Эстәлеккә күсергә

Печенег һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Печенег һыуһаҡлағысы
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Гнилица (верхний приток Северского Донца)[d]
Дәүләт  Украина
Карта
 Печенег һыуһаҡлағысы Викимилектә

Печенег һыуһаҡлағысы ( Салтов Диңгеҙе[]; укр. Печенізьке водосховище) — Северский Донец йылғаһындағы канал һыуһаҡлағысы.1962 йылда төҙөлгән. Һыу өҫтө майҙаны - 86,2 км².Һыу күләме — 0,383 км³. Һыу йыйыу бассейнының майҙаны - 8400 км² . Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 100,5 метр[1].

Тасуирламаһы

Файл:Печенегское водохранилище левый берег у дамбы.jpg
Печенег һыуһаҡлағысы, Иҫке Салтов районында плотина алдында һул ярҙан күренеш

Печенег һыуһаҡлағысы, нигеҙҙә, Харьков ҡалаһын сөсө һыу менән тәьмин итеү өсөн, 1936 йылда төҙөлгән ҙур булмаған Кочеток һыуһаҡлағысы урынында төҙөлә. Печенег һыу һаҡлағысы 1958 йылдан 1962 йылға тиклем төҙөлә. 1962 йылдың авгусынан һыу һаҡлағыс яңыртыла башлай, ул яйлап 1964 йылдың яҙғы ташҡынына тиклем дауам итә. Шул ваҡыттан алып һыуһаҡлағыс күләме үҙгәрешһеҙ яҡынса 0,4 км³ тәшкил итә. Һыуһаҡлағыстың терәге Волчья йылғаһына тиклем, ҙур киңлеге — Үрге Писаревкалағы күпергә тиклем һаҡлана.


Печенеги ауылы янында Печенег һыуһаҡлағысы быуаһы урынлашҡан. Ул исемен б. э. тиклем IX—X быуаттарҙа ошо ерҙәрҙә йәшәгән күсмә бәжәнәктәр ҡәбиләһенән алған. Һыуһаҡлағыстың уң ярында Салт ҡаласығы һәм Иҫке Салтов ҡасабаһы урынлашҡан. Һыуһаҡлағыс төҙөлөшө һөҙөмтәһендә ул Харьков халҡының ял итеү үҙәгенә әүерелгән. Печенег һыуһаҡлағысында ҡомло пляждар, пионер лагерҙары һәм ял йорттары күп. Һыуһаҡлағыс плотинаһында ҙур булмаған ГЭС булдырыу планлаштырыла.

Иҫкәрмә

  1. Ресурсы поверхностных вод СССР. Том 6: Украина и Молдавия. Выпуск 3: Бассейн Северского Донца и реки Приазовья / под. ред. М. С. Каганера. — Ленинград: Гидрометеоиздат, 1967.