Эстәлеккә күсергә

Фәтүә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Фәтүә (ғәр. فتوى‎;юридик нәтижә, ҡарар) — мөфтөйҙең дини, юридик (шәриғәт) мәсьәләһе буйынса (Ислам дине булған илдәрҙә — сәйәси проблемалар буйынса ла) ҡарары йәки фекере. Мөфти мөстәкил рәүештә закон сығармай, ә мосолман хоҡуҡтарының дүрт нигеҙенә: (Ҡөрьән, Сөннә, Ижмағ, Ҡыяс) йәки үзенән өҫтәрәк торған дин һәм хоҡуҡ белгестәренең — мөжтәһиттәрҙең фәтеүәһенә таянып эш итә, фәтеүәлә уның һылтанмаларын, сығанаҡтарын күрһәтә. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа фәтеүәләр ғөләмә һәм фикхтарҙың килештерелгән уртаҡ фекере рәүешендә лә иғлан ителә. 1935 йылда әл-Әзһәрҙә фәтеүә биреүсе дин ғалимдары шураһы төҙөлдө. Диниә назараты мөфтиҙәре үҙҙәре фәтеүә сығаралар.


  • З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2