Эстәлеккә күсергә

Верещагин Василий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Василий Верещагин
Фотография
Исеме:

Василий Васильевич Верещагин

Тыуған:

14 (26) октябрь 1842[1]

Тыуған урыны:

Череповец, Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы[2][3][4]

Үлгән:

31 март (13 апрель) 1904[1] (61 йәш)

Үлгән урыны:

Порт-Артур, Квантунская область, Российская империя

Ил:

 Рәсәй империяһы

Жанр:

батальный

Стиль:

реализм

Наградалары:
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
Исемдәре:

Ҡалып:ИАХ

Имза:

 Работы

Верещагин Василий Васильевич (14) 26 октябрь 1842 йыл — 31 март (13 апрель) 1904 йыл) — Рәсәй империяһы рәссамы, әҙәбиәтсе, рәссамдар араһында иң билдәле баталист.

В. Верещагин Диңгеҙ кадет корпусын тамамлаған осорҙа (Шпаковский фотоһы 1860 й.).

Василий Васильевич Верещагин 14 (26) октября 1842 йылда Череповецта (хәҙерге Вологда өлкәһе) урындағы дворяндар етәксеһе ғаиләһендә тыуған. Өс ағай-энеһе бар. Барыһы ла хәрби-уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Кеселәре — Сергей (1845—1878) һәм Александр (1850—1909), профессиональ хәрби булалар; өлкәне Николай (1839—1907) — йәмәғәт эшмәкәре.

В. Верещагин Кавказға беренсе сәйәхәте ваҡытында

1850 йылда ул ағаһы Николай менән бергә Александровский кадет корпусына уҡырға инә[5]. Һуңынан Диңгеҙ кадет корпусын тамамлаған, ул, ҡыҫҡа ғына хеҙмәтенән һуң, яңы ғына алған мичман чинында отставкаға сыға һәм Петербург Художество академияһынауҡырға инә, унда 1860—1863 йылдар буйына А. Т.. Марков, Ф. А. Моллер һәм А. Е. Бейдеман ҡулы аҫтында уҡый Академияһын ҡалдырып, Кавказға китә, унда бер йыл самаһы була Шунан Парижға китә, унда 1864—1865 йылдарҙа Жером етәкселеге аҫтында эшләй һәм уҡый.

1865 йылдың март айында Кавказға ҡайта һәм натуранан картиналар яҙыуын дауам верещагин натура менән ҡайтты.

1865 йылдың көҙөндә Верещагин Петербургҡа ҡайта, ә һуңынан, йәнә Парижға ҡайтып, уҡыуын дауам итә. Ул 1865—1866 йылдарҙа Париж академияһында белем ала. 1866 йылдың яҙында рәссам, уҡыуын рәсми тамамлап, тыуған яғына ҡайта.

1867 йылда Төркөстан генерал-губернаторы генерал К. П. Кауфмандың саҡырыуын ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итә һәм уның рәссам булып тора. Сәмәрҡәнд ҡалаһын 1868 йылдың 2 майында рус ғәскәрҙәре баҫып алғандан һуң, Верещагин урындағы халыҡ һәм урыҫ һалдаттары менән ҡамауҙа ҡала. Верещагин Сәмәрҡәнд ҡәлғәһен обороналау өсөн Изге георгий орденының 4 дәрәжәһе (14 август 1868 йыл)[6] менән бүләкләнә, һәр төрлө наградаларҙы эшкә һанамаһа ла, уны ғорурлыҡ менән йөрөтә:

Во время восьмидневной осады Самаркандской цитадели скопищами бухарцев, прапорщик Верещагин мужественным примером ободрял гарнизон. Когда 3-го июня неприятель в огромных массах приблизился к воротам и кинувшись на орудия успел уже занять все сакли, прапорщик Верещагин, несмотря на град камней и убийственный ружейный огонь, с ружьём в руках бросился и своим геройским примером увлёк храбрых защитников цитадели

1869 йыл башында Кауфман ярҙамы менән Верещагин «төркөстан күргәҙмә»һен ойоштора унда үҙенең Ташкентта, Сәмәрҡәнд һәм Бохарала, ҡаҙаҡ далаларында һәм Төркөстанда яҙған картиналарын күрһәтә. Күргәҙмә тамамланғандан һуң, Верещагин Себер аша яңынан Төркөстан төбәгенә китә.

