Эстәлеккә күсергә

Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Бүздәк районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы (рус. Сыдыков Хамидула Сытдыкович 1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.

Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районында тыуа. 1941 йылда Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкында комендант отделениеһының ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә[1].

Пордразделениеның 1945 йылдың 25 майындағы 11/н бойороғо менән комендант отделениеһы ҡылыссыһы гвардия сержанты Сыдыков Хәмиҙулла Ситдыҡ улы Бранденбург ҡалаһы өсөн һуғыштарҙа полк командирының күҙәтеү пунктын һаҡлау буйынса хеҙмәтте бик яҡшы алып барғаны өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].