Бразилия
| |||||
Милли девиз: «Ordem e Progresso» | |||||
Гимн: Бразилия гимны (тыңларға ) | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | Иғлан: 7 сентябрь 1822 й. Танылған 29 август 1825 й. (Португалия иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Португал теле | ||||
Баш ҡала | Бразилиа | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро, Салвадор, Белу-Оризонти, Форталеза, Бразилиа | ||||
Идара итеү формаһы | Федератив республика | ||||
Президент | |||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
5 урын 8 541 965 км² 2 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2006) • Тығыҙлыҡ |
5 урын 201 078 261 209 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2006) • Кеше башына |
5 урын 1708,4 млрд $ 39083 $ | ||||
Валюта | Бразилия Реалы (BRL) | ||||
Интернет-домен | .br | ||||
Телефон коды | +55 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC -2...-5 |
Брази́лия (Brasil), рәсми исеме Брази́лия Федерати́в Республика́һы (República Federativa do Brasil) — Көньяҡ Америкалағы иң ҙур ил.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бразилия — Латин Америкаһының иң ҙур дәүләте, Көньяҡ Америка ҡитғаһының яртыһын тиерлек алып тора. Төньяҡтан — Венесуэла, Гайана, Суринам, көньяҡтан — Уругвай, көнбайыштан — Аргентина, Парагвай, Боливия һәм Перу, төньяҡ-көнбайыштан Колумбия илдәре менән сиктәш. Төньяҡ һәм көнсығыш ярҙарын Атлантик океан йыуа. 8,5 миллион квадрат километрҙан ашыу, был донъялағы бөтә ҡоро ер майҙанының 5,7 процентын тәшкил итә. Бразилия — ҙурлығы буйынса Ер шарында бишенсе ил. Рәсәй, Канада, Ҡытай һәм Америка Ҡушма Штаттарынан ғына ҡалыша.
Тарихы һәм атаманың килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ил территорияһында тәүге кешеләр 17 мең йыл элек йәшәгән. Ә цивилизация вәкилдәре тарафынан ул 1500 йылда асыла. Әгәр Христофор Колумб Һиндостанға ниәт иткән сәйәхәте барышында Американы осраҡлы рәүештә генә асһа, португал диңгеҙсеһе Педру Алвареш Кабрал иһә (европалыларҙан иң тәүҙә шул аяҡ баҫа был биләмәгә) көнбайыш йүнәлеште һайлағанға күрә Көньяҡ Америка ярҙарына килеп сыға. Ул шулай шомло Африканы урап үтергә теләгән. Һөҙөмтәлә картала Бразилия пәйҙә була. Өс йылдан да һуңламай был дәүләт Португалияның колонияһына әйләнә. Португалдар Педру Кабралдың асышының мөһимлеген шунда уҡ аңлай: Бразилия тиҙ арала буяу, мебель, музыка ҡоралдары эшләү өсөн ҡулланылған ҡиммәтле ағас менән тәьмин итеүсе ҙур илдәрҙең береһе булып китә. Әйткәндәй, юрауҙарҙың береһе буйынса, илдең исеме лә ошо сеймалға бәйле килеп сыҡҡан. Португалдар был ағасты пау-бразил (йәғни «бразил ағасы») тип атаған.
Биләмәһен ярайһы уҡ үҙләштергәс, бынан шәкәр ҡамышы һәм ҡәһүә, һуңғараҡ бик сифатлы алтын сығарыла башлай. Бөгөнгәсә Бразилия — ҡәһүә менән сауҙа итеүсе донъялағы иң ҙур дәүләт.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был илдең тәбиғәте йылға-күлдәргә, тау-урмандарға, үҙенсәлекле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына бай. Бразилия тәбиғәте йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә матур һәм ҡабатланмаҫ, хатта ожмах мөйөшөнә тиңләйҙәр уны. Илдең төньяғынан экватор һыҙығы үтә, көньяғында — тропик климат. Майҙанының шаҡтай ҙур өлөшөн Амазонка уйһыулығы алып тора.
Археологтар тикшеренеүҙәренә ярашлы, Амазония ҡасандыр ҙур диңгеҙҙең төбө булған. Әлеге ваҡытта ла бында кеше аяғы баҫмаған урындар бар.
Бразилия экваторға яҡын булғанға, йыл әйләнәһенә йәй тора тиерлек: уртаса йылылыҡ — 25 — 28 градус. Көньяҡта, тауҙарҙа, һалҡыныраҡ, урта өлөшөндә күберәк ҡоролоҡ күҙәтелә. Ҡыш йәйҙән ныҡ ямғырлы булыуы менән айырыла.
Көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡанға күрә, бында миҙгелдәр ҙә аҫтан өҫкә түңкәрелгән. Мәҫәлән, көҙ март-апрелгә тура килә. Был осорҙа байрамдар аҙ икән, сөнки бар халыҡ ҡәһүә уңышы йыя. Ҡыҙыҡ: бразилиялар үҙҙәре какао ярата. Шулай уҡ улар күпләп алма һәм башҡа экзотик емештәр үҫтерә.
Майҙан авгусҡа тиклем ҡыш һуҙыла. Тап ошо ваҡыт джунглиҙар буйлап сәйәхәт ҡылыу өсөн иң уңайлы мәл һанала. Ҡышҡыһын ягуар, пума, оцелот һымаҡ йыртҡыс йәнлектәр йыуашыраҡ була, шырлыҡтарҙа йәшенә. Ә маймылдарҙың күплегенә, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ: мартышка, баҡраҡ маймыл (ревун), кәрлә, таҡырбаш уакари һәм башҡалар. Быларҙан тыш джунглиҙа иң йыртҡыс ҡош гарпияны, кайманды һәм дәү анаконданы осратырға мөмкин.
Төньяҡ ярымшарға көҙ сентябрҙә аяҡ баҫҡанда, Көньяҡ ярымшарҙа яҙ килә. Йәшенле ҡойма ямғырҙар башлана. Тәбиғәт яңыра, ә тропиктар сәскәле балаҫҡа әүерелә. Айырыуса орхидей еҫе иҫертә, йөҙҙән ашыу төрлө кактус һәм пальмалар, гевея һәм ғәжәйеп матур аҡ томбойоҡтар күҙҙең яуын ала.
Бразилияла декабрҙән мартҡа тиклем йәй мәлендә һыу инәләр. Яңы йыл миҙгелдең иң төп байрамы булып иҫәпләнә. 31 декабрҙә аҡтан кейенәләр, бер-береһенә бүләк бирешәләр, кисә үпкәләшһәләр — бөгөн ярашалар.
Риолағы карнавал — февралдә уҙа, был ҙур ваҡиға. Донъя күләмендәге ваҡиға, сөнки самба, тыйылғыһыҙ күңел асыу байрамына миллионлаған турист йыйыла
Халҡы һәм теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бразилияла хәҙерге көндә 201 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Халҡының һаны буйынса Ер шарында 5-се урынды биләй. Этник составына килгәндә, бразилиялыларҙың яртыһынан күберәге — аҡ тәнлеләр, 40 процент тирәһе — мулаттар, ҡалғандары — индейҙар, негрҙар һәм Азиянан күсеп килеүселәр.
Бразилия — күп телле ил, хәҙерге ваҡытта бында, күсеп килеүселәрҙе лә, ерле халыҡ индейҙарҙы ла иҫәпкә алғанда, 175-тән ашыу телдә һөйләшәләр. Әммә төп, берҙән-бер рәсми теле булып португал теле һанала. Ҡайһы бер ҡәбиләләрҙән тыш, бразилиялыларҙың барыһы ла португалса белә.
Европа иммигранттарының теле башлыса герман (немец), роман (француз, итальян, испан) һәм славян (поляк, украин, урыҫ) төркөмдәренә ҡарай. Һуңғы осорҙа япондар, корейҙар һәм ҡытайҙар төйәк итә башлаған.
Мәғариф һәм мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белем биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдә мәктәпкәсә белем алыу мотлаҡ түгел. Ә башланғыс (төп) белемгә эйә булыу өсөн 8 йыл уҡырға кәрәк. Мәғариф буйынса мәсьәләләрҙе көйләгән ил Конституцияһына ярашлы, һәр кем башланғыс белем алырға тейеш, һәм ул бушлай. Ҡуйылған талаптарҙың үтәлешенә ата-әсә генә түгел, дәүләт үҙе лә яуап бирә. Өлкәндәр яғынан күҙәтеү етешмәгәнгә йә булмағанға күрә, балалар мәктәпкә йөрөмәһә, был ҙур бәләгә әүерелә. Шулай уҡ ярлы ата-әсәнең балаһын уҡыу йылына әҙерләргә һәм белем йортона ебәрергә аҡсаһы булмаһа, етди мәсьәлә килеп тыуа. Ошо сәбәптәр арҡаһында белем алырға ярҙам итеү урынына, киреһенсә, эшкә егәләр кесе бразилиялыларҙы. Закон буйынса 16 йәштән бәләкәй булғандарҙы хеҙмәткә йәлеп итергә тыйылһа ла.
