Эстәлеккә күсергә

Барановский Пётр Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барановский Пётр Дмитриевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө февраль 1892
Тыуған урыны Дорогобуж[d], Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Шуйское[d], Рәсәй
Вафат булған көнө 12 июнь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3] (92 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Хәләл ефете Мария Юрьевна Барановская[d]
Һөнәр төрө архитектор, реставратор
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Барановский Пётр Дмитриевич Викимилектә
Крутицкий ихатаһында П. Д. Барановскийға мемориаль таҡтаташ

Барановский Пётр Дмитриевич (29 ғинуар [9 февраль1892, Смоленск губернаһы Вязьма өйәҙе Шуйское ауылы — 12 июнь 1984, Мәскәү) — СССР, Рәсәй архитекторы, боронғо архитектура ҡомартҡылары реставраторы. Коломналағы музейға һәм Андроников монастырындағы Андрей Рублёв исемендәге музейға нигеҙ һалыусы[4][5]. Василий Блаженный храмын юҡ итеүҙән ҡотҡарып алып ҡалыусы[6].

Эшмәкәрлегенең башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барановский, Дорогобуж крәҫтиәндәренән сыҡҡан, 1912 йылда Мәскәүҙә төҙөлөш эштәрен етештереү лицензияһы менән инженерлыҡ курстарын тамамлай, Болдинола Изге троица Герасим-Болдино монастырын (Смоленск губернаһы) реставрациялағаны өсөн алтын миҙал ала. Сәнәғәт тимер юл төҙөү эшендә бер аҙ эшләгәндән һуң, Беренсе донъя һуғышы башланыу менән армия сафына алына, хәрби инженер булып хеҙмәт итә. 1918 йылда сәнғәт фәне буйынса уҡып, икенсе диплом ала, һәм Мәскәү дәүләт университетында уҡыта, шул уҡ йылда Спас-Преображенск монастыры, Петр һәм Павел сиркәүе һәм Ярославлдә Митрополит палатаһын тергеҙә.

1921 йылда урыҫ Төньяғына үҙенең тