәм ҡамасау тыуҙырған нәмә лә йәш кешене уңайһыҙландырмай. Ярар, Рәсәй артта ҡалған, тей, уның пролетариаты көсһөҙ, тей, Рәсәй капитализмы әлегә үҙенең барлыҡ етештереү көстәрен йәйелдермәгән — эш бында түгел. Мөһиме — революция яһау!

... «Ер һәм ирек» («Земля и воля») тәжрибәһе күрһәтеүенсә, крәҫтиәндәргә революцияның төп көсө булараҡ ышаныу үҙен аҡламаны. Ниндәйҙер ҙур синыфҡа таянмай батша дәүләтен әйләндереп ташлау өсөн бер төркөм революцион интеллигенция бигерәк аҙ һанлы булды: «народниктар» террорының һөҙөмтәһеҙлеге быны бөтә асыҡлығы менән күрһәтте. XIX һәм XX быуаттар сигендә һан яғынан тиҙ үҫкән пролетариат ҡына ул шарттарҙа Рәсәйҙә бындай ҙур синыф була алыр ине. Производствоға тупланыуы һәм хеҙмәт шарттары тыуҙырған тәртиплелеге арҡаһында эшселәр синыфы йәшәп килгән ҡоролошто ҡолатыу өсөн төп көс итеп ҡулланылырлыҡ иң яҡшы социаль ҡатлам.

1892—1893 йылдарҙа Владимир Ульянов Һамарҙа адвокат ярҙамсыһы була, башлыса енәйәт эштәре алып бара»[14].

1893 йылда Ленин Санкт-Петербургка күсә һәм адвокат ярҙамсыһы хеҙмәтен дауам итә[15]. Петербургта ул марксистик политэкономия проблемалары, рус азатлыҡ хәрәкәте тарихы, Рәсәй империяһы ауылдары һәм сәнәғәтенең реформанан һуң капиталистик эволюция тарихтары буйынса хеҙмәттәр яҙа. Уларҙың бер өлөшө легаль донъя күрә. Был ваҡытта шулай уҡ социал-демократик партия программаһын эшләй. В. И. Лениндың публицист һәм бай статистик материалдар нигеҙендә Рәсәйҙә капитализм үҫешен тикшереүсе булараҡ эшмәкәрлеге уға социал-демократтар һәм оппозицион ҡарашлы либераль эшмәкәрҙәр араһында, шулай уҡ рус йәмғиәтенең башҡа күп кенә даиәрәләрендә киң билдәлелек килтерә[16].

В. И. Ульяновтың полицияла эшләнгән фотоһүрәте, декабрь, 1895

Ричард Пайпс фекеренсә, 1893 йылда Петербургка килгәндә, үҙенең 23 йәшенә Ленин шәхес булараҡ тулыһынса өлгөрә:

... был һөйкөмһөҙ тышҡы ҡиәфәтле кешенән шундай эске көс бөркөлөп тора, башҡалар үҙҙәренең тәүге тәьҫораттарын бик тиҙ онота. Ихтыяр көсө, ныҡлы тәртип, энергия, аскетлыҡ һәм эшенә ҡаҡшамаҫ ышаныс бергә ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән иҫ киткес көслө тәьҫирҙе бары тик күп ҡабатланған «харизма» һүҙе (Хоҙайҙан бирелгән ылыҡтырыу һәләте) менән тасуирларға мөмкин. Потресов һүҙҙәренсә, был «килбәтһеҙ һәм тупаҫыраҡ», һөйкөмлөктән мәхрүм кеше, «гипнотик тәьҫир» яһай: «Плехановты — ихтирам иттеләр, Мартовты — яраттылар, әммә берҙән-бер бәхәсһеҙ юлбашсы кеүек бары тик Ленин артынан ғына һүҙһеҙ барҙылар. Сөнки тик Ленин ғына тимер ихтыярлы, ярһыу энергиялы һәм хәрәкәткә, эшкә фанатик ышаныуҙы унан кәм булмаған үҙенә ышаныу менән берләштергән һирәк осраған, бигерәк тә Рәсәйҙә, кеше ине»

1895 йылда революцион хәрәкәт етәкселәре менән танышыу маҡсатынан сит илдәргә сығып китә. Анда ул B. Либкнехт, П. Лафарг менән таныша, ә Женевада Плеханов менән осрашып, Рәсәйҙә социал-демократик партия ойоштороу тураһында фекер алыша. Рәсәйгә ҡайтыу менән үк, еңҗиң һыҙғанып, "Эшселәр синыфы азатлығы өсөн көрәш союзы "ның эшсәнлеген башлап ебәрә. 1895 йылда ҡулға алына, төрмәлә ултыра, унан һуң дүрт йыл дауамында Себерҙең ҡараңғы бер мөйөшө Шушенскоела һөргөнлөктәтә була. Һөргөнлөктән ҡотолғас, өҙлөкһөҙ революцион эшсәнлеккә бирелә. Ҡулға алыныуҙан ҡасып, эмиграцияла була, Рәсәйҙәге революцион хәрәкәт, социал-демократик партия менән ситтән тороп етәкселек итә, төрлө оппортунистик ағымдар менән көрәш алып бара, күп төрлө сығыштар, теоретик хеҙмәттәр яҙа.

