Балҡантау
Балҡантау | |
Координаталар: 54°14′05″ с. ш. 54°52′12″ в. д.HGЯO | |
---|---|
Урынлашыуы | Рәсәй, Башҡортостан, Дәүләкән районы |
Тау түбәһе бейеклеге | 319 м [1] |
Балҡантау — Башҡортостандың Дәүләкән районында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығындағы тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965), уң яҡлап көньяҡ-көнбайышҡа табан Дәүләкән-Бүздәк юлынан 5 километр алыҫлыҡта ята.
Тирә-яғы йырғанаҡтар менән аралашҡан тигеҙлек. Дөйөм майҙаны — 25 гектар тәшкил итә.
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙа һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе, күбәләктәрҙе, ҡоштарҙы осратырға мөмкин.
- Күбәләктәрҙән: аполлон, махаон, лимонница, голубянка;
- Ҡоштарҙан: көмөш-һоро төҫтәге ҡарсыға, ыласындар;
- Сәскәләрҙән: себер флоксы, төрлө төҫтәге миләүшәләр;
- Һөйрәлеүселәрҙән: дала йыланы, кеҫәрткеләр.
1965 йылдан региональ комплекслы геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә. Категория МСОП — III, IV.
Тау эргәһендә Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы йыуылыу нәтижәһендә барлыҡҡа килгән Уртатау һәм Тамғаташ (Олотау) тауҙары урынлашҡан. Тамғаташ итәгендә билдәле дамғалар далаһы урынлашҡан. Бында ғалимдар боронғо башҡорт тамғалары төшөрөлгән таштарҙы тапҡан.
«Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында телгә алына. Риүәйәт буйынса, тау башында ғашиҡтар Заятүләк менән Һыуһылыу ерләнгән. Тауҙың икенсе исеме Заятүләктау.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гареев Э. З. Геологические памятники природы РБ. — Уфа, 2004.
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балҡантау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Вес Южный Урал(недоступная ссылка) (рус.)
- Гора Балкан Тау Гора Балкантау . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
Был Дәүләкән районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |