Эстәлеккә күсергә

Русланова Лидия Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Русланова Лидия Андреевна
рус. Лидия Русланова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Прасковья Андриановна Лейкина-Горшенина
Тыуған көнө 14 (27) октябрь 1900[3]
Тыуған урыны Александровка[d], Ключевский сельсовет[d], Малосердобинский район[d], Саратовский округ[d], Түбәнге Волга крайы[d], СССР[4]
Вафат булған көнө 21 сентябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[5] (72 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Михаил Наумович Гаркави[d][6] һәм Владимир Викторович Крюков[d][7]
Место содержания под стражей Владимирский централ[d]
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d], сопрано[d] һәм контральто[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр русская народная песня[d], городской романс[d], жестокий романс[d] һәм православная музыка[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Мелодия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
 Русланова Лидия Андреевна Викимилектә

Лидия Андреевна Русланова (тыумыштан Прасковья Андриановна Лейкина-Горшенина[8][9]; 14 (27) октябрь 1900 йыл, Һарытау губернаһы, Сердобск өйәҙе, Чернавка ауылы[10], — 21 сентябрь 1973 йыл, Мәскәү) — Рәсәй империяһы һәм СССР йырсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы (1942). Русланова репертуарында төп урынды рус халыҡ йырҙары алып тора. Лидия Русланова СССР-ҙа иң популяр йырсыларҙың береһе була, ә уның рус халыҡ йырҙарын башҡарыуы эталон тип һанала[11][12].

Лидия Русланова киң диапазонлы матур һәм көслө тауышлы була. Ул ғүмере буйы рус халыҡ йырҙарын йыя һәм үҙенең башҡарыу стилен барлыҡҡа килтерә. Уның иң популяр йырҙары араһында: «Степь да степь кругом», «Липа вековая», «Я на горку шла», «Златые горы», «Окрасился месяц багрянцем», «Светит месяц», «Валенки» һәм башҡалар бар. Лидия Русланова совет композиторҙары йырҙарын да йырлай. Беренселәрҙән булып "Катюша"ны башҡара[B 1].

Прасковья Лейкина, буласаҡ йырсы Лидия Русланова, 1900 йылдың 14 (27) октябрендә ярлы старовер крәҫтиәне ғаиләһендә тыуа. Әсәһе эрзә була[13]. Прасковьянан тыш, ғаиләлә тағы Юлия менән Авдей исемле балалар донъяға килә. Атаһы Андрей Маркелович Лейкин пристандә йөксө булып эшләй[14][15].

Рус-япон һуғышы башланғас, ғаилә башлығын фронтҡа алалар. Ҡатыны Татьяна өс балаһы, һуҡыр ҡәйнәһе һәм ауырыу ҡайныһы менән яңғыҙы ҡала. Ул, Һарытауға барып, кирбес заводына эшкә инә.

Лидаға алты йәш тулғас, әсәһе вафат була. Атаһының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Ысынында ул иҫән була, тик аяғын юғалта[16].

Лидаға ете йәш булғанда, уларҙы ҡарап торған өләсәһе лә мәрхүм була.

Хәйер һорашып йөрөгән талантлы ҡыҙға Рус-япон һуғышында һәләк булған бер чиновниктың ҡатыны иғтибар итә. Ул, балаларҙы йәлләп, инстанциялар буйлап йөрөй-йөрөй, уларҙы приюттарға урынлаштырыуға өлгәшә. Өлкәнен Һарытауҙа иң яҡшыларҙан һаналған Киновий сиркәүенең приютына урынлаштыра, бында балалар сиркәү хоры була, ләкин крәҫтиән балаларын унда алмайҙар, ә ҡыҙҙың исем-шәрифе — Агаша Лейкина — уның крәҫтиән сығышлы булыуын һатып тора. Шулай итеп, ялған грамота барлыҡҡа килә, унда ҡыҙҙың яңы исем-аты Лидия Русланова була[17].

Лидия сиркәү мәхәлләһе мәктәбенең беренсе класына уҡырға алына, хорға солистка итеп ҡуйыла.