Бразилияла урта белем алыу өсөн тағы 3 йыл уҡырға кәрәк, әммә был мотлаҡ түгел. Бындай мәктәптәргә аҡсаны башлыса штаттар һәм муниципалитеттар бүлә. Шуға күрә белем сифаты ла финанс мөмкинлеккә бәйләнгән.
Юғары белемде лә барыһы ла алмай, сөнки ул теләк буйынса. Дипломлы белгес булыу өсөн 4 — 6 йыл уҡырға кәрәк. Дәүләт учреждениелары менән бер рәттән шәхси уҡыу йорттары ла байтаҡ бында. Ләкин улар түләүле һәм белем алыу бик ҡиммәткә төшә: хаҡтар 50-нән алып (бәләкәй ҡалаларҙа) 500 долларға тиклем (ҙур ҡалаларҙа) тирбәлә.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө этник төркөмдәр һәм халыҡтарҙың — американлылар, европалылар, бразилиялылар — мәҙәниәттәренең ҡушылмаһы Бразилияға уникаль мәҙәни мираҫ алып килгән. Шулай ҙа португалдарҙың йоғонтоһо әле булһа һиҙелерлек. Илдә ҡатнаш мәҙәниәттәрҙән барлыҡҡа килгән халыҡ ижады көслө үҫешкән. Әҙәбиәткә ҙур урын бирелә, шағирҙары күп. Һынлы сәнғәт, көршәк яһау сәнғәте лә киң таралған. Төрлө йүнәлештәге йыр-моңдо үҙ итәләр. Иң таралған бейеүҙәре — самба (индейҙар, португалдар һәм африкандарҙың төрлө ритмдары һәм йырҙары ҡушылмаһы).
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң таралған спорт төрө булып, әлбиттә, футбол (мини-футбол, пляж футболы, футзал һәм башҡалар) һанала. Халыҡтың яртыһынан күберәге ошо уйын менән мауыға. Бразилияның футбол командаһы бөтә донъя чемпионаттарында (21 тапҡыр) ҡатнашҡан, биш мәртәбә еңгән.
Икенсе урында — волейбол. Волейболсылары ике тапҡыр — Олимпия, ун бер мәртәбә донъя чемпионы исемен яулай.
Автоспортты ла яраталар бында. «Формула — 1» бәйгеһендә төрлө йылдарҙа илдең өс уҙышсыһы пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелә.
Административ ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бразилия 26 штатҡа һәм 1 федераль округҡа бүленә
- Акри (Acre)
- Алагоас (Alagoas)
- Амазонас (Amazonas),
- Амапа (Amapá)
- Баия (Bahia)
- Гояс (Goiás)
- Мараньян (Maranhão)
- Мату-Гросу (Mato Grosso)
- Мату-Гросу-ду-Сул (Mato Grosso do Sul)
- Минас-Жерайс (Minas Gerais)
- Пара (Pará)
- Параиба (Paraíba)
- Парана (Paraná)
- Пернамбуку (Pernambuco)
- Пиауи (Piauí)
- Рио-де-Жанейро (Rio de Janeiro)
- Риу-Гранди-ду-Норти (Rio Grande do Norte)
- Риу-Гранди-ду-Сул (Rio Grande do Sul)
- Рондония (Rondônia)
- Рорайма (Roraima)
- Санта-Катарина (Santa Catarina)
- Сан-Паулу (São Paulo)
- Сеара (Ceará)
- Сержипи (Sergipe)
- Токантинс (Tocantins)
- Эспириту-Санту (Espírito Santo)
Унан башҡа Бразилия 5 регионға бүленә.
Торамалар (йәшәү пункттары)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бразилия — юғары урбанизациялы дәүләт. Бразилия география һәм статистика институтының (БГСИ) мәғлүмәттәре буйынса — ундан һигеҙ кеше ҡалала йәшәйҙәр. Ҙур ҡалалары Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро, Сальвадор, Белу-Оризонти, Форталеза, Бразилия.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ф. ҒАФАРОВ. Бразилия – футбол, ҡәһүә, карнавалдар иле. Йәншишмә. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзите.01.08.2014
- Тематический номер журнала «Вокруг света» о Бразилии (май 2009).
- Бразилия в энциклопедии «Кругосвет».