22 июль
Уҡыу көйләүҙәре
22 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
22 июль Викимилектә |
22 июль — григориан стиле буйынса йылдың 203-сө (кәбисә йылында 204-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 162 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Мейе көнө.
Рәсми булмаған
- Ер: Эшһөйәрҙәр көнө.
- Йәйге ял көнө.
- Табыштар көнө.
- Гамак көнө.
- Йыуан ир-ат һәм йыуан ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Нева алышы көнө.
- Әзербайжан: Милли матбуғат көнө.
- Польша: Яңырыу көнө.
- Тажикстан: Дәүләт теле көнө.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү күген һаҡлаусылар көнө.
- Индонезия: Прокурор көнө.
- 1921: Хәҙерге «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Витевский Владимир Николаевич (1845—3.01.1906), Рәсәй империяһы тарихсыһы, крайҙы өйрәнеүсе, педагог. «И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758г.» исемле биш томлыҡ монография авторы. Ырымбур губерна ғилми архив комиссияһының почётлы ағзаһы (1898), Уваров премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Подвалье ауылынан.
- Мөштәри Хәмит Мозафар улы (1900—23.01.1981), ғалим-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Физика‑математика фәндәре докторы (1937), профессор (1938). Татар АССР‑ының (1940) һәм РСФСР-ҙың (1965) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ленин (1970), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1960), «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Мортазина Шәүрә Муса ҡыҙы (1925—22.02.2002), театр режиссёры, педагог. 1948—1972 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры. 1952 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1970) һәм Башҡорт АССР-ының (1955) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт (1967) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1967) лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Хәрби эшмәкәр, комбриг Муса Мортазиндың (1891—1937) ҡыҙы.
- Лобов Владимир Николаевич (1935), СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең хәрби эшмәкәре, ғалим-тарихсы. Армия генералы (1989). Хәрби фәндәр докторы (1987), профессор (1991). СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991). Ҡыҙыл Байраҡ (1988), 2-се дәрәжә Кутузов (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1969), 2-се (1985) һәм 3-сө (1975) дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн», Дуҫлыҡ (1997), Батырлыҡ (2000), Почёт (2000) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылынан.
- Филимонов Леонид Иванович (1935), тау инженеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1987 йылдан СССР нефть сәнәғәте министрының 1-се урынбаҫары, 1989 йылдан — СССР нефть һәм газ сәнәғәте министры. 2016 йылдан «Роснефть» компанияһы генераль директорының быраулау буйынса советнигы. Рәсәй Федерацияһы беренсе саҡырылыш Федераль йыйылышының Федерация Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985) һәм почётлы нефтсеһе (1982), Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1998). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1986). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Почёт (1996), Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Вишнёвка ауылынан.
- Маджуга Анатолий Геннадьевич (1970), ғалим-педагог һәм психолог. 1993 йылдан Шымкент ҡалаһындағы Көньяҡ Ҡаҙағстан университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан гигиена һәм спорт медицинаһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2002 йылдан — психология кафедраһы мөдире. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университетының хәҙерге Стәрлетамаҡ филиалында психология, 2014 йылдан — педагогика һәм психология кафедраһы мөдире. Психология фәндәре докторы (2006), педагогия фәндәре докторы (2011). Ҡаҙағстан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Шымкент (1992 йылға тиклем Чимкент) ҡалаһынан.
- Фәйезов Фәнүз Фәйез улы (1935—15.11.2009), нефть сығарыу тармағы алдынғыһы. 1953–1990 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Краснохолмский быраулау эштәре идаралығы слесары, 1957 йылдан быраулаусы ярҙамсыһы, 1963 йылдан — быраулаусы, 1983 йылдан — быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайгин Иван Андреевич (1906—21.06.1987), ғалим-зоотехник, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1936 йылдан Башҡортостан тәжрибә малсылыҡ станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1956—1978 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1963), профессор (1972). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Ковшов Геннадий Николаевич (1936), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1984). 1968 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1985 йылдарҙа мәғлүмәти үлсәү техникаһы кафедраһы мөдире. 1996 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Механика институтының баш ғилми хеҙмәткәре. 2001 йылдан Приднепровск төҙөлөш һәм архитектура академияһы (Днепропетровск ҡалаһы) уҡытыусыһы. Сығышы менән Донецк Халыҡ Республикаһының баш ҡалаһы Донецкиҙан.