Сиркәүҙең ишек төбөндәге хәйерселәр араһында Георгий тәреле һыңар аяҡлы һалдат та ултыра — Лидияның атаһы була ул. Икеһе лә бер-береһен танымамышҡа һалыша, сөнки етемәнең ҡарар кешеһе барлығы билдәле булһа, уны приюттан сығарырҙар ине. Андрей Лейкин фронттан ҡайтҡас өйләнә, ләкин балаларҙы алмай — аҫрарлыҡ хәле булмай. Киләһе ҡыш, үпкәһенә һалҡын алдырып, фәҡирҙәр дауаханаһында вафат була.

Приюттан һуң Лидияны мебель фабрикаһына өйрәнсек итеп бирәләр. Төрлө фабрикаларҙа эшләй, йырлауын дауам итә. Бер ваҡыт уны Һарытау консерваторияһы уҡытыусыһы Михаил Медведев ишетә. Ул Лидия Русланованы консерваторияға ала һәм опера йырсыһы итергә йыйына. Йырсы ике йыл уҡый ҙа академик йырсы булырға теләмәгәнен аңлай.

1917 йылда Лидия Русланова утыҙ биш йәшлек интендант Виталий Степановҡа кейәүгә бара. 1917 йылдың майында улы тыуа, әммә бер ай ҙа тулмаҫтан вафат була. Шул уҡ йылды Һарытау опера театры сәхнәһендә Лидия Русланованың тәүге рәсми концерты үтә.

Октябрь революцияһынан һуң Лидия Русланова бөтә ил буйлап гастролдәрҙә йөрөй, Проскуровта, Бердичевта, Могилёвта, Киевта һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәй[B 1]. «Ун ете йәштәрҙә мин тәжрибәле йырсы инем инде, бер нәмәнән дә ҡурҡманым — сәхнәнән дә, тамашасыларҙан да», — тип хәтерләй һуңыраҡ артистка[B 1]. Ғаилә тормошо оҙаҡҡа бармай: 1918 йылда ире уны ташлап китә.

Граждандар һуғышы йылдарында Русланова Ҡыҙыл Армия яугирҙары алдында сығыш яһай. 1919 йылда Винницала Русланова ВЧК хеҙмәткәре Наум Науминға кейәүгә сыға.

Файл:Лидия Андреевна Русланова.png
Русланова йәш сағында

1921 йылда Лидия Мәскәүгә күсә һәм профессиональ артист булараҡ эш башлай.

1923 йылда Дондағы Ростовта Русланованың эстрада йырсыһы булараҡ тәүге концерты үтә. 1924 йылда уны Ҡыҙыл Армия Үҙәк йортона солистка итеп саҡыралар.

1920-се йылдарҙа уның башҡарыу, сәхнәлә үҙен тотоу, концерт кейемдәре һайлау стиле формалаша[18].

1929 йылда Лидия Русланова Наум Наумин менән айырылыша һәм билдәле конферансье Михаил Гаркавиға сыға. Ә Наумин репрессиялана һәм 1938 йылда мәрхүм була[19]. Гаркави төҫ-башҡа йәмһеҙ, һимеҙ (ауырлығы 120 кг), әммә үткер һәм йор телле, белемле кеше була. Михаил Гаркави коллекциялар йыйыу менән мауыға. Унан күреп, Лидия ла рус рәссамдарының картиналарын, иконалар, фарфор йыйыу менән мауығып китә. Заманы өсөн ул күп аҡса эшләй.

1933 йылдан Лидия Русланова Музыка, эстрада һәм цирк предприятиелары дәүләт берекмәһенең музыка-эстрада идаралығы артисткаһы булып эшләй.

1939 йылда Совет-фин һуғышы башлана. 1940 йылдың ҡышында Лидия Русланова концерт бригадаһы менән фронтҡа китә. Утыҙ градуслы сатнама һыуыҡтар тора. Бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә. Фанер йорттар поход мейестәре менән генә бер аҙ йылытыла, йоҡлағанда ла фуфайкалар өҫтән төшмәй. Күп артистар түҙмәй. Әммә Русланова түгел. Һалҡын тейҙереп тауышын юғалтмаҫ өсөн ул стрептоцид ҡуллана. Егерме һигеҙ көндә концерт бригадаһы йөҙҙән ашыу концерт бирә. Русланованың «Лидочка-Стрептоцид» тигән ҡушаматы барлыҡҡа килә.