Был юлы рәссам Семиречье һәм Көнбайыш Ҡытайҙы ҡыҙыра. Был сәйәхәтенә арнап Верещагин әҫәрҙәр яҙа, улар араһында "Богатый киргизский охотник с соколом, Иссыҡ-Куль пейзаждары, Тянь-Шань түбәләре төшөрөлгән картиналар яҙа. Шуларҙың иң сағыуы — «Проход Барскаун» картинаһы.

Был ваҡытта көнбайыш ҡытай богдыхана ғәскәрҙәре ихтилал байрағы күтәргән дунгандар менән һуғыша. Верещагин урындағы ҡалаларҙың һуғыштан ҡалған емереклектәрен төшөрә. «Апофеоз войны» тигән билдәле картинаһында ул Кашгар деспоты Валихан түрәнең европа сәйәхәтсеһен язалап, уның башын башҡа язалап үлтерелгән кешеләрҙең башынан яһалған пирамида өҫтөнә һалырға бойорған тигән тәьҫораттарҙан сығып яҙылған.

Верещагинға был хәрби операцияларҙа ҡатнашыуы һәм 1869 йылда Төркөстанға икенсе сәйәхәт ҡылыуы «Пусть войдут», «Вошли», «Окружили», «Преследуют», «Напали врасплох» сағыу картиналары өсөн материал бирә. Рәссамдың Мюнхен ҡалаһында 1871—1874 йылдарҙа яҙған был картиналары Европа һәм Рәсәйҙә уға бик ҙур уңыш килтерә.

1871 йылда рәссам Мюнхенға күсеп, көнсығыш мотивтары өҫтөндә эшләүгә күсә. Ошо ваҡытта беренсе ҡатыны Елизавета Фишер менән бергә йәшәй башлай, бары тик 1883 йылда Вологдала ғына ул ҡатыны менән сиркәүҙә никахлаша)[7].

1873 йылда Төркөстан тураһындағы әҫәрҙәрен күрһәтер өсөн Лондондың гәлсәр һарайында үҙенең шәхси күргәҙмәһен ойоштора. 1874 йылдың яҙында Петербургта күргәҙмәһе үтә. Верещагин күргәҙмәһен ҡараған кешеләр рәссамды антипатриотизмда ғәйепләй. Верещагин полотнолары менән танышҡан император Александр II, рәсми яҙыу буйынса, «үҙенең ҡырҡа ризаһыҙлығын белдерә», ә бөйөк кенәз Александр Александрович, — буласаҡ император Александр III, — рәссам тураһында үҙ фекерен былай тип белдерә:

Әммә быға ҡарамаҫтан бер айҙан Верещагинға сәнғәт академияһы профессоры исемен бирәләр, ә Верещагин ул исемдән баш тарта.

Һуңынан ике йыл тиерлек Верещагин Һиндостанда йәшәй, шулай уҡ Тибетта ла була. 1876 йылдың яҙында рәссам Парижға ҡайта.

Верещагин мольберт янында, 1902

1877 йылдың яҙы башланыу менән Верещагина урыҫ-төрөк һуғышы башланыуын белә һәм шунда уҡ, Париждағы үҙ оҫтаханаһын ҡалдырып, ғәмәлдәге армияға китә. Армия командованиеһы уны Дунай армияһы башкомандующийының адъютанттары составына йүнәлтә, уға ҡаҙна аҡсаһынан тыш ғәскәрҙәр буйлап йөрөү хоҡуғы бирелә. Рәссам ҡайһы бер алыштарҙа ҡатнаша.

1877 йылдың июнендә ул ауыр йәрәхәт ала, пуля уның янбашын тишеп үтә.

Етди яраланған булған, дөрөҫ дауаламау арҡаһында уның бото шешә башлай, гангренаның тәүге билдәләре барлыҡҡа килә. Артабан уның яраһын ярып таҙалайҙар, шунан һуң ул төҙәлә башлай[8].

Верещагин 1882—1883 йылдарҙа тағы Һиндостан буйлап сәйәхәт итә. 1884 йылда Сүриәгә һәм Фәләстинға бара, инжил сюжеттары буйынса картиналар яҙа. Ошо осорҙа ул яңы картиналар серияһын — «Распятие на кресте во времена владычества римлян», «Казнь из пушек в Британской Индии».

1891 йылда Верещагин Мәскәү янындағы Нижние Котлы ауылында участка һатып ала һәм ул үҙ ғаиләһе өсөн йорт һәм оҫтахана төҙөйа[9].

