Черногорияла дин
Черногорияла дин | |
Дәүләт | Черногория |
---|---|
Черногорияла дин Викимилектә |
Черногорияла дин - (Черного́рия (черногор. Црна Гора, Crna Gora), Монтенегро йәки Ҡаратау) - Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, халҡы серб телендә аралашҡан дәүләттәге дин.
Илдәге диндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черногорияла православие дине тота. Байтаҡ мосолман дини йәмәғәттәре бар. Шулай уҡ католиктар күп һанлылар иҫәбендә. Башҡа дин вәкилдәре һаны халыҡтың 0,1 процентынан артмай.
Дин тотоусылар һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылда халыҡ иҫәбен алғанда конфессиональ билдәләнеш тураһындағы пункт индерелгән. Уның йомғаҡтарына ярашлы, ил халҡы тотҡан дине буйынса ошо рәүешле бүленгән[1]:
- Православие — 460 383 (74,24 %)
- Ислам — 110 034 (17,74 %)
- Католицизм — 21 972 (3,54 %)
- Протестантлыҡ — 383 (0,06 %)
- Оккультизм — 58 (0,01 %)
- Йәһүдилек — 12
6 003 кеше (0,97 %) бер ниндәй ҙә дин тотмауын белдергән, 2 424 кеше (0,39 %) үҙен агностик тип атаған, 13 867 кеше (2,24 %) яуап биреүҙән баш тартҡан.
Православие
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черногорияла правослау христиандар күпселекте тәшкил итә - (ҡаратаулылар) (52,5 %) һәм сербтар (42,7 %). Православие диндарҙары илдең к Серб правослау сиркәүенә лә, Черногория правослау сиркәүенә (уныһын башҡа правослау сиркәүҙәр танымай) лә ҡарай. Серб правослау сиркәүе митрополия статусына эйә булған Черногория-Приморье епархияһына инә
Католицизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черногория католиктары иҫәбенә албандар (36,98 %), хорватар (31 %) һәм ҡаратауҙар (черногориялылар) (22,76 %) инә, улар башлыса диңгеҙ буйында йәшәй. Структураһы йәһәтенән илдә католик сиркәүе Бара Архиепархияһына һәм Котор епархияһына бүленгән. Бара Архиепархияһы бер ниндәй митрополиға ла буйһонмай һәм туранан-тура Рим папаһы идаралығында тора. Котор епархияһы Сплит-Макарска Архиепархия митрополияһына буйһона.
Ислам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черногорияның Ислам дине тотоусылары башлыса түбәндәге милли төркөмдәргә ҡарай: босниялылар (43,49 %), славян-мосолмандар (21,91 %), албандар (20,75 %) һәм ҡаратаулылар (10,64 %). Мосолмандар Төбәк башлыса Плав, Рожае һәм Улцинь ҡалаларына яҡын йәшәйҙәр һәм ундағы халыҡтарҙың күпселеген тәшкил итә.
Йәһүдилек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 18 сентябрендә Черногорияның Премьер-министр ашкеназ израиль баш раввины Йона Мецгер менән әңгәмәһендә йәһүдилекте дәүләт дине тип таныуҙарын белдерҙе[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Официальные итоги переписи населения 2003 года 2008 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ Черногория признает иудаизм государственной религией 2019 йыл 11 апрель архивланған.