Эстәлеккә күсергә

Өкөләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өкөләр
Bubo virginianus
Bubo virginianus
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылр
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ябалаҡ һымаҡтар
Ғаилә: Өкөләр
Ырыу: Өкөләр
Латинса исеме
Bubo (Dumeril, 1805)
Төрҙәре

Тексты ҡара

ITIS 177883

Өкөләр (лат. Bubo) — ябалаҡ һымаҡтар отрядына ҡараған йомро башлы, ҙур түңәрәк күҙле төнгө йыртҡыс ҡоштар ырыуы.

Төрҙәргә аңлатмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диалекттарҙа:аҡ ябалаҡ, аҡ сая.

Ҡаҙ ҙурлығында. Иң ҙур ябалаҡ. Дөйөм төҫө аҡ; ҡара таптар, төртөктәр менән сыбарланған. Көндөҙ оса. Күҙ ҡабаҡтары ҡыҙыл, аяҡтары һары. Башҡа ябалаҡтарҙан аҡ төҫө, ҙурлығы менән айырыла. Тауышы көслө:"ух-хху" йәки үһенсәлекле сырылдау. Йәшәү урыны — урман, ҡая таштар, упҡындар, мәмерйәләр. Ваҡ йәнлектәр һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡая таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. 2—3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Диалекттарҙа:ҡолаҡлы ябалаҡ.

Ҡаҙҙан бәләкәйерәк тән ҡошо. Шым ғына оса. Башында да ҙур ҡолаҡтары бар. Дөйөм төҫө һорғолт ерән, буй ҡара таптар, арҡыры нәҙек' һыҙыҡтар ме¬нән биҙәлгән. Күҙҙәре ҡыҙғылт һары. Ҡуян ябалағынан төҫө, өкө ябалағынан ҙурлығы, башҡа ябалаҡтарҙан ҡолаҡлы булыуы менән айырыла. Тауышы көслө: «ух-хуу» йәки үҙенсәлекле сырылдау. Йәшәү урыны — урман, ҡая таштар, упҡындар, мәмерйәләр. Ваҡ йәнлектәр һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош, һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡая , таш һәм текә яр һикәлтәләрендә була. 2—3 бөртөк аҡ йо¬мортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Диалекттарҙа:ҡолаҡлы ябалаҡ, бесәйбаш ябалаҡ, япалаҡ.

Сыйырсыҡ ҙурлыҡ. Башында ҡалҡып торған ҡауырһындарҙан ҡолаҡтары бар. Осҡанда киң оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ғына ҡойроғо күҙгә ташлана. Көндөҙ ағас олонона һыйы¬нып, ботаҡ өҫтөндә ултыра. Аҡ һәм ҡара таптар менән сыбарланған ерәнһыу һоро төҫтә, күҙҙәре һары. Үҙе ҙурлыҡ ябалаҡтарҙан ҡолаҡлы булыуы менән айырыла. Өкө ябалағынан байтаҡ бәләкәй. Яңғырауыҡлы һыҙғыра: «фйү-тйү-үү». Урманда йәшәй. Төрлө бөжәктәр, сысҡан¬дар менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас ҡыуыштарында, һирәкләп таш ярыҡтарында, өңдәрҙә була. 2—5 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ҡоротҡос бөжәктәрҙе һәм кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Диалекттарҙа:ҡолаҡлы ябалаҡ, бесәй башлы ябалаҡ, япалаҡ.

Ҙурлығы ҡарғалай. Осоп барған ҡоштоң киң һәм оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана. Дөйөм төҫө ерән-һоро, буй-буй ҡара таптар менән сыбарланған. Башында ҡолаҡтары бар. Өкөнән бәләкәй, һыҙғыраҡ ябалаҡтан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Тауышы тоноҡ һәм тупаҫ: «ху-хуу». Ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Сысҡандар менән туҡ¬лана. Ултыраҡ ҡош. Аҙыҡ эҙләп, бер урындан икенсе урынға күсеп тә йөрөй. Киң генә таралған. Ағас башында, һирәкләп ағас ҡыуышында оялай. 4—5 бөртөк аҡ йоморт¬ҡаһы була. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Диалекттарҙа:бупылдаҡ, бипапай.

