Эстәлеккә күсергә

Мариҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Марыйҙар битенән йүнәлтелде)
Мариҙар

Йыван КырлаЧавайн Сергей
Үҙ атамаһы

мар. Марий, Мары, Маре, Мӓрӹ

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 675 000
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
  547 605 (2010 г.)[1], 604 298 (перепись 2002)[2]

Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан:
    4 416 (перепись 2009)[3]
Украина Украина:
    4 130 (2001)[4]
Беларусь Беларусь:
      416 (2009)[5]
Латвия Латвия:
      277 (2009)[6]
Эстония Эстония:
      245 (перепись 2000)[7]

Археологик культура

Ананьин мәҙәниәте, Городецк мәҙәниәте, Боронғо мари мәҙәниәте

Тел

Мари теле һәм горномарийский язык[d]

Дин

Mажоритар:
Рус православиеһы сиркәүе — православие
Mиноритар:
Мари традицион дине

Раса тибы

Европеоид расаһы, Субурал тибы

Халыҡ

фин-уғыр телдәре

Туғандаш халыҡтар

әрзә, муҡшы, меря, мурома

Мариҙар (мар. марий, мары, маре, мӓрӹ; элегерәк: рус. черемисы, төрки тел. чирмыш[8][9][комм. 1])) — Рәсәйҙә фин-уғыр халҡы, Марий Эл Республикаһының төп халҡы. Рәсәйҙә 643 мең кеше, шул иҫәптән Марий Элда 324 мең кеше, Башҡортостанда 106 мең кеше иҫәпләнә.

Мариҙарҙың дүрт төркөмөн бүлеп йөрөтәләр: тау (Марий Элдең көнбайышында һәм күрше райондарҙа, Волганың уң һәм өлөшләтә һул ярында йәшәй), төньяҡ-көнбайышта (Киров өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән төньяҡ-көнсығышта), болон (мари халҡының күпселеген тәшкил итә, Волга-Вятка йылғалары араһын биләй) һәм көнсығыш (Волганан Башҡортостанға һәм Уралға иммигранттарҙан барлыҡҡа килгән). Һуңғы ике төркөм тарихи һәм лингвистик яҡтан яҡын.

Мари халҡы вәкилдәре Башҡортостанда башлыса Балтас, Бөрө, Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы, Мишкә, Нуриман, Шаран, Яңауыл райондарында йәшәй. Дөйөм алғанда, республикала 240-тан ашыу мари ауылы иҫәпләнә.

Мари халҡының күпселеге бөгөн ике телле — урыҫ телендә лә һөйләшәләр.

Мариҙарҙың күпселеге мәжүси, бер өлөшө христиан, ҡалғандары ислам динен тота.

Мари исеме прото-һинд-иран тамырынан *márya-, «кеше» тигәнде аңлата, һүҙмә-һүҙ «хоҙай бәндәһе». Ул фин-уғыр һәм һинд-иран телдәрендә һөйләшеүселәр араһындағы иртә бәйләнештәрҙе күрһәтә[11].

Беҙҙең эраның беренсе мең йыллығында мари ҡәбиләләре Унжи, Ветлуга йылғаларының бассейны һәм Сура һәм Цивил тамағы араһында (Волганың уң ярында) барлыҡҡа килә. Мариҙарҙың нигеҙен көнсығыш дьяковтар, ананьиндар вариҫтары һәм һуңғы городецтар ҡәбиләләре тәшкил иткән[12].

Иҫәбе һәм урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мариҙарҙың Волга-Урал өлкәһендә урынлашҡан майҙаны. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса.

Мариҙарҙың төп өлөшө Марий Эл Республикаһында йәшәй (290 мең кеше). Байтаҡ өлөшө Киров һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә. Иң ҙур мари диаспораһы Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан (103 мең кеше). Мариҙар Татарстанда (18,8 мең кеше), Удмуртияла (8 мең кеше), Свердловск өлкәһе (23,8 мең кеше) һәм Пермь крайында (4,1 мең кеше), Ханты-Манси автономиялы округы, Силәбе һәм Томск өлкәләрендә тығыҙ йәшәй[1]. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда (4 мең, 2009 йыл һәм 12 мең, 1989 йыл), Украинала (4 мең, 2001 йыл һәм 7 мең, 1989 йыл), Үзбәкстанда (3 мең, 1989 йыл) йәшәйҙәр.

Халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса мариҙар һаны (кеше):

1897[13][14] 1926[15] 1939[16] 1959[17] 1970[18] 1979[19] 1989[20] 2002[21] 2010[22]
СССР 428192 481587 504205 598628 621961 670868
Рәсәй Федерацияһы (Рәсәй империяһы, РСФСР) 375439[23] 428001 476382 498006 581082 599637 643698 604298 547605
Марий Эл Республикаһы (Мари автономлы өлкәһе, Мари АССР-ы) 247979 273332 279450 299179 306627 324349 312178 290863
Киров өлкәһе (Вятка губернаһы) 144918[24] 59741 57008 52570 51682 47910 44496 38930 29598
Башҡортостан (Өфө губернаһы, Башҡорт АССР-ы) 80608[25] 79298 90163 93902 109638 106793 105768 105829 103658
Ҡазан губернаһының Царевокшай өйәҙе мариҙары ғаиләһе. Рәсәй империяһы, XX быуат башы
Киров өлкәһе

2002 йыл: район, иҫәп, районда өлөшө:

  • Кильмез, 2 мең, 8 %;
  • Кикнур, 4 мең, 20 %;
  • Лебяж, 1,5 мең, 9 %;
  • Малмыж, 5 мең, 24 %;
  • Пижан, 4,5 мең, 23 %;
  • Санчур, 1,8 мең, 10 %;
  • Тужин, 1,4 мең, 9 %;
  • Уржум, 7,5 мең, 26 %.

Иҫәбе (Киров өлкәһе): 2002 йыл — 38 390, 2010 год — 29 598.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡала һәм ауыл биләмәләре буйынса Волга буйы федераль округында мари халҡының күсенеүе

Мари теле Урал телдәренең фин-уғыр тармағы фин-Волга төркөмөнә ҡарай.

1938/1939 уҡыу йылынан мари мәктәптәрендә урыҫ алфавиты нигеҙендә берҙәм алфавит индерелә[26].

1958 йылғы СССР-ҙың мәғариф тураһындағы законы урыҫ милләтле булмаған балаларҙың ата-әсәләренә балалар өсөн туған телде һайлау хоҡуғы бирә, был мари телендә уҡытҡан мәктәптәрҙең бер өлөшөн ҡыҫҡарта. 1988/1989 уҡыу йылында Мари АССР-ында 255 милли мәктәп эшләй. Мари телен күпселек осраҡта айырым предмет булараҡ өйрәнәләр. Башланғыс мәктәптә туған тел булараҡ Мари АССР-ында һәм күрше төбәктәрҙә 12 000 бала өйрәнә[27].

Мари Эл Республикаһында 2000 йылдар уртаһында мари теле туған тел итеп 163 мәктәптә, айырым предмет булараҡ 125 мәктәптә өйрәнелә[28].

Рәсәйҙә 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса мари телендә 487 855 кеше һөйләшә. Рәсәйҙә 604 298 мари кешеһе араһында 464 341 кеше (76,8 %) мари телендә һөйләшә, 587 452 кеше (97,2 %) рус телендә һөйләшә, йәғни мари-рус ике теллелеге киң таралған[29][30]. Марий Элдағы 312 195 мари кешеһе араһында мари телендә 262 976 кеше (84,2 %) һөйләшә, шул иҫәптән болон-мари телендә — 245 151 кеше (93,2 %) һәм тау-мари телендә — 17 825 кеше (6,8 %); урыҫ телендә — 302 719 кеше (97,0 %)[31][32].

Православиенан тыш мариҙарҙың үҙ традицион дине бар, ул хәҙерге ваҡытта ла үҙҙәренең рухи мәҙәниәтендә билдәле бер роль уйнай. Мариҙарҙың үҙ традицион диненә тоғролоғо Европа һәм Рәсәй журналистарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мариҙарҙы хатта «Европаның һуңғы мәжүсиҙәре» тип тә атайҙар[33].

XIX быуатта мариҙарҙың традицион дине ҡыҫырыҡлауҙарға дусар була. Мәҫәлән, 1830 йылда Эске эштәр министры күрһәтмәһе буйынса (уға Изге Синодтан мөрәжәғәт килә) ғибәҙәт ҡылыу өсөн урынын — Чумбылат курыкты шартлаталар. Шуға ҡарамаҫтан, Чумбылат ташын юҡҡа сығарыу көтөлгән һөҙөмтә бирмәй, сөнки мариҙар ташҡа түгел, ә ундағы аллаға табына[34].

Элек-электән мариҙарҙың милли исемдәре булған. Уларҙың исем формалашыуының үҙ формаһы бар, патроним һәм үҙ исемендәге йыйылмаһынан тора. Ул күп йәһәттән исланд теленә оҡшаған. Мәҫәлән, Абай Имансар (Имансар Абаевич), Яҥграват Токтар (Токтар Яҥграватович), Темрай Саркандай (Саркандай Темраевич). Ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Лари Салима (Салима Лариевна), Кыркылай Лыставий (Лыставий Кыркылаевна), Гельсий Агави (Агави Гельсиевна) һ. б.

