Эстәлеккә күсергә

Корнелиу Копосу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
09:24, 16 май 2019 өлгөһө; Айсар (фекер алышыу | өлөш) (күренеште төҙәтеү, орфография)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Корнелиу Копосу
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Румыния
 Австро-Венгрия
Тыуған көнө 20 май 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[3] или 1914[4]
Тыуған урыны Бобота[d], Szilágy County[d], Венгрия короллеге, Австро-Венгрия
Вафат булған көнө 11 ноябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[3] или 1995[4]
Вафат булған урыны Бухарест, Румыния
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе үпкә рагы[d]
Ерләнгән урыны кладбище Беллу[d]
Ҡәбере һүрәте
Место содержания под стражей тюрьма Сигет[d] һәм Râmnicu Sărat prison[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, журналист, юрист
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[4], Хоҡуҡ[4] һәм журналистика[4]
Биләгән вазифаһы член Сената Румынии[d]
Уҡыу йорто Университет Бабеша — Бойяи[d]
Кемдә уҡыған Saint Basil College, Blaj[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Румынская демократическая конвенция[d] һәм Христианско-демократическая национал-царанистская партия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Корнелиу Копосу Викимилектә

Корнелиу Копосу (20 май 1914 йыл11 ноябрь 1995 йыл) — румын консерватив сәйәсмәне.

Копосу Австро-Венгрияла тыуған, хәҙерге Румыния территорияһында, протоиерей Валентин Копосу (1886 йылдың 17 ноябре — 1941 йылдың 28 июле) һәм уның ҡатыны Аурелия Копосу (ҡыҙ фамилияһы Анчану) — румын грек-католик протоиерейы ҡыҙының ғаиләһендә тыуған. Корнелиустың дүрт апаһы: Корнелия (1911—1988), Дойна (1922—1990), Флавия Бэлеску (1924 й. тыуған) һәм Родика (1933 й. тыуған). Копосу үҙе әүҙем сиркәү ағзаһы булған һәм грек-католик сәйәсмәндәре өҫтөнлөк иткән Румын милли партияһына (PNR) ингән.

Клуж Университетында 1930 йылдан 1934 йылға саҡлы хоҡуҡ һәм иҡтисадты өйрәнгәндән һуң, Корнелиус урындағы сәйәсәт менән шөғөлләнгән һәм адвокат булып эшләгән. Ул 1918 йылда Трансильвания һәм Румыния союзы яҡлыларҙың иң әүҙем сәйәси лидерҙарының береһе булған Iuliu Maniu-ның шәхси секретары булып киткән.

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылда, Төньяҡ Трансильвания Венгрияға бирелгәндән һуң, Копосу Бухаресҡа килгән. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ул Йон Антонеску режимына йәшерен эске оппозицияның мөһим ағзаһы булған. Ул оппозиционерҙар хәрәкәте һәм Берләшкән Короллек араһында бәйләнештәр урынлаштырған, һәм шулай уҡ илдең Үҙәк державалар союзынан сығыуы буйынса эш алып барыуҙа ғәйепләнгән сәйәсмәндәренең береһе булған.

1945 йылда, Антонеску режимына ҡаршы йүнәлтелгән король түңкәрелешенән һуң, Копосу Милли крәҫтиән партияһының (PNŢ) сәркәтибе урынбаҫары, ә Төньяҡ Трансильвания менән ҡайтанан берләшкәндән һуң — ваҡытлы административ органдар етәкселегендә партияның делегаты булған. Ул шулай уҡ 1946 йылғы дөйөм һайлауҙарға саҡлы Коммунистик партияға һәм Пётр Гроза кабинетына төп оппозицияла торорлоҡ партия ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан.