Ҡарғанан бәләкәйерәк. Башлыса ерҙә йөрөй, ағасҡа һирәк ҡуна. Көндөҙ ҙә һунар итә. һырты һарғылт ерән, ҡорһаҡ яғы 1аҡ. Бөтә кәүҙәһе буй-буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Башында бер-береһенә яҡын урынлашҡан бәләкәй генә ҡолаҡтары бар. Күҙҙәре һары. Өкө ябалағынан ҡолаҡтары бәләкәй булыуы һәм һары күҙҙәре менән айырыла. Тауышы тоноҡ: «бу-бу-бу» һәм «ҡъяу-ҡъяу». Шарлыҡтарҙа , ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Сысҡан аулай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ағас төптәрендә, тамыр араларында оялай. З—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Сысҡандарҙы ҡырып, файҙа килтерә.

Диалекттарҙа:супайҙы, һупылдаҡ, һупылдаҡ ябалаҡ, һупа япалаҡ.

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Осҡан ҡоштоң оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана. Башы ҙур, йомро. Ҡолаҡтары юҡ. Һырты эре аҡ таплы көрән. Ҡорһаҡ яғы буй- буй көрәнһыу ерән таплы һарғылт аҡ. Аяҡтары тырнаҡ¬тарына тиклем йөн менән ҡапланған. Күҙҙәре һары. Байғоштан ҙурыраҡ булыуы, асығыраҡ төҫө менән- айырыла. Тауышы көслө генә: «һуп-һуп-һуп» һәм «ва-ва-ва». Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Сысҡандар, бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. 4—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡоротҡостарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Диалекттарҙа:байҡош, байғош ябалаҡ, бәүелсәк япалаҡ.

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ҡолаҡһыҙ йомро башлы бәләкәй ябалаҡ. Кеше яҡын килһә, кәүҙәһен турайтып, бәүелә башлай. һырты аҡ таплы ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы буй- буй көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған аҡ төҫтә, һупайҙынан бәләкәйерәк булыуы, ҡарараҡ төҫө менән айырыла. Нескә генә һыҙғыра: «тйү-тйүү» йәки киҫкен генә тауыш бирә: «ҡыуыйт». Ташлы, йырғанаҡлы урындарҙа, төрлө иҫке ташландыҡ ҡоролмаларҙа йәшәй. Сысҡандар, бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Өңдәрҙә, таш ярыҡтарында, сарҙаҡтарҙа оялай. 4—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡоротҡостарҙы ҡырып, файҙа килтерә.

Диалекттарҙа:суҡ, кескәй ябалаҡ, турғай япалаҡ.

Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ҡолаҡһыҙ йомро башлы иң бәләкәй ябалаҡ. Ултырғанда, ҡойроғон күтәрә биреп, ян-яғына әйләнгеләй. Осҡанда киң генә ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана. һырт яғы аҡ төртөклө ҡара-ҡуңыр, кәүҙәһенең аҫ яғы буй-буй' көрән өҙөк һыҙыҡлы аҡ төҫтә. Башҡа яба¬лаҡтарҙан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла. Яңғырауыҡлы һыҙғыра: «суууҡ-суууҡ» йәки киҫкен генә та¬уыш сығара: «ҡыуыйт». Йыуан апаслы ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Башлыса сысҡандар, һирәкләп ваҡ ҡоштар, эре бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында оялай. 4—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡоротҡос кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Диалекттарҙа:юлаҡлы ябалаҡ, һыҙма ябалаҡ, һырлы ябалаҡ.