Рәсәй мариҙарының белем кимәле Рәсәй Федерацияһы халҡына ҡарағанда күпкә түбәнерәк. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, мариҙар араһында 11,7 % ғына юғары йәки юғары уҡыу йортонан һуң белемле булған (15 йәштән өлкән 470 834 кешенән 55 277 кеше белем кимәлен күрһәтә)[35]. Рәсәй халҡы араһында 2010 йылда юғары йәки аспирантурала белем алған кешеләрҙең өлөшө 23,4 % тәшкил итә (15 йәштән өлкәнерәк 117 639 476 кешенән 27 540 707 кеше белем кимәлен күрһәтә)[36].

Башҡортостан мариҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан — Мари Элданн һуң Рәсәйҙә йәшәүсе мариҙар һаны буйынса икенсе урында. Башҡортостанда 105 829 мари йәшәй (2002)[37][38], Башҡортостан мариҙарының өстән бер өлөшө ҡалаларҙа йәшәй.

Мариҙарҙың Уралға күсеүе XV—XIX быуаттарҙа бара һәм уларҙы Урта Волгала көсләп христианлаштырыу менән аңлатыла. Башҡортостандың мари халҡы күпселек осраҡта традицион инаныуҙарын һаҡлап ҡалған.

Мари телендә белем алыу милли мәктәптәрҙә, Бөрө һәм Благовещен урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында бар. Өфөлә «Марий ушем» Мари йәмәғәт берекмәһе эшләй.