Файл:Лидия Русланова на фронтовом концерте.jpg
Лидия Русланова фронт концертында. Көньяҡ фронт. Уңда — ире Михаил Гаркави. 1941 йыл

Бөйөк Ватан һуғышы барғанда ла Лидия Русланова һалаттар алдында бик күп тапҡырҙар сығыш яһай.

1942 йылдың апрелендә Волоколамск эргәһендәге Спас-Нуделдә Лидия Русланова 2-се гвардия кавалерия корпусында концерттар бирә һәм унда корпус командиры генерал-майор Владимир Крюков менән таныша. Крюков яңғыҙ була: ҡатыны 1940 йылда вафат булып, биш йәшлек ҡыҙы Маргарита ҡалған була. Генералдың саҡырыуы буйынса Русланова Крюков корпусына бер нисә тапҡыр килә. Гаркави ҡамасауламаһын өсөн, уны эсереп иҫертеп, йоҡларға һалыр булалар. Июлдә Лидия Русланова Гаркави менән айырылыша һәм Крюковҡа бара[20].

«Катюша»

Туй үткәс тә Русланова Крюков менән, Ташкентҡа барып, уның ҡыҙы Маргаританы алып ҡайта, баланы үҙ ҡыҙы кеүек күреп тәрбиәләп үҫтерә.

1942 йылдың 28 июнендә Лидия Руслановаға РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы исеме бирелә.

Маргарита Крюкова шаһитлыҡ итеүенсә, һуғышҡа тиклем эшләп алған аҡсаһына Лидия Русланова "Катюша"ларҙың ике батареяһын һатып ала һәм Беренсе Белоруссия фронтына ире командалыҡ иткән корпусҡа ебәрә.

1945 йылда Лидия Русланова һөжүм итеүсе армия менән әлегә азат итеп өлгөрөлмәгән Берлинға килә.

Лидия Русланова Рейхстаг янында,
1945 йыл 2 май

Берлинда рус артистарының беренсе концерты 1945 йылдың 2 майында була. Концерт төнгә тиклем бара. Концерт тамамланғас, Георгий Жуков түшендәге орденды ысҡындырып ала ла Руслановаға тапшыра. Русланова Рейхстаг колоннаһына башҡа һалдаттарҙың фамилиялары эргәһенә күмер менән үҙенекен дә яҙа.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында Русланова йәмғеһе 1 120 концерт бирә.

1947 йылдың июнендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарары менән, Лидия Русланова Жуков һәм Телегин тарафынан орден менән законһыҙ наградланған тип, Бөйөк Ватан һуғышы орденынан мәхрүм ителә. Жуковҡа партия шелтәһе бирелә, генерал-лейтенант Телегин ВКП(б) сафтарынан сығарыла, армиянан ҡыуыла, ҡулға алына.

«Horch 951А» автомобиле

Ире менән ер үк ваҡытта тиерлек Лидия Русланова ла ҡулға алына[21]. Лидия Русланова РСФСР Енәйәт кодексының 58-се статьяһы («Советттарға ҡаршы пропаганда») ғәйепләнә. Бынан тыш ул «трофей мөлкәтен бик ҙур күләмдә талау һәм үҙләштереүҙә» ғәйепләнә, атап әйткәндә, генерал Крюков Германиянан немецтар ташлап ҡасҡан бик күп мөлкәтте алып ҡайта. № 0046 һәм № 1762 архив-тәфтиш эштәре материалдарына ярашлы, тентеү ваҡытында Владимир Крюковтан һәм Лидия Русланованан түбәндәге мөлкәт тартып алына: «Horch 951А», ике «Мерседес»[22], «Ауди» автомобилдәре, рус рәссамдарының 132 картинаһы[23], 35 боронғо келәм, гобелендар, антиквар сервиздар, ҡиммәтле йәнлек тиреләре, бронза һәм мәрмәр скульптуралар, декоратив вазалар, алтын ялатылған боронғо немец китаптары тупланмаһы, 700 мең һум аҡса, 312 пар модалы аяҡ кейеме, 87 костюм һәм башҡалар.