- Хәмитов Ғабдулла Хәмит улы (1951), комсомол һәм эске эштәр органдары ветераны, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Отставкалағы милиция подполковнигы (1995). В 1974—1982 йылдарҙа комсомол эшендә, шул иҫәптән 1974 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының комсомол ойошмалары бүлеге инструкторы, 1978 йылдан – Студент төҙөлөш отрядтарының рсепублика штабы начальнигы. 1982—1997 йылдарҙа Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре. 1998 йылдан хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өлкән уҡытыусыһы, 2002 йылдан — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы (1922—26.05.1988), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1954 йылдарҙа Учалы районы «Совет» колхозы комбайнсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951). Сығышы менән ошо райондың Сәфәр ауылынан.
- Дәүләтова Рәйсә Ғәҙи ҡыҙы (1932—?), педагог. 1959—1999 йылдарҙа Баҡалы районы Яңы Ҡатай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
- Биктимеров Шамил Шакирйән улы (1937—2008), хеҙмәт алдынғыһы. 1963—1989 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең быяла ҡайнатыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы (1957—2010), ғалим-этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1994), доцент.
- Әхтәмова Лилиә Тәлғәт ҡыҙы (1967), педагог. 1989 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, 1995 йылдан — Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбе, 1999 йылдан Өфө автотранспорт колледжы уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Маҡан ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Попенко Эмилия Петровна (1933), инженер-энергетик. 1958—1995 йылдарҙа «Башнефтепроект» институты инженеры, өлкән инженеры, төркөм етәксеһе, проекттарҙың баш инженеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Петухи ауылынан.
- Мишурис Сима Иосифовна (1938), йырсы, педагог, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Иванушкин Владимир Петрович (1948), физик культура уҡытыусыһы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1970—1974 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт комитеты инструкторы, 1977 йылдан — бүлек мөдире, 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитетының рәйес урынбаҫары, 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Дуҫлыҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Октябрьск ҡалаһынан.
- Ғәлимова Римма Ғаяз ҡыҙы (1963), журналист, шағир. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабирйәнов Әнәс Ғәлимйән улы (1934—8.04.2018), энергетика тармағы алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1967—1972 һәм 1975—1989 йылдарҙа Ҡарман ГРЭС-ында энергоблок машинисы һәм өлкән машинисы. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1971), почётлы энергетигы (1986) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1979). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Кама Тамағы районының Тәмте ауылынан.
- Богданов Радик Ғарифулла улы (1939—22.09.2009), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1965—1967 йылдарҙа Балтас, 1967—1978 йылдарҙа Дәүләкән район үҙәк дауаханаларының баш табибы. 1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы.
- Кузнецов Юрий Степанович (1939), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—1978 йылдарҙа Өфө нефть институтының тау‑нефть факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе (1999), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Абдулла ҡалаһынан.
- Ғәлләмова Надежда Викторовна (1959), спортсы-тренер. 2003 йылдан Стәрлетамаҡтағы Олимпия резервы махсус спорт мәктәбе уҡытыусыһы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостандың күренекле спортсыһы (1994). СССР (1988—1992), Рәсәйҙең (1993—1996) йыйылма командалары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылынан.
- Мартынов Виталий Владимирович (1959), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2003 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисади информатика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Мари Республикаһының Красногорский ҡасабаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1795: Габриель Ламе, Францияның ғалим-инженеры, математик һәм физик.
- 1855: Герман Шмихен, Германия рәссамы.
- 1890: Вера Варсанофьева, СССР-ҙың ғалим-геологы, геоморфолог, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе геология-минералогия фәндәре докторы.
- 1894: Оскар Мария Граф, Германия яҙыусыһы, антифашист.
- 1895: Павел Сухой, СССР-ҙың «СУ» маркалы реактив самолёттары конструкторы.
- 1905: Владимир Тимаков, СССР-ҙың ғалим-микробиологы, эпидемиолог, академик. 1968—1977 йылдарҙа СССР Медицина фәндәре академияһы президенты.
- 1930: Юрий Карякин, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре.
- 1955: Уиллем Дефо, АҠШ актёры, кинопродюсер, сценарист.
- 1970: Сергей Зубов, СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, Олимпия чемпионы.
- 1980: Кейт Райан, Бельгия йырсыһы.
- 1992: Селена Гомес, АҠШ актёры, йырсы.