Эстәлеккә күсергә

Йософ (пәйғәмбәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Йософ сүрәһе
يوسف

Йософ сүрәһе
Синыфы

Мәккә

Мәғәнәһе

Йософ

Статистика
Сүрә номеры

12

Аяттар һаны

111

Джүз

12 — 13

Хизб

24 — 25

Руҡуғ

12

Алдағы сүрә

Һуд сүрәһе

Киләһе сүрә

Әр-Рәғд сүрәһе

QuranAcademy.org

Йософ (ғәр. يوسف‎) — ислам пәйғәмбәре, Яҡуп пәйғәмбәрҙең улы, төш юрау кәрәмәтенә эйә. Библиялағы Иосиф пәйғәмбәр менән тиңләштерелә. Уның тормошона Йософ сүрәһе (ғәр. يوسف‎ — сүрәтү Йусуф) бағышланған. Был сүрә — Ҡөрьәндәге ун икенсе сүрә. Мәккәлә иңә. Аяттар һаны — 111. Шуларҙың туҡһан һигеҙе Йософ — Яҡуп пәйғәмбәрҙең улы тураһында. Ә беренсе 3 аят быға инеш булып тора. Уларҙа Ҡөрьән тураһында һөйләнелә.

Сүрәлә кирелек һәм көнсөллөк кешеләрҙең күбеһен көфөрлөккә килтерергә мөмкин тиелә. Сүрәнең аҙағында әүәлге пәйғәмбәрҙәр, уларға халыҡтарҙың мөнәсәбәте һәм уларҙың ахырҙа гонаһлы кешеләр өҫтөнән еңеү яулауҙары тураһында әйтелә.

Әлеге сүрәнең төп үҙенсәлеге — унда Йософ ғәләйһиссәләм тураһында риүәйәт булыуы һәм ғаилә ағзаларының береһен башҡаларға ҡарағанда күберәк яратыу, уларҙа көнсөллөк килтереп сығарыуын күрһәтә.

Әҙәбиәт

  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.

Иҫкәрмәләр

Һылтамалар