Василий Верещагин 1894 йылдың йәйендә ғаиләһе менән Пинега, Төньяҡ Двина, Аҡ диңгеҙ, Соловкаға сәйәхәт ҡыла.

1899 йылда ай ярым ғаиләһе менән йәйҙе Ҡырымда үткәрә[10].

1901 йылда рәссам Филиппин утрауҙары, 1902 — АҠШ менән Куба, 1903 — Японияла була.

Верещагин 1901 йылда Нобель тыныслыҡ премияһына тәҡдим ителгән тигән һүҙ ялған.

Урыҫ-япон һуғышы башланыу менән Верещагин фронтҡа китә. Ул 31 март (13 апрель1904 йылда адмирал С. О. Макаров менән бергә «Петропавловск» броненосецында мина шартлауҙан һәләк була Порт-Артурҙа рейдта торғанда[11].

  • 1-се ҡатыны — Элизабет Мария Фишер (Рид), урыҫ традицияһы буйынса Елизавета Кондратиевна Верещагина (1856—1941) 1871 йылдан алып 1890 йылға тиклем никахта тора. Айырылышыуҙарының теүәл ваҡыты билдәле түгел, шулай уҡ православие йолаһы буйынса никах төҙөгәндәре йәки башҡа йола буйынсамы, билдәле түгел[12]. «Очерки путешествия в Гималаи г-на и г-жи Верещагиных» китабының авторҙашы. Портрет һәм фотоһүрәттәре һаҡланмаған.
    • Клавдия (хаттарында телгә алына, күрәһең, бала саҡта вафат булған)
  • 2-се ҡатыны — Андреевская Лидия Васильевна (1865—1912?). 1894 йылда, беренсе балаалары тыуғандан һуң инде, рәсми никахтары төҙөлә. Талантлы пианист. Госпиталдәр серияһында шәфҡәт туташы рәүешендә һүрәтләнгән[13].
    • Лидия (1890—1896)
    • Василий (1892—1981)
    • Анна (1895—1917)
    • Лидия (1898—1930)[14]. Улы — Александр Сергеевич Плевако, рәссамдың берҙән-бер ейәне. Билдәле адвокат Ф. Н. Плевако ның кесе улы С. Ф. Плевако тарафынан уллыҡҡа алынған
Нижние Котлы ауылында В. В. Верещагиндың оҫтаханаһы

Серия:

  • Кавказская серия (1863—1864, 1865 гг.)
  • Туркестанская серия (1867—1874 гг.)
  • «Варвары». Героическая поэма. В неё входят картины: «Высматривают» (1873), «Нападают врасплох» (1871), «Окружили — преследуют…» (1872) «Представляют трофеи» (1872), «Торжествуют» (1872), «Апофеоз войны» (1871)
  • Индийская серия (1874—1880-е)
  • Балканская серия (1877—1881). Включает картины: «В турецкой покойницкой» (1881)
  • Трилогия казней (1884—1887)
  • Палестинская серия (1883—1885)[15]
  • Русская серия (1884—1885)
  • Наполеон в России (1887—1900)[16]
  • Госпитальная серия
  • Японская серия (1903—1904)
Атака алдынан. Плевна аҫтында. 1881 й.

В. В. Верещагин Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә сыҡҡан бөтәһе 12 китап, бик күп мәҡәләләр авторы.

Үлгәндән һуң сыҡҡан баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Переписка В. В. Верещагина и В. В. Стасова / Подгот. текста и примеч. А. К. Лебедева и Г. К. Буровой, под ред. А. К. Лебедева. — М.: Искусство, 1950.
    • Т. 1. 1874—1878. — 423 с.: 4 л. ил.
    • Т. 2. 1879—1883. — 380 с.: 4 л. ил.
  • Переписка В. В. Верещагина и П. М. Третьякова / Подгот. текста и примеч. Н. Г. Галкиной; Вступ. ст. О. А. Лясковской. — М.: Искусство, 1963. — 138 с.: 4 л. ил.
  • Избранные письма / Сост., предисл. и примеч. А. К. Лебедева. — М.: Изобразительное искусство, 1981. — 287, [11] с.: 11 л. ил.
  • Повести. Очерки. Воспоминания / Сост., вступ. ст. и примеч. В. А. Кошелева и А. В. Чернова. — М.: Советская Россия, 1990. — 349, [1] с.: [16] л. ил.
  • Наполеон I в России / Составление, подгот. текста, вступ. ст. В. А. Кошелева и А. В. Чернова. — Тверь: Созвездие, 1993. — 286 с.: ил.
  • Скобелев. Воспоминания о Русско-Турецкой войне 1877—1878 гг. — М.: Даръ, 2007. — 496 с. — ISBN 978-5-485-00152-0.
  • «Вревская Юлия» (1977) фильмында Верещагин ролен Адомайтис Регимантас башҡара .
  • «Секретная служба Его Величества» сериалының 5 һәм 6 серияларында Верещагиндың сәйәси эшмәкәрлеге тураһында һөйләнә.
Һәйкәл-бюст Верещагино ҡалаһының вокзал алды майҙанында
Рәсәй иҫтәлекле почта маркаһы :



