Голдобина Светлана Борисовна
Голдобина Светлана Борисовна (21 февраль 1953, Горький ҡалаһы (хәҙер Түбәнге Новгород), архитектор. БАССР-ҙың архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты — «Архпроект» ижади-архитектура фирмаһы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәткәрҙәре, Өфө ҡалаһындағы «Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексын үҙгәртеп ҡороу проекты өсөн.
1976 йылда В. П. Чкалов исемендәге Горький инженерлыҡ-төҙөлөш инcтитутын тамамлай.
«Башкиргражданпроект» институтында архитектор булып хеҙмәт итә.
1990 йылдан алып С. А. Голдобиндың «Архпроект» ЯCЙ оҫтаханаһының төп архитекторы, 2005 йылдан — начальник урынбаҫары.
«Восток» банкыһы бинаһы (1990), «Башкирэнерго» ААЙ-ның административ корпусы (1999—2001), Өфө дәүләт нефть техник университетының 9-сы уҡыу корпусы (2003), Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын (1995—2000), Өфөлә торлаҡ йорттарҙы (1980-се йылдарҙың 2-се яртыһынан алып; бөтәһе лә — авторҙашлыҡта) үҙғәртеп ҡороу проекттарын һәм башҡаларҙы эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә Рәсәй архитектура проекттары смотр-конкурсы (Мәскәү, 1985) лауреаты.
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты.
- Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Почетлы грамотаһы (июнь, 2013)[1]