Аксаков Григорий Сергеевич
Григорий Сергеевич Аксаков | |||||
| |||||
---|---|---|---|---|---|
20.01.1867 — 08.12.1872 | |||||
Алдан килеүсе: | Обухов Борис Петрович | ||||
Дауамсы: | Климов Фёдор Дмитриевич | ||||
| |||||
11.06.1865 — 20.01.1867 | |||||
Алдан килеүсе: | вазифа булдырыла | ||||
Дауамсы: | Ушаков Сергей Петрович | ||||
| |||||
27.11.1855 — 25.08.1858 | |||||
Алдан килеүсе: | Жданов Михаил Павлович | ||||
Дауамсы: | Котляревский Андрей Иванович | ||||
| |||||
28.04.1852 — 18.06.1853 | |||||
Алдан килеүсе: | Македонский Алексей Андреевич | ||||
Дауамсы: | Барановский Егор Иванович | ||||
Тыуған: | 4 октябрь 1820 (Ново-Аксаково) Знаменское ауылы, Ырымбур губернаһы | ||||
Үлгән: | 24 февраль 1891 (70 йәш) | ||||
Ерләнгән: | Страхово[d] | ||||
Нәҫел: | Аксаковтар | ||||
Атаһы: | Аксаков Сергей Тимофеевич | ||||
Әсәһе: | Ольга Семёновна Заплатина | ||||
Балалары: | Сергей Григорьевич Аксаков[d] | ||||
Белеме: | Император хоҡуҡ белеме училищеһы | ||||
Наградалары: |
| ||||
Аксаков Григорий Сергеевич (4 октябрь 1820 йыл — 24 февраль 1891 йыл) — Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1865—1867 йылдарҙа Өфө губернаторы Өфө губерна музейын (хәҙерге Милли музей) асыуға һәм Өфөлә беренсе театр төҙөүгә булышлыҡ итеүсе. 1863 йылдың 14 майында раҫланған «Башҡорттар тураһында положение»ны төҙөүселәрҙең береһе. Тайный советник (1871). 2-се дәрәжә Изге Владимир (1886), Аҡ Бөркөт (1889), 1-се дәрәжә Изге Анна (1867), 1-се дәрәжә Изге Станислав (1864) ордендары кавалеры. Һамарҙың почётлы гражданы (1873).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Сергеевич Аксаков 1820 йылдың 4 октябрендә[1] Ырымбур губернаһы Знаменское ауылында тыуған. Аксаковтарҙың дворян нәҫеле вәкиле; яҙыусы Аксаков Сергей Тимофеевичтың улы.
1840 йылдың июнь айында X класс чинында Санкт-Петербургтағы Император хоҡуҡ белеме училищеһын тамамлай һәм Сенаттың Икенсе департамент канцелярияһына билдәләнә (16.06.1840); 1841 йылдың 17 майында етенсе департамент канцелярияһына күсерелә. 1843 йылдың 3 июлендә титуляр советник чины ала. 1844 йылдың 9 авгусында юстиция Министрлығына алынып, гражданлыҡ суды Владимир палатаһы рәйесе иптәше (урынбаҫары) вазифаһын башҡара. Һуңынан, коллеж асессоры чинында (06.07.1845), Ырымбур губернаһы (05.12.1845) һәм Симбирск губернаһы прокуроры (21.09.1846) вазифаһын башҡара.
Симбирскта, Спас-Вознесенский соборында, Г. С. Аксаков 1848 йылдың 8 ғинуарында Софья Александровна Шишкова менән никахлаша[2]; 1848 йылдың 26 декабрендә уларҙың ҡыҙҙары Ольга тыуа.
Надворный советник чинында (21.01.1850, 1848 йылдың 6 июленән өҫтөнлөк менән) 1850 йылдың 4 июнендә, эске эштәр Министрлығына алына; Санкт-Петербургта сауҙа эшмәкәрлеген ревизиялай. Коллеж советнигы чинын алғандан һуң (29.01.1852, 1851 йылдың 19 октябренән өҫтөнлөк менән) 1852 йылдың апрелендә Ырымбур вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә. Бер йылдан, 1853 йылдың 20 июнендә, билдәһеҙ сәбәптәр буйынса хеҙмәттән китә.
1855 йылдың аҙағында уны хеҙмәткә кире ҡайтаралар: 27 ноябрҙә Һамар вице-губернаторы итеп тәғәйенләп ҡуялар. 1856 йылдың авгусында уға Ҡырым һуғышыиҫтәлегенә Владимир таҫмаһында миҙал, унан (17.04.1857) сираттағы статский советник чины бирелә. Киләһе йылда ул Һамар вице-губернаторы вазифаһынан бушатыла һәм бер ни тиклем ваҡыт (11.12.1858 — 11.08.1859) алпауыт крәҫтиәндәре көнкүрешен көйләү буйынса Ырымбур дворяндары комитетында хөкүмәт ағзаһы булып тора. Крәҫтиәндәрҙе азат итеү буйынса хеҙмәте өсөн ул Александр таҫмаһында көмөш миҙал менән бүләкләнә (1861) һәм махсус айырма билдәләре (1863, 1867 һәм 1869 йылда) бирелә.
