Эстәлеккә күсергә

Вәлиулла Мортазин-Иманский

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы битенән йүнәлтелде)
Вәлиулла Мортазин-Иманский
Исеме:

Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы

Тыуған ваҡыты:

5 ғинуар 1885({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Мораптал волосы, 1-се Иманғол ауылы[1]

Вафат ваҡыты:

10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (53 йәш)

Вафат урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Псевдоним:

Иманский

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1935
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Вәлиулла Мортазин-Иманский (5 ғинуар 1885 йыл — 10 июль 1938 йыл) — актёр, режиссёр, драматург Һәм театр белгесе, йәмәғәт эшмәкәре, педагог һәм администратор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1935), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1922) артисы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Мортазин Вәлиулла Ғәйназар улы (Иманский псевдонимы) 1885 йылдың 5 ғинуарында[2] Ырымбур губернаһының Мораптал улусына ҡараған боронғо башҡорт ауылы Иманғолда (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы)[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Сәнғәттәге юлы 1905—1907 йылғы революция осоронда башлана. Уның исеме Волга буйы Урал, Урта Азия, Кавказ халыҡтарының бер-береһенә туранан-тура бәйләнеше булған театр мәҙәниәтен тәү башлап ойоштороусы эшмәкәрҙәр араһында лайыҡлы урын алып тора.

Вәли Мортазин башҡорт театрына нигеҙ һала һәм оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт театрын етәкләй.

1905 йылда И. Б. Ҡудашев-Ашҡаҙарскийҙың театр труппаһында эш башлай, «Сәйәр» төркөмө менән сығыш яһай.

Актёр В. Мортазин-Иманскийҙың репертуары 500-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.

1937 йылда Иманский ҡулға алына һәм 1938 йылдың 10 июлендә хәрби коллегия хөкөмө буйынса атыла. Репрессия ҡорбаны булараҡ ул бары тик 1957 йылда ғына аҡлана.

Тәүге ҡатыны Мәрфуғанан 1914 йылда тыуған Үзбәк исемле улы хәрби училищела уҡыған ерендә ҡулға алына, Нерчинск ҡалаһында допрос алған ваҡытта туҡмалыуҙан атаһынан биш көн алда үлә (1938 йылдың 5 июлендә).

Икенсе ҡатыны Зәйнәб өс балаһы менән Ҡазан ҡалаһына китә, 1948 йылда үлеп ҡала. Балалар тома һуҡыр өләсәләре менән ҡала (Марат, Мотор, Роза).

  • Рәмилә Йәһүҙина. Башҡорт театры һәм Иманский. Ватандаш журналы. 12 һан. — 2005 йыл.