Ҡарғанан бәләкәйерәк. Осоп барған ҡоштоң киң ҡанаттары һәм оҙон ғына ҡойроғо күҙгә ташлана. Ҡанаттарын йыш- йыш ҡына һелтәп, шым оса. Ҡайһы ваҡыт бер урында «бейей», һырты аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара арҡыры тоташ һыҙыҡлы аҡ төҫтә. Күҙҙәре һары. Осҡан ҡош ҡарсығаны хәтерләтә. Ҡыҫҡа ҡойроғо, оҙон ҡанаты менән айырыла. Тауышы яңғырауыҡлы: «улйүйүйү» йәки «ки-ки-ки». Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ваҡ ҡоштар, сысҡандар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ағас башында, һирәкләп ағас ҡыуыштарында оялай. З—4 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.

Диалекттарҙа:һөмәй ҡош, һаҡалтай ябалаҡ.

Ҡаҙҙан бәләкәйерәк. Тауышһыҙ яй ғына оса торған ҙур ябалаҡ. Дөйөм төҫө һорғолт көрән, ҡорһаҡ яғы ҡара, ә һырт яғы аҡһыл һары таптар менән сыбарланған. Йөҙөндә ҡара түңәрәк һыҙыҡтары бар. Тамағы ҡара, күҙҙәре һары. Башында ҡолағы юҡ. Башҡа ябалаҡтарҙан битендәге түңәрәк һыҙыҡтары менән айырыла. Тауышы тоноҡ һәм шомло: «һу-һу- һууу»„ Ҡуйы һәм бейек ағаслы урмандарҙа йәшәй! Ваҡ хайуандар һәм ҡош-ҡорт аулай. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ояһы ағас башында була. З—5 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Кимереүсе йәнлектәрҙе ҡырып, бер аҙ файҙа килтерә.

Ҡарғанан ҙурыраҡ.Осҡанда киң ҡанаттары һәм һалыныңҡырап торған оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты аҡ һәм ҡара таптар менән сыбарланған һарғылт һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара-көрән буй-буй таплы аҡһыл һоро. Күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә, һоро ябалаҡтан ҙурыраҡ булыуы һәм оҙон ҡойроғо менән айырыла. Тауышы тоноҡ ҡына: «һу-һу-һу» йәки «һау-һау-һау». Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Кимереүселәр, ваҡ ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас башында, ҡайһы ваҡыт ағас ҡыуышында була. 3—4 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Сысҡандарҙы ҡырып, бер аҙ файҙа килтерә.

Ҡарға ҙурлығында. Осоп барған ҡоштоң киң ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты аҡ һәм ҡара таплы һарғылт һоро йәки ерән-һрро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара-көрән буй-буй өҙөк һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡауылдаҡ ябалаҡтан бәләкәйерәк, ҡойроғо ҡыҫҡа булыуы менән айырыла. Тауышы көслө: «ху- ху-хууу» йәки киҫкен «ҡуйт». Урманда йәшәй. Төп аҙығы — ҡыр сысҡандары. Ултыраҡ ҡош. Ҡайһы ваҡыт аҙыҡ эҙләп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң таралған. Ояһы ағас ҡыуыштарында, һирәкләп ағас баштарында осрай. 2—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Сысҡандарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә.

Яҙ көнө һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡҡас ошо һүҙҙәр әйтелгән: Ябалаҡтан йөн ал, бүҙәнәнән май ал.

Ҡайһы бер төрҙәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө. Китап. 1986 йыл.18-23-сө биттәр.
  • Н. Туркин, «Зап. и справочн. книга охотника и рыболова» (М., 1894, стр. 21);
  • В. Хлюдзинский, «Охота с совой» («Журн. охоты», 1871, № 26);
  • А. Энгельмейер, «Охота с Ф.» («Природа и охота», 1885, V);
  • M. Липпе, «Охота за хищными птицами с Ф.» («Охотничья газета»,1891, № 43).