Тәфтишсегә Лидия Русланованың ҡиммәтле таштары булыуы тураһында ла билдәле була, тик уларҙы таба алмайҙар. Затлы таштарын Лидия Русланова йортон ҡараусы әбейгә һаҡлауға биреп ҡуйған була. Туғандарын, хеҙмәтселәрен ҡулға алыу менән янағас, Русланова шкатулканы тәфтишселәргә бирергә ҡушып, әбейгә хат ебәрә. 1949 йылдың 5 февралендә тәфтишсе делоға өҫтәмә тикшереү барышында «208 бриллиант, бынан тыш зөбәржәт, сапфир, рубин, ынйы таштары, аҡ алтын, алтын көмөш әйберҙәр табылыуы» тураһында мәғлүмәт беркетә.

1949 йылдың 28 октябрендә Лидия Русланованы 10 йылға холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына ебәреү һәм мөлкәтен конфискациялау тураһында хөкөм ҡарары сығарыла. Хөкөм язаһын үтәргә уны ГУЛАГ-тың Тайшет филиалына — Озёрлагҡа ебәрәләр. Хөкөм ителеүселәр БАМ-дың беренсе линияһы булған Тайшет — Братск линияһын төҙөй. Лидия Русланова Изыканда ауыл клубын һәм торлаҡ йорттар төҙөүҙә эшләй.

Изыкандан һуң Лидия Русланованы Тайшетҡа күсерәләр. Тайшетта Лидия Русланова 1949 йылдың декабренән 1950 йылдың мартына тиклем була.

Лидия Русланова холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерында ла концерттар ҡуя.

Владимир централына Лидия Русланова 1950 йылдың 29 июнендә килтерелә.

Тышҡы һүрәттәр
Фотография из личного дела заключённой Крюковой (Руслановой) Лидии Андреевны.

Русланованың ире Владимир Крюков, РСФСР Енәйәтселек кодексының 58-10 статьяһына һәм 1932 йыл 7 август законына ярашлы, 25 йылға иректән мәхрүм ителә. Уның наградалары һәм мөлкәте конфискациялана.

Иосиф Сталин вафат булғас һәм Лаврентий Берия ҡулға алынғас, Г. Жуков СССР оборона министры вазифаһына тәғәйенләнә. 1953 йылдың 2 июнендә Никита Хрущёвҡа мөрәжәғәт итә[24].

Русланованың эше тиҙ арала кире ҡарала. Материалдарҙа уның антисовет эшмәкәрлеген раҫлаған дәлилдәр булмай. Дәүләт милкен үҙләштереү йәһәтенән дә ғәйебен тапмайҙар. ССР Союзының Эске эштәр министрлығы эргәһендәге айырым кәңәшмә 1953 йылдың 31 июлендә Крюкова-Русланова Лидия Андреевнаға ҡағылышлы эште туҡтатыу, уны иреккә сығарыу һәм аҡлау тураһында ҡарар ҡабул итә (протокол № 30-а). Августа Лидия Русланованы иреккә сығаралар.

«ЗИМ» автомобиле

Август аҙағында Владимир Крюковты ла сығаралар. Улар Маргарита менән бергә Мәскәүҙә фатир яллап йәшәй башлай. Тотҡонлоҡта Лидия Русланованың тауышы өҙөлә, уның сәхнәгә ҡабат менгеһе килмәй, тамашасы үҙен ҡабул итмәҫ тип уйлай.

Төрмә Владимир Крюковтың да һаулығын ҡаҡшата. Ул ауырлыҡ менән йөрөй. Шунлыҡтан Лидия Русланова иренә автомбиль һатып алыр өсөн ҡабат эстрадаға ҡайтырға ҡарар итә. Лидия Русланова Бөтә Союз гастроль-концерт берекмәһенә артист булып эшкә инә. 6 сентябрҙә Лидия Русланованың беренсе концерты була. Чайковский залына бөтә теләгәндәр ҙә эләгә алмай, шунлыҡтан сығышты радио аша концерт залы алдындағы майҙанға һәм бөтә илгә тапшыралар.

Әүҙем гастроль тормошо, яңы пластинкалар яҙҙырыу башлана. Лидия Русланова иң тәүҙә ире өсөн ҡара төҫтәге ЗИМ автомобиле һатып ала. Фатирҙары иһә был ваҡытта бөтөнләй тиерлек яланғас тора. Бер аҙҙан инде улар Переделкинола йорт ала. Конфискацияланған мөлкәттең дә бер өлөшөн кире ҡайтара.

