Эстәлеккә күсергә

Ангелина Прасковья Никитична

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ангелина Прасковья Никитична
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Украинская Народная Республика[d]
 Украинская держава[d]
 СССР[1]
Тыуған көнө 30 декабрь 1912 (12 ғинуар 1913)
Тыуған урыны Старобешево[d], Богатырская волость[d], Мариупольский уезд[d], Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем сәбәбе цирроз печени[d]
Ерләнгән урыны Старобешево[d]
Һөнәр төрө тракторсы, бригадир, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө творческое и профессиональное письмо[d][2], проза[2] һәм ауыл хужалығы[2]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия 3-й степени Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы Сталин премияһы Социалистик Хеҙмәт Геройы
 Ангелина Прасковья Никитична Викимилектә

Ангелина Прасковья Никитична (12 ғинуар 1913 йыл21 ғинуар 1959 йыл) — беренсе биш йыллыҡтар осоронда стахановсылар хәрәкәтендә ҡатнашыусы. МТС-тың трактор бригадаһы бригадиры. ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1947, 1958).

Прасковья (Паша) Никитична Ангелина 1913 йылдың 12 ғинуарында (иҫке стиль буйынса йыл 30 декабрь 1912 йыл) Рәсәй империяһының Екатеринослав губернаһы Мариуполь өйәҙенең Старобешево ауылында грек ғаиләһендә тыуған.

1929 йылда Паша Ангелина тракторсылар курсын тамамлай һәм Иҫке Бешево машина-трактор станцияһында тракторисы булып эш башлай. 1933 йылда МТС-та ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы ойоштора һәм уны етәкләй. 1937 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Беренсе ҡатын-ҡыҙ тракторсыларының береһе. Планды арттырып үтәү буйынса техник яҡтан белемле совет эшсеһе символы булып китә 1938 йылда «Йөҙ мең ҡатын-ҡыҙ — тракторға!» лозунгыһы менән дан ала.

Йәмғиәттә тотҡан урыны һәм танылыуы арҡаһында 1937-1938 йылдарҙағы грек репрессияларынан ҡотола.

1940 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Ҡаҙаҡ ССР-ының Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Бурлин районында эвакуацияла, унда баҫыуҙа фиҙәкәр хеҙмәт итеүен дауам итә.

«Люди колхозных полей» китабының авторы (1948)[3].

Һуңынан машина майҙары һәм дизель яғыулығы менән даими эшләгәнлектән бауыр циррозы менән ауырып китә. 1959 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була. Тыуған Старобешево ҡасабаһында яғында ерләнә.

  • Атаһы — Ангелин Никита
    • Һеңлеһе — Надежда Никитична Ангелина
  • Олатаһы — Ангелин Федор
  • Ике туған ағаһы — Ангелин Кирилл Федорович
  • Туғаны — Ангелин Анатолий Кирилович (1948). Украинанының Донецк өлкәһе Старобешево ҡалаһында йәшәй
  • Ейән туғаны — Ангелин Сергей Анатольевич (1975). Старобешевола йәшәй. Елена Мушнина менән никахта (1973). Улдары Всеволод, Артем һәм Ярослав[4]. Бөтә лә Харьков өлкәһендә йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы:
    • 19.3.1947 — бойҙай һәм арыштың юғары уңышын алған өсөн,
    • 26.2.1958 — ауыл хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн.
  • өс Ленин ордены (30.12.1935; 19.3.1947; 8.2.1954)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (7.2.1939)
  • миҙал
  • өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1946)

Паша Ангелинаның бронза бюсы ҡала тибындағы Старобешево ҡасабаһынжда ҡуйылған[5], унда уның исемен проспект йөрөтә, данлыҡлы яҡташының музейы бар.

  1. русская Википедия (урыҫ) — 2001.
  2. 2,0 2,1 2,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт.
  4. https://www.instagram.com/iaroslavangelin Ярослав Ангелин
  5. Про затвердження списку пам’ятників мистецтва, історії та археології Української РСР (укр.)