Коммунистар эҙәрлекләүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947 йылдың 14 июлендә Советтар Союзы ҡатнашлығында урынлаштырылған румын коммунистик режимы — Милли крәҫтиән партияһы етәкселеге менән бергә Копосуҙы ҡулға алған. Партия етәкселегенең бер өлөшө илдән Тэмдауға (Tămădău Affair) килеп төшкән самолётта ҡасып китергә маташҡанда, был хәл мөмкин булған. Копосу судһыҙ-ниһеҙ төрмәгә ябылған — уға ҡаршы ҡуйылған бөтә ғәйепләүҙәр ҙә, дәлилдәр етмәү сәбәпле, кире алынһа ла, ул төрмәлә туғыҙ йыл ғүмерен үткәргән.

1956 йылда Копосу «эшсе синыфҡа хыянат» һәм «социаль реформаларға ҡаршы енәйәт» өсөн төрмәгә ғүмерлеккә ябыуға хөкөм ителгән. 15 йыл буйына һаҡ аҫтында тотолғандан һуң һәм Рублела (Брэила жудецы) көслөк менән 2 йыл йәшәткәндән һуң, 1964 йылдың апрелендә ул иреккә сығарылған. Һуңғараҡ Копосу уға иң тәьҫир иткәне илдә тороп ҡалған коллективизацияның «тәрән йөйҙәре», һәм шулай уҡ — көсләп күсерелгән депортацияланған кешеләрҙең сыҙамлылығы (ҡара: Бэрэган депортациялары): «Улар үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләр менән сауҙа иткән, һәм урындағы халыҡ был ерҙә бындай культуралар үҫкәненә ышана ла алмаған». 1990-сы йылдарҙа, коммунистик режим дәүерендә, Румынияла 1947 йылдан алып 1964 йылға саҡлы ҡорбандар һаны буйынса бәхәсәтәр барышында, Копосу 282 000 ҡулға алыуҙар һәм төрмәлә ябылып тотоу осоронда 190 000 үлем осрағы тураһында әйткән.

Копосу, төрмәнән сыҡҡандан һуң, квалификацияһыҙ эшсе кимәлендә төрлө төҙөлөш объекттарында (статусы төрмәлә ултырған кеше булғанлыҡтан, уны теләһә ниндәй башҡа өлкәлә лә эшкә урынлаштырыуҙан баш тартҡандар) эшләй башлаған. Ул шулай уҡ ошо осор румын властарының күҙәтеүе һәм даими допростары аҫтында йәшәгән. Копосуҙың ҡатыны — Арлетт — 1950 йылда, шпионаж эше буйынса суд процесы ваҡытында шулай уҡ суд яуаплылығына тарттырылған, һәм иреккә сыҡҡандан һуң күп тә үтмәй, 1965 йылда, төрмәлә башланған сиренән вафат булған.

Копосу партияһы буйынса элекке арҡаҙаштары менән контакттарын юғалтмаған, һәм ул 1980-се йылдарҙа партия ойошмаһын, христиан демократияһы идеологияһына таянған йәшерен ойошма булараҡ, яңынан тергеҙеү мөмкинлегенә эйә булған.

Посткоммунистик дәүер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йылдың 22 декабрендә (Румын революцияһы осоронда) Копосу, Ион Диаконеску һәм Ион Рациу «Христиан-демократик милли крәҫтиән партияһы» атамаһы аҫтындағы йәшерен төркөмдө легалләштереүҙәрен раҫлаған манифест менән сығыш яһаған. Ғүмеренең аҙағына саҡлы Копосу Милли ҡотҡарыу фронтына (1992 йылдан — Демократик милли ҡотҡарыу фронты) ҡаршы сығыусы оппозицияның төп тауышы булған.

  1. Record #79440309 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Corneliu Coposu // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Coposu, Corneliu // Чешская национальная авторитетная база данных
  • Toma Roman. Noblesse — Princely Modesty = Nobleţe — Modestie princiară. — Jurnalul Naţional. — London, 2005.
  • Vladimir Tismăneanu. Stalinism for All Seasons: A Political History of Romanian Communism. — Berkeley: University of California Press, 2003. — ISBN 0-52-023747-1.