1861 йылдың майында Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙендә мировой аралашсы вазифаһына тәғәйенләнә, ә 1861 йылдың 23 июнендә Ырымбур граждан губернаторы вазифаһына тәғәйенләнә (был вазифаға ул 1862 йылдың 17 апрелендә мөхбир статский советник чины биреп раҫлана).
1865 йылдың 11 июнендә Г. С. Аксаков — яңы ғына ойошторолған Өфө губернаһының губернаторы. Уның эшләгән дәүерендә Өфө губерна музейы асыла, ҡала театры төҙөлә, ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы асыла.
1867 йылдың 20 ғинуарында Г. С. Аксаков Һамар губернаторы вазифаһына күсерелә. Вазифаһын ҡабул итеп алғас та шунда уҡ эшкә тотона: яңы кафедраль собор төҙөү буйынса комитет эшендә ҡатнаша, уның хәстәрлеге арҡаһында Һамарҙа йәмәғәт баҡсаһы, Александр приюты асыла, бөтә Рәсәй менән телеграф бәйләнеше яйға һалына, дауаханаларға һәм мәктәптәргә ҙур иғтибар бүленә. Аксаков губернаторлыҡ иткән йылдарҙа округ судтары, ҡала үҙидара органдары ойошторола, өйәҙҙәр эреләтелә. 1871 йылдың 1 ғинуарынан Г. С. Аксаков — тайный советник. Ошо уҡ йылда Һамарға император Александр II бара, ул Һамарҙа эштәр торошонан бик ҡәнәғәт ҡала һәм Аксаковты үҙенең иң юғары илтифатына лайыҡ итә. 1872 йылдың декабрендә Г. С. Аксаков «йорт хәлдәре буйынса» отставкаға сыға.
Артабан губерна земство идараһы эшмәкәрлегендә, губерна дворяндар йыйылышында ҡатнаша, 1884 йылдан вафатына тиклем дворяндарҙың губерна етәксеһе вазифаһын биләй, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
1873 йылда Аксаков губернаның асығыусы крәҫтиәндәре өсөн аҡса йыйыу ойоштора һәм тиҙҙән уға Һамарҙың почетлы гражданы исеме бирелә. 1874 йылда Һамар губерна ирҙәр гимназияһында Аксаков исемендәге 10 стипендия булдырыла.
Ырыу имениеһы булған Страховола ерләнгән .
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аксаков үҙенең дәүләт эшмәкәрлеге өсөн ордендар менән бүләкләнә, шулар араһында I дәрәжә изге Станислав ордены (13.04.1864), I дәрәжә изге Анна ордены (01.01.1867), II дәрәжә изге Владимир ордены (01.01.1886); Аҡ Бөркөт ордены (01.01.1889), күп тапҡыр премиялар һәм юғары илтифат менән билдәләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны
София Александровна, ҡыҙ фамилияһы Шишкова — корнет Шишков Александр Федорович (1788 йыл тирәһе — 1847 йылдан һуң) һәм уның ҡатыны Мария Алексеевнаның ҡыҙы, тыумыштан Булгакова (1800 тирәһе — 1848 йылдан һуң). 1860 йылда уның милегендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Страхово ауылында 4200 «гектар» ер иҫәпләнә.
Һамар дворяндар депутаттары йыйылышының 1875 йылдың 29 октябрендәге ҡарары менән Һамар губернаһы дворяндары шәжәрә китабының VI өлөшөнә индерелгән.
- Балалары
XIX быуатта формуляр исемлек һәм быуындар теҙмәһендә Г. С. Аксаковтың ике балаһы телгә алынған: ҡыҙы Ольга һәм улы Сергей, улар Һамар дворяндар депутаттары йыйылышының 1880 йылдың 1 июлендәге ҡарары менән Һамар губернаһы дворяндары шәжәрә китабының VI өлөшөнә индерелгәндәр.
- Ольга (1848—1921) — 1910 йылда Быҙаулыҡ өйәҙендә әсәһенән мираҫҡа ҡалған Языково ауылы янында 98 «гектар» ере булған имение һәм Бәләбәй өйәҙенең Надеждино (Куроедово) ауылы янында 628 «гектар» ере булған имение эйәһе була. Ул 1889 йылда имениеһында ҡымыҙ менән дауалау йорто аса; 1921 йылда Һамар университеты ҡарамағындағы археология, этнография һәм тарих Йәмғиәте ғилми хеҙмәткәре була.
- Сергей (1861—1910) — 1900 йылда уның милегендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенең Страхово ауылы янында 2871 «гектар» ере һәм Бәләбәй өйәҙенең Дмитриев ауылы янында 7887 «гектар» ере була.
Хәҙерге заман тикшеренеүселәре тағы ла ике кесе балаларын күрһәтәләр: Наталья (1860—1886) һәм Константин (1864—?).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексушин Г. В. Самарские губернаторы. — Самара, 1996
- Кулешов А. С. Наумов О. Н. Аксаковы. Поколенная роспись. — М.: Территория, 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имение Аксаковых / Самарская область. Муниципальный район Борский 2017 йыл 24 февраль архивланған.
- Самарские губернаторы 2016 йыл 4 март архивланған.
- Аксаков Григорий Сергеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 4 октябрҙә тыуғандар
- 1820 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 24 февралдә вафат булғандар
- 1891 йылда вафат булғандар
- Аҡ бөркөт ордены кавалерҙары (Рәсәй империяһы)
- II дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- Өфө губернаторҙары