Куркоткин Семён Константинович
Куркоткин Семен Константинович (31 ғинуар (13 февраль) 1917 йыл — 16 сентябрь 1990 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе, Советтар Союзы маршалы, Советтар Союзы Геройы (1981). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1976—1989).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Куркоткин Семен Константинович 1917 йылдың 31 ғинуарында (13 февраль) Мәскәү өлкәһенең Раменское районында Запрудная ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. 1936 йылда Мәскәү индустриаль-педагогия техникумын тамамлай .
Һуғышҡа тиклемге хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл армия сафында 1937 йылдың 1 сентябренән. Үҙ теләге менән Мәскәү өлкәһенең Звенигород военкоматы аша инә. 1939 йылда Орел бронялы танкы училищеһын тамамлай[3]. Әммә командалыҡ эше урынына 1939 йылдың сентябренән 1940 йылдың октябренә тиклем рота политругы итеп хәрби-сәйәси эшкә ҡушыла. Хәрби-сәйәси училищеға ебәрелә, уны 1941 йылда тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың авгусынан — Карелияла 7-се айырым армия уҡсылар дивизияһының айырым разведка батальонының танк ротаһы политругы була. 1942 йылдың ғинуарында военкомдарҙы әҙерләү курстарына йүнәлтелә, уны тамалағас, 1942 йылдың майында Воронеж фронтына ебәрелә. Унда — танк батальоны командиры, 1942 йылдың октябренән — айырым танк батальоны командиры, 1942 йылдың декабренән айырым танк полкы командиры урынбаҫары вазифаларында һуғыша.
1943 йылда Юғары офицерҙар составын камиллаштырыу ҡыҫҡа сроклы академик курстарҙы тамамлай. 1943 йылдың июненән — Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында танк бригадаһы командиры урынбаҫары, 1944 йылдың декабренән һуғыш аҙағына тиклем — шул уҡ танк бригадаһы командиры вазифаһын башҡарыусы. Бригада менән командалыҡты алыш барышында, командир сафтан сыҡҡас, үҙ яуаплылығына ала[3]. Ғөмүмән, һуғыш йылдарында батыр алыша, бер нисә тапҡыр яралана, 6 хәрби орден менән бүләкләнә. Уның етәкселегендә бригада Ҡыҙыл Байраҡлы исемен ала.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #1061317528 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Semjon Konstantinowitsch Kurkotkin // filmportal.de — 2005.
- ↑ 3,0 3,1 «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 533—534. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ҡалып:Книга:ВОВ. Энциклопедия
- Маршалы Советского Союза: личные дела рассказывают. — М., 1996.
- «Где тыл, там вечный бой» // «Красная звезда», 31 октября 2007 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Семён Константинович Куркоткин // Сайт Министерства обороны Российской Федерации
- Куркоткин Семён Константинович . «Герои страны» сайты.
- Могила С. К. Куркоткина.
- 13 февралдә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 16 сентябрҙә вафат булғандар
- 1990 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Кутузов ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- «За отличие в охране государственной границы СССР» миҙалы менән наградланғандар
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «За укрепление боевого содружества» миҙалы менән наградланыусылар
- Ҡыйыуҙар тәреһе кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Польша Яңырыуы орденының Командор тәреһе кавалерҙары
- КПСС-тың XXVII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXVI съезы делегаттары
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXIV съезы делегаттары
- КПСС-тың XXIII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- 7-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- СССР танкистары
- Бөйөк Ватан һуғышы танкистары
- Бөйөк Ватан һуғышы сәйәси эшмәкәрҙәре
- Чехословакияның Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары (Монголия)
- Сухэ-Батор ордены кавалерҙары
- I дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Совет Союзы маршалдары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Раменский районында тыуғандар