Эстәлеккә күсергә

Канонников тауы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Канонников (тау) битенән йүнәлтелде)
Канонников тауы
урыҫ Канонникова гора
Төп мәғлүмәт
Майҙаны125
Нигеҙләнгән ваҡыты2003
Урынлашыуы
51°59′55″ с. ш. 56°45′52″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
Канонников тауы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Канонников тауы

Канонников тауы (урыҫса: Канонников (гора)) — Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, ботаника йүнәлешендәге дендрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы[1]

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың Ейәнсура районында урынлашҡан фәнни һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтенә эйә булған был тәбиғәт ҡомартҡыһы 2003 йылдың июнендә ойошторола. Дөйөм майҙаны 125 гектарға етә. Һаҡлана торған төп объекттар түбәндәгеләр: эверсман ҡаҙ үләне, урыҫ сыбар сәскәһе, биберштейн тюльпаны, шулай уҡ йәнлектәрҙән һыуыр-байбаҡ. Әлеге көнгә тиклем бында үҙенсәлеген юғалтмаған һәм төрлө ҡырағай йәнлектәргә бай булған дала мөхите хөкөм һөрә[1].

Биләмә Түбәнге Аҡбирҙе ауылынан 1 км алыҫлыҡта ята. Эзбиз таштарынан хасил булған һыртҡа оҡшаш арҡа. Абсолют бейеклеге — 402,4 метр, Аҡбирҙе йылғаһы кимәленә ҡарата бейеклеге — 180 метр. Бында, нигеҙҙә, дала үҫемлектәре киң таралған. Һырттарын ҡатнаш киң япраҡлы урман ҡаплаған, тау битләүҙәрен Көньяҡ Уралдың эндемигы эверсман ҡаҙ үләне, Ҡаҙағстан тәбиғәтенә хас ваҡ сопочник үләне үҫә. Ошонда уҡ Коржинский ҡылғаны, матур ҡылған, энәле ҡәнәфер һәм башҡа дала үҫемлектәре осрай[1].

  • Постановление кабинета Министров Республики Башкортостан от 26.02.1999 № 48.

Об утверждении положений об особо охраняемых природных территориях в Республике Башкортостан 26.02.1999 48.

  • Постановление правительства Республики Башкортостан от 19.06.2003 №146

Об объявлении природных объектов и комплексов памятниками природы республиканского значения 19.06.2003 146