Революция осоро

1917 йылдың апрелендә Ленин Рәсәйгә ҡайта һәм, февраль айында уҙған буржуаз-демократик революцияны социалистик революцияға үҫтереү маҡсатын күҙҙә тотоп, эстәлеге менән ҡатлаулы, характеры менән ғәйәт дәрәжәлә киң эшсәнлек алып бара башлай. Октябрь революцияһынан һуң самаһыҙ ауыр шарттарҙа совет дәүләтен төҙөү эшенә керешә. Граждандар һуғышын туҡтатыу, эске ҡаршылыҡтарҙы йыра-йыра, Россия өсөн кәмһетеүле солохты яулау, аслыҡ менән көрәш ойоштороу, хәрәбәләр дәрәжәһендә ҡалған сәнәғәтте, транспортты торғоҙоу, иҡтисадты яңынан, яңы принциптар нигеҙендә ҡороу пландарын әҙерләү, партия эсендә барған дискуссияларға сик ҡуйыу, бәхәсле проблемаларҙы хәл итү, спекуляция, саботаж, ҡоротҡослоҡҡа ҡаршы көрәш асыу, съезддар, кәңәшмәләр, улар өсөн резолюциялар әҙерләү…. Сит ил делегацияларын, шулай уҡ Россияның төрлө төбәктәренән килгән "ходок"тарҙы ҡабул итеү, ата-әсәһеҙ ҡалған йәтим балаларға ярҙам ойоштороу, ғалимдәргә хеҙмәт шарттарын булдырып, фән үҫешенә юл асыу, күп милләтле дәүләттә милли мәсьәләне хәл итеү, һәр яҡлап бөлгөнлөк һәм хәйерселек баҫҡан йәш, яңы йәмғиәтте яҡлау һәм уны һаҡлап ҡалыу өсөн, ҡораллы көстәр ойоштороу, социалистик йәмғиәт принциплтарын тормошҡа ашыру юлында аяуһыҙ көрәш алып барыу… Оҙаҡ йылдар дауамында интеллектыуаль һәм физик яҡтан ошондый кийеренке эш алып барыу Лениндың сәләмәтлеген ҡаҡшатмай ҡалмаған, әлбиттә, һәм был глобаль күләмдәге проб-лемалар, уйҙар солғанышында йәшәү уны ҡотолғоһоҙ рәүештә ваҡытһыҙ үлеүгә алып барған… Ленин гигант күләмле революцион һәм ойоштороу эше менән бергә теория, шул иҫәптән философия теорияһы өлкәһендә эшләүҙән дә ситләшмәгән.

Тәнҡит

Ленин күп милләтле дәүләттә милли мәсьәләне сисеү юлдарын эҙләүҙә ғәжәйеп дәрәжәлә тапҡыр рәүештә ике ҡапма-ҡаршы тенденцияны, практик эшсәнлектә, конкрет әйткәндә, милли сәйәсәттә бының ҡотолғоһоҙлоғон, объективлығын иҫтән сығармаҫка кәрәк тигән нәтижә яһай. Ленин теорияла, шулай уҡ ғәмәли эшсәнлегендә лә хаталар ебәрә. Теория өлкәһендә уның империализмдың яҡын киләсәктәге яҙмышы тураһындағы, эшселәр синыфының теләһә ниндәй ижтимағи шарттарҙа ла революционлығы, уны абсолютҡа әуерелдерү кеүек нәтижәләре тарихи ысынбарлыҡ тарафынан иҫбатланманы.

Иҫкәрмәләр

  1. Лев Левинсон Вехи и судьбы фотографа и его героев К 140-летию со дня рождения М. С. Наппельбаума
  2. Штейн М. Г. Ульяновы и Ленины. Тайны родословной и псевдонима. — СПб.: ВИРД, 1997. — С. 10-46. — 280 с. — ISBN 5-89-559012-8.
  3. Yohanan Petrovsky-Shtern (Йоханан Петровский-Штерн). [1] = Lenin's Jewish Question. — 1-е. — Издательство Йельского университета (Yale University Press), 2010. — P. 224. — ISBN 9780300152104.
  4. Пейн Р. Ленин. М., 2008. С. 42.
  5. Елизарова-Ульянова А. И. Ленин Владимир Ильич. // Деятели СССР и революционного движения России: энциклопедический словарь Гранат. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 498.
  6. Смирнов М. Ю. Религия и Библия в трудах В. И. Ленина: новый взгляд на старую тему
  7. Логинов В. Т. Глава 1. Начало пути, Аттестат зрелости // Выбор пути. — Республика, 2005. — P. 448. — 1500 экз. — ISBN 5-250-01891-2.
  8. Ленин // Новый энциклопедический словарь: 48 томда. — СПб., Пг.: 1911—1916.
  9. Пайпс Ричард. Русская революция: В 3 кн. Кн. 2. Большевики в борьбе за власть. 1917—1918. Глава 1. Ленин и истоки большевизма
  10. Цит. по: Шуб В. Политические деятели России. — С. 157.
  11. 11,0 11,1 11,2 Р.Сервис «Ленин. Биография», с. 92
  12. Дом-музей В. И. Ленина в с. Алакаевка
  13. Логинов В. Т. Владимир Ленин. Выбор пути: Биография. — М.: Республика, 2005. — 447 с.
  14. Е. Тетерев Октябрьская революция и адвокатура: путь к правовому государству и гражданскому обществу
  15. С 28.02.1889 г. М. Ф. Волькенштейн стал присяжным поверенным в Санкт-Петербурге.// Список присяжных поверенных округа Санкт-Петербургской судебной палаты и их помощников к 31 января 1914 г. Санкт-Петербург, 1914. — С.17.
  16. История России XX — начала XXI века / А. С. Барсенков, А. И. Вдовин, С. В. Воронкова; под ред. Л. В. Милова. — М.: Эксмо, 2007. — 960 с.

Сығанаҡтар

Библиография

Ғилми эштәр

Периодик матбуғат

Документтар тупланмалары

Лениндың хеҙмәттәре