Верещагиндың тыуыуына 150 йыл
  • Верещагин урамы — Ломоносов урамы (Санкт-Петербург)
  • Верещагин урамы Киевта
  • Верещагин урамы Череповецта
  • Верещагин урамы Воронежда
  • Верещагин урамы Днепрҙа
  • Верещагин урамы Екатеринбургта
  • Верещагин урамы Дондағы Ростовта
  • Верещагин урамы Запорожьела
  • Верещагин урамы Мәскәүҙең «Сокол» рәссамдар ҡасабаһында
  • Верещагин тыҡрығы Липецкиҙа
  • Пермь крайында Верещагино ҡалаһы[17]
  • 1995 йылдың 18 июнендә Верещагино ҡалаһы вокзал алды майҙанында Верещагинға һәйкәл-бюст асыла, (проекттың скульпторы А. А. Уральский)
  • Череповецта һәйкәл-бюст (1957 й.; скульпторы — Едунов Б. В., А. Портянко М.; архитекторы — Гуляев А. В.)
  • Верещагин Йорт-музейы. Социалистик урамы, 22-се йорт, Череповецта.
  • В. В. Верещагин исемендәге Николаевский художество музейы.
  • «Верещагинский проект» өлкән класс уҡыусылары өсөн Мәҙәни-ағартыу интеллектуаль конкурсы.
  • Череповец ҡалаһының Верещагин В. В. исемендәге үҙәк ҡала китапханаһын (1967 йылдан алып рәссам исемен йөрөтә)
  1. 1,0 1,1 Верещагин Василий Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #119268353, Record #117371173 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. https://www.britannica.com/biography/Vasily-Vasilyevich-Vereshchagin
  4. https://rkd.nl/explore/artists/210140
  5. Мемориальная доска В. В. Верещагину 2019 йыл 25 февраль архивланған. // Энциклопедия «Санкт-Петербург»
  6. Ежегодник Русской армии на 1869 год. Часть 2. — СПб., 1869. — С. 282.
  7. Верещагин Василий Васильевич
  8. Верещагин В. В. Скобелев: Воспоминания о Русско-Турецкой войне 1877—1878 гг. — М.: Даръ, 2007. — 496 с. — ISBN 978-5-485-00152-0. — С. 25—65.
  9. В поисках дома художника Василия Верещагина — расследование
  10. Аксентьев С. Т. «Монастырские» каникулы В. В. Верещагина // Московский журнал (1991). — 2013. — № 10. — С. 18—24. — ISSN 0868-7110.
  11. Савруева О. В., научный сотрудник ВИМ ТОФ. «Он хотел показать людям трагедию и глупость войны…»: К 175-летию со дня рождения великого русского художника Василия Васильевича Верещагина. 2019 йыл 7 ноябрь архивланған.
  12. Суетенко В. П. Дом у заставы. Московские годы жизни и творчества В. В. Верещагина. — М., 1968. — 200 с. Дата обращения: 10 март 2018.
  13. Василий Верещагин и Лидия Андреевская | Люди | Истории | ArtInHeart.ru. www.artinheart.ru. Дата обращения: 10 март 2018.
  14. Летописец своей эпохи — художник В. В. Верещагин // Верещагины. «России славу умножая…» : [альбом / авт.-сост. О. П. Починюк; редакц. совет: Е. Н. Рачкова (гл. ред.) и др.; вступ. ст.: В. Е. Позгалев]. — СПб.: Северославянское бюро рекламы, 2008. — 143 с.
  15. В. В. Верещагин. Палестинская серия.
  16. Василий Васильевич Верещагин (1842—1904): Цикл полотен «1812 год».
  17. Город Верещагино.