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Всероссийская перепись населения 2002 года
  3. Агентство Республики Казахстан по статистике. Перепись 2009. (Национальный состав населения.rar)
  4. Всеукраїнський перепис населення 2001. Русская версия. Результаты. Национальность и родной язык.
  5. Национальный состав населения Белоруссии, её областей и районов. Перепись 2009
  6. Распределение населения ЛР по национальному составу и государственной принадлежности на 01.07.2009. (латыш.)
  7. Статкомитет Эстонии Национальный состав населения Перепись 2000 г. ([1])
  8. Марийцы, 2005, с. 5
  9. Энциклопедия Республики Марий Эл, 2009, с. 519
  10. «Мари», а не «черемисы». Что произошло 100 лет назад Архивная копия от 7 октябрь 2022 на Wayback Machine, Дмитрий Любимов, Idel.Реалии.
  11. The cultural counterparts to Proto-Indo-European, Proto-Uralic and Proto-Aryan: Matching the dispersal and contact patterns in the linguistic and archaeological record // The Indo-Aryan controversy: Evidence and inference in Indian history. — Routledge, 2005. — P. 119. — ISBN 9780700714636.
  12. Финно-угорские народы России: генезис и развитие. — Саранск: НИИ гуманитарных наук при Правительстве Республики Мордовия, 2011. — С. 187. — 220 с.
  13. Данные по переписи 1897 г. приведены по территории Российской империи, Вятской и Уфимской губерниям
  14. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку, губерниям и областям. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  15. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 22 май 2011 года.
  16. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 23 август 2011 года.
  17. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 16 март 2010 года.
  18. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 3 декабрь 2009 года.
  19. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 24 март 2010 года.
  20. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 16 март 2010 года.
  21. Всероссийская перепись населения 2002 года. Национальный состав населения по регионам России. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 22 июнь 2011 года.
  22. Всероссийская перепись населения 2010 г. Население по национальности, полу и субъектам Российской Федерации. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 28 декабрь 2014 года.
  23. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку, губерниям и областям. По империи. Черемисское. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 20 декабрь 2014 года.
  24. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку, губерниям и областям. Вятская. Черемисское. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 20 декабрь 2014 года.
  25. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Распределение населения по родному языку, губерниям и областям. Уфимская. Черемисское. Дата обращения: 15 ғинуар 2015. Архивировано 20 декабрь 2014 года.
  26. Финно-угорские народы России: диалектика жизненных ценностей. Учебное пособие / Под ред. П.Н. Тултаева. — Саранск: НИИ Гуманитарных наук при Правительстве Республики Мордовия, 2013. — С. 128. — 195 с.
  27. Финно-угорские народы: диалектика жизненных ценностей / Под ред. П.Н. Тултаева. — Саранск: НИИ Гуманитарных наук при Правительстве Республики Мордовия, 2013. — С. 131—133. — 195 с.
  28. Финно-угорские народы России: диалектика жизненных ценностей / под ред. Тултаева. — Саранск, 2013. — С. 134—135. — 195 с.
  29. Всероссийская перепись населения 2002. Т.04.04. Распространенность владения языками в России (2002 г.). Дата обращения: 17 июль 2011. Архивировано 3 сентябрь 2011 года.
  30. Всероссийская перепись населения 2002. Т.04.05. Владение языками населением наиболее многочисленных национальностей. Дата обращения: 17 июль 2011. Архивировано 9 июнь 2011 года.
  31. Всероссийская перепись населения 2002. Т.04.06. Владение языками (кроме русского) населением отдельных национальностей по республикам, автономной области и автономным округам Российской Федерации. Дата обращения: 17 июль 2011. Архивировано 4 ноябрь 2006 года.
  32. Всероссийская перепись населения 2002. Т.04.03. Население по национальности и владению русским языком по субъектам Российской Федерации. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 4 ноябрь 2006 года.
  33. Последние язычники Европы. Дата обращения: 6 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 12 май 2014 года.
  34. Кузнецов С. К. Поездка к древней черемисской святыне, известной со времён Олеария // Этнографическое обозрение. 1905. № 1. С. 129—157.
  35. Население наиболее многочисленных национальностей по возрастным группам, полу и уровню образования (c. 868). Дата обращения: 25 февраль 2016. Архивировано 30 март 2016 года.
  36. Население по возрастным группам, полу и уровню образования по субъектам Российской Федерации (c. 6). Дата обращения: 25 февраль 2016. Архивировано 13 декабрь 2016 года.
  37. >. Число марийских деревень — более 240. Дата обращения: 26 февраль 2010. Архивировано 4 ноябрь 2006 года.
  38. статья «Марийцы» в Энциклопедии Башкортостан(недоступная ссылка)
  39. 39,00 39,01 39,02 39,03 39,04 39,05 39,06 39,07 39,08 39,09 39,10 39,11 39,12 39,13 39,14 39,15 39,16 39,17 Марийцы, 2005, с. 252
  40. История марийской литературы, 1989, с. 122
  41. 41,0 41,1 41,2 Марийцы, 2005, с. 269
  42. Ҡалып:Книга:Кто есть кто в Марий Эл
  43. 43,0 43,1 43,2 43,3 Марийцы, 2005, с. 267
  44. 44,0 44,1 44,2 История марийской литературы, 1989, с. 249—259
  45. 45,0 45,1 45,2 45,3 Марийцы, 2005, с. 266
  46. Марийцы, 2005, с. 279
  47. Мочаев, 2017, с. 120
  48. История марийской литературы, 1989, с. 106
  49. 49,0 49,1 История марийской литературы, 1989, с. 100
  50. История марийской литературы, 1989, с. 41
  51. Зотин Владислав Максимович 2018 йыл 12 июль архивланған..
  52. Выборы президента Республики Марий Эл 2018 йыл 17 сентябрь архивланған..
  53. Зотин Владислав Максимович 2018 йыл 25 июль архивланған..
  54. Марийцы, 2005, с. 270
  55. 55,0 55,1 Марийцы, 2005, с. 276
  56. Кириллова Сарра Степановна. Марийский национальный театр драмы им. Шкетана. Дата обращения: 3 июнь 2019. Архивировано 25 июль 2018 года.
  57. Марийцы, 2005, с. 271
  58. Коршунов Константин Максимович 2019 йыл 27 май архивланған..
  59. Мочаев, 2017, с. 249
  60. Мочаев, 2017, с. 321—322
  61. Мочаев, 2017, с. 335—336
  62. Марийцы, 2005, с. 275
  63. Прохоров Зинон Филиппович. «Герои страны» сайты.
  64. История марийской литературы, 1989, с. 99
  65. История марийской литературы, 1989, с. 353
  66. Кошкина Д. В Марий Эл открыли парк в честь первого Героя Советского Союза по национальности мари. Марийская правда. Новости Республики Марий Эл (30 июль 2015). Дата обращения: 25 июль 2018. Архивировано 25 июль 2018 года.
  67. Олег Тактаров: «Я - мариец» (рус.). Дата обращения: 21 октябрь 2021. Архивировано 15 декабрь 2022 года.
  68. История марийской литературы, 1989, с. 277
  69. Четкарёв Ксенофонт Архипович — краткая биография на сайте «Марийская история в лицах». Дата обращения: 1 ғинуар 2012. Архивировано 19 октябрь 2013 года.
  70. Ҡалып:Книга:Писатели Марий Эл
  71. История марийской литературы, 1989, с. 61
  72. Марийцы, 2005, с. 277
  73. Марийцы, 2005, с. 268
  1. Историки утверждают, что данный термин не является родным для марийцев — по отношению к мари его использовали другие народы. Сами марийцы воспринимали термин «черемисы», как правило, с отторжением и негативом[10]

Ҡалып:Фин-уғырҙар Ҡалып:Народы России с численностью более 100 тысяч человек Ҡалып:Мариҙар