Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҫтырыу өлгөһө башҡа эшләмәй һәм эшкәртеү хаталары булыуы мөмкин. Браузерҙың һаҡланмаларын яңыртығыҙ һәм уның урынына браузерҙың программа көйләгән баҫтырыу функцияһын ҡулланығыҙ.
Ҡамғаҡ — ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Ботаник яҙма
120 төрө билдәле, башлыса Евразияның уртаса бүлкәтендә, Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк бәләкәй ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ныҡ тармаҡлы, бейеклеге 5—100 см. Япрағы ланцет йәки ҡыяҡ, ултырма, ҡапма-ҡаршы. Сәскәһе аҡ, тоноҡ ал, ҡыҙыл төҫтәрҙә, ваҡ, протандрик, күп һанлы, дихазияларҙа. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бер оялы ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә.
Таралышы
Бейек ҡамғаҡ республиканың бөтә территоряһында ташлы далаларҙа, һеперткеле ҡамғаҡ — урман-дала һәм дала зоналарында далала, ҡарағай урмандары ситендә, эзбизташлы битләүҙәрҙә, ҡая ҡамғағы — Ейәнсура районының Юлдыбай ауылы янындағы далала, теҙмә ҡамғаҡ — Өршәк һәм Сәрмәсән йылғалары үҙәндәре буйлап, Асылыкүл янындағы тоҙло һәм ҡомло болондарҙа, эндемик Урал ҡамғағы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ҡалҡыу өлөшөндәге ҡаяларҙа һәм тау тундраларында осрай.
Файҙаланылыуы
Декоратив үҫемлек. Ҡамғаҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәренең составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ҡая ҡамғағы һәм теҙмә ҡамғаҡ Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар