Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙый

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡаҙый (ғәр. قاضٍ‎ — судья‎)(фарсы — тәғәйенләүсе, хөкөм итеүсе) — мосолман илдәрендә шәриғәт нигеҙендә хөкөм эштәрен башҡарыусы судья[1].

Тәүге ҡаҙыйҙар Ғүмәр ибн Хәттаб тарафынан Мәҙинәлә, Бәсрала һәм Күфәлә тәғәйенләнә[1]. Ошо дәүерҙән ҙур ҡалаларҙа өлкәләрҙә, хәрби хәрәкәттәр ваҡытында ғәскәрҙәрҙә ҡаҙыйҙар тәғәйенләү булдырыла. Уны тәғәйенләүҙе тик хәлиф кенә башҡара алған.

VIII быуаттың икенсе яртыһынан юғары ҡаҙый вазифаһы булдырылған (ҡа́ди әл-ҡуда́т ғәр. قاضي القضاة‎). Был вазифаны башҡарыусыға хәлиф исеменән хәлифәлектәге бар ҡаҙыйҙарҙы тәғәйенләү һәм уларҙы кире алыу ҡарарҙарын ҡабул итеү йөкләтелгән[1].

Артабан ҡаҙый вазифаһы Ғосман империяһында, Үзбәк ханлығында һәм Төркөстан генерал-губернаторлығында идаралыҡ эшендә ҡулланылған. Шул уҡ ваҡытта улар башҡарған эштәр төрлөсә булған.

Ҡараханлылар династияһы үҙ власын нығытыу өсөн ҡаҙыйҙарға, шәйехтәргә, муллаларға һәм мосолмандарҙың башҡа дини лидерҙарына таянған. XIX быуаттан мосолман илдәрендә дини ҡануниәттәр һәм судтар индерелгәндән һуң, ҡаҙый роле икенсе дәрәжәләгегә әүерелә. 1970 йылдарҙан ҡайһы бер мосолман илдәрендә законлылыҡ нигеҙе булараҡ шәриғәттең роле үҫә һәм ҡабаттан ҙур әһәмиәткә эйә була башлай[2].

«Кади» («ҡаҙый») һүҙенән урта быуаттарҙағы испан-португал Алкайд титулы килеп сыҡҡан.

Статусы буйынса ҡаҙый мәсет имамынан өҫтөнөрәк һәм ҡала йәки өлкә мосолмандары башлығы булып тора. Ҡаҙый алыш-биреш буйынса килешеүҙәр йәки ғаилә бәхәстәре буйынса судлашыу, шулай уҡ шәхси хоҡуҡтарға (үлтереү һәм тән йәрәхәт һалыу) ҡағылған енәйәттәрҙе хоҡуҡтары боҙолған кешенең дәғүәһе буйынса ғына, ә башҡа эштәрҙе теләһә кемдең талабы буйынса, шул иҫәптән үҙ теләге буйынса ҡараған. Ахыр килеп, ҡарар ҡабул итер алдынан, ҡаҙый ике яҡты ла тыңларға тейеш. Ҡаҙыйҙың ҡарары ҡайтанан ҡаралмаған. Шулай итеп, шәриғәт суды персональ характерҙа, һәм уның абруйы туранан-тура ҡаҙый абруйына, ғәҙеллегенә, диндарлығына һәм белем кимәленә бәйле. Ҡайһы бер илдәрҙә ҡаҙый тәғәйенләнгән, башҡаларында мулла йә аҡһаҡалдар тарафынан һайланған[3].

Башҡортостанда ҡаҙый вазифаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙый эшмәкәрлеге фикһ нормалары менән көйләнә. Ҡаҙый ил етәксеһе йәки уның наместнигы тарафынан тәғәйенләнә. Рәсәйҙә рәсми Ҡаҙый институты Ырымбур мосолман диниә назараты (ЫМДН) ойошторолғас барлыҡҡа килә. Бығаса уның бурыстарын мәсеттәрҙең ахундары һәм имамдары үтәгән. Уларҙың ҡарарҙары менән риза булмағандарҙың ЫМДН‑ға мөрәжәғәт итеү хоҡуғы булған, уның составында өс Ҡаҙый (заседателдәр) булған.