Лидия Русланованың ире Владимир Крюков төрмәнән һуң ныҡлап аяҡҡа баҫып китә алмай. Ике инфаркт үткәрә. 1959 йылдың 16 авгусында вафат була[25]. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Лидия Андреевна йыш ауырый, йөрәгенә зарлана. Үҙе ҡартайһа ла, тауышы ҡартаймай.

1973 йылдың 21 сентябрендә Лидия Андреевна Русланова йөрәк өйәнәгенән вафат була. Новодевичье зыяратында ире йәнәшендә ерләнә (5-се участка).

(аудио)
(аудио)
[[:Файл:{{{Имя_файла}}}|{{{Название}}}]]
[[Файл:{{{Имя_файла}}}|left|180px|noicon]]
Помощь по воспроизведению

Русланованың үҙенә генә хас сағыу башҡарыу стиле Волга буйы крәҫтиәндәре традицияларына барып тоташа[26][27][28]. Русланованың тауышы бик көслө, сыңғыр, хатта әсе, юғары йырлау формантаһына эйә, бай тембрлы. Тауыштың бындай һыҙаттары 1930—1940-сы йылдарҙа тауыш яҙҙырыу һәм радионан яңғырау сифаты насар булған шарттарҙа башҡарыусыға ҙур өҫтөнлөк бирә[29].

|}

1985 йылда Венера планетаһындағы кратерға Русланова исеме бирелә.

Лидия Русланованың тыуыуына йөҙ йыл тулыу уңайынан Пенза өлкәһе Малосердобинск районында район балалар сәнғәт мәктәбе бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[32][33].

2001 йылдың 7 декабрендә Мәскәүҙә Ленинград проспектының 66-сы йортона (унда Лидия Русланова ғүмеренең һуңғы 20 йылын йәшәй) иҫтәлекле таҡтаташ асыла. Композицияның авторы — Салауат Щербаков[34].

Рәсәй төбәктәрендә Лидия Русланова исемендәге халыҡ йыры конкурстары үткәрелеп тора (Волгоград[35], Һарытау[36][37], Пенза[38][39], Козельск[40]).

2018 йылдың апрелендә Һарытауҙа бронза монумент ҡуйыла[41].