1788 йылдың 22 сентябрь указы менән Екатерина II ҡаҙый һайлау системаһын раҫлай. Улар 1793 йылдан алып Ҡазан губерна мосолман руханиҙарынан 2 баҫҡыслы система буйынса 3 йылға һайланған: өйәҙ йыйылыштарында руханиҙарҙан 2 мулланы дөйөм губерна съезы (Ҡазан) делегаты итеп һайлағандар, унда йәшерен тауыш биреү юлы менән 3 ҡаҙый һәм ҡаҙыйлыҡҡа 3 кандидат һайланған. Иң күп тауыш йыйғаны өлкән ҡаҙый булып киткән, мөфтөй булмаһа, ауырыһа йәки мәрхүм булһа, уның вазифаларын (яңыһы тәғәйенләнгәнгә тиклем) башҡарған, Ҡаҙый ауырыған йәки мәрхүм булған осраҡта кандидаттар ЫМДН резиденцияһына саҡырылған һәм Ҡаҙый вазифаларын башҡарыуға тотонған.

Һәр бер ҡаҙый айырым тәғәйенләнгән эш буйынса Ырымбур мосолман диниә назараты ултырышында тикшерер өсөн мәсьәләләр әҙерләгән һәм һуңғы ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем алып барған. Ҡарарҙар коллегиаль рәүештә ҡабул ителгән, был 1801 йылғы Сенат тарафынан раҫланған, 1802 йылдан алып бер фекергә килә алмаған осраҡта эштәр тауыштарҙың ябай күпселеге менән хәл ителгән, тауыштар тигеҙ булһа, мөфтөйҙөң тауышы иҫәпкә алынған.

Сенаттың 1832 йылғы указы мөфтөйҙөң тауыш биреү хоҡуғын сикләп, ҡаҙыйҙар ролен арттырыуға булышлыҡ итә. Шуға күрә мөфтөйҙәр Ҡаҙый һайлау системаһын үҙгәртеү мәсьәләһен бер нисә тапҡыр күтәрергә мәжбүр була.

— 1839 йылда Ғ. Ғәбдрәхимов ҡаҙыйҙарҙы Ырымбур мосолман диниә назараты составы м‑н һайларға,

— 1841 йылда Ғ. Сөләймәнов — Ырымбур мосолман диниә назараты, Эске Эштәр Министрлығы күрһәткән кандидатураны тәғәйенләргә,

— 1851 йылда ҡаҙыйҙарҙы төрлө губерналарҙан сиратлап тәғәйенләргә тәҡдим итә.

1871 йылда һәм 1874 йылда С. Ш. Тәвкилев тәҡдиме буйынса һайлауҙар Ҡазан губернаһының төрлө өйәҙҙәрендәге имамдар һанына ҡарап үткәрелә башлай.

1889 йылдан алып Дәүләт советы ҡарарына ярашлы, 3 ҡаҙый һәм ҡаҙыйлыҡҡа 3 кандидат Эске Эштәр Министрлығы тарафынан мөфтөйҙөң тәҡдиме буйынса 3 йылға тәғәйенләнгән. Был законды ҡабул иткәндән һуң 6 йыл буйы урыҫ телен яҡшы белгән, һуңынан гимназия тамамлауы тураһында таныҡлығы булған кешеләр Ҡаҙый итеп тәғәйенләнгән.

Ҡайһы бер ахун һәм муллалар бер нисә тапҡыр ҡаҙый итеп һайланған: Д. Мәҡсүтов рәттән 8 тапҡыр, ахун Ғ. Ҡапҡаев — 20 йылдан ашыу, Т. Мәҡсүтов һәм Т. Мөштәриев өҙөклөк менән 4‑шәр мөҙҙәт был вазифаны биләй.

1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында Ырымбур мосолман диниә назараты составына Ҡаҙый итеп С. Урманов, Ғ. Сөләймәнов, К. Тәржемәнов, Х. Мәхмүтов, Г. Ҡараши һәм М. Буби һайлана.

1918 йылда Б. Ғайсин, Ғ. Ғүмәров, Х. Солтанғужин, З. Тәтегәсов, М. Алсынбаев, Ә. Хөсәйенов, М‑Ғ. Ғ. Ҡорбанғәлиев, А. Ғәбделбаҡыев Башҡортостан мөфтиәте (ҡара: Диниә назараты) составына һайланалар һәм 8 кантонға Ҡаҙый итеп раҫланалар.

1918 йылда ҡайһы бер эштәр граждандар судына тапшырылғас, ҡаҙый ҡарамағында дин‑йола мәсьәләләре ҡала[4].

  1. 1,0 1,1 1,2 Ислам. Энциклопедический словарь. М.: «Наука», Главная редакция восточной литературы, 1991. — 315 с. — ISBN 5-02-016941-2 — с.125.
  2. Кази // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
  3. Ҡаҙый // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Казый, судья в исламе
  4. Ҡаҙый // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Казый, судья в исламе