  1. Record #7582774 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. Русланова Лидия АндреевнаБольшая российская энциклопедия.
  5. Lidiya Ruslanova // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Русланова потрясла Шаляпина и всю Россию
  7. Досье на звёзд 1934—1961
  8. С. Е. Михеенков. Лидия Русланова. Душа-певица. — М.: Молодая гвардия, 2014. — 352 с. — ISBN 978-5-235-03688-8.
  9. «Маргарита Крюкова: Мифы и правда о моей маме Лидии Руслановой» 7 дней, № 13, 2014
  10. Наиболее распространённая версия. По данным пензенских краеведов, Лидия Русланова родилась в деревне Даниловка Петровского уезда Саратовской губернии (ныне Лопатинский район Пензенской области). Третья группа источников называет местом рождения Лидии Руслановой село Александровка Малосердобинского района Пензенской области (В Пензенской области пройдёт песенный конкурс имени Лидии Руслановой 2016 йыл 3 июнь архивланған.).
  11. Екатерина Симонова. Генералиссимус русской песни. газета «Вечерний Челябинск» (27 октябрь 2006). Дата обращения: 23 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года. 2011 йыл 27 ноябрь архивланған.
  12. Ирина Егорова. Лидия Русланова и саратовский певческий стиль. Дата обращения: 19 апрель 2012.(недоступная ссылка)
  13. Юрий Белов. Девушка пела в церковном хоре. Молва. Дата обращения: 23 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года.
  14. Ирина Лыкова. Кого всю жизнь искала Лидия Русланова. Дата обращения: 23 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года.
  15. Анатолий Новиков. Лидия Русланова. Дата обращения: 23 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года.
  16. Маргарита Крюкова. Моя вторая мама — Лидия Русланова. Дата обращения: 23 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года. 2009 йыл 19 март архивланған.
  17. Валерий Сафошкин. Валенки, да валенки… Я люблю тебя, жизнь: Песни на все времена. Изд-во Эксмо (2004). Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года. 2011 йыл 11 сентябрь архивланған.
  18. Министерство Культуры Пензенской области. Мордва. Очерки по истории, этнографии и культуре мордовских народов. Саранск (2004). Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 19 март 2009 года. 2009 йыл 19 март архивланған.
  19. Павел Лобков. «Победительницы» — Лидия Русланова. 5 канал (30 ғинуар 2008). Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года.
  20. Раззаков Ф. И. Досье на звёзд 1934—1961. ЭКСМО-Пресс (1998). Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 3 ноябрь 2008 года. 2008 йыл 3 ноябрь архивланған.
  21. Борис Сопельняк. «Валенки» и бриллианты Лидии Руслановой. Огонёк. Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года. 2008 йыл 14 сентябрь архивланған.
  22. Виктор Суворов. Тень победы. Глава 23. Ближний круг (2007). Дата обращения: 15 март 2009. Архивировано 19 август 2011 года. 2011 йыл 11 сентябрь архивланған.
  23. А именно: 7 картин Маковского, 5 — Шишкина, 5 — Кустодиева, 4 — Нестерова, 4 — Репина, 3 — Поленова, 3 — Малявина, 3 — Сомова, 3 — Айвазовского, 2 — Серова, 2 — Врубеля, по одной — Сурикова, Васнецова, Верещагина, Левитана и других художников
  24. Валерий Сафошкин. Лидия Русланова — от Рейхстага до ГУЛАГа (2002). Дата обращения: 21 март 2009. 2009 йыл 18 март архивланған.
  25. Биографии — К. Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 19 июль 2003 года.
  26. Саратовская гармоника и Лидия Андреевна Русланова. Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года.
  27. Юрий Бирюков. Песня далёкая и близкая. Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 9 февраль 2009 года.
  28. Виталий Копалов Песня — душа народа, Материал из сборника «1150-летие России: от истоков до современности (862—2012 гг.)» // «Русская народная линия», 12.05.2012
  29. http://pskovlib.ru/events/meropriyatiya_biblioteki/19752/
  30. Был исемлек тулы түгел; йырҙар исемдәре Лидия Русланованың пластинкаларынан, Стронгин китаптарынан һәм иҫкәрмәләрҙә күрһәтелгән башҡа сығанаҡтарҙан аылнған
  31. Сл. Н. Соколова — Шумел, горел пожар московский (с нотами) 2011 йыл 4 ғинуар архивланған.
  32. http://tv-express.ru/region_info/15/ Малосердобинский район: Телеканал Экспресс
  33. Известные люди пензенской земли 2017 йыл 26 февраль архивланған.
  34. В Москве открыта мемориальная доска в память о Лидии Руслановой
  35. Тульская вокалистка поёт в Волгограде песни Руслановой 2019 йыл 14 ғинуар архивланған.
  36. VI Всероссийский конкурс исполнителей народной песни имени Лидии Андреевны Руслановой(недоступная ссылка)
  37. Эх, валенки — не подшиты, стареньки(недоступная ссылка)
  38. В Пензе пройдет конкурс исполнителей народной песни имени Лидии Руслановой 2019 йыл 14 ғинуар архивланған.
  39. Областной конкурс — фестиваль молодых исполнителей народной песни «Русланочка» 2011 йыл 8 август архивланған., официальный портал Правительства Пензенской области
  40. В Калужской области состоялся песенный конкурс памяти Лидии Руслановой
  41. В Саратове открыли первый в России памятник Лидии Руслановой 2018 йыл 10 июль архивланған.
  1. 1,0 1,1 1,2 Варлен Стронгин. Тюрьма и воля Лидии Руслановой. Молодая Гвардия (2005). Дата обращения: 25 февраль 2009. Архивировано 19 август 2011 года. 2010 йыл 14 ноябрь архивланған.
  • Вардугин В. И. Легенды и жизнь Лидии Руслановой. Саратов: Приволжское книжное издательство, 1999 г.
  • Волочков Г. В. Лидия Русланова. — «Фортуна ЭЛ», 2012. — ISBN 978-5-9582-0056-6.
  • Михеенков С. Е. Лидия Русланова. Душа-певица. — М.: Молодая гвардия, 2014. — 318 с. — (Жизнь замечательных людей). — 3000 экз. — ISBN 978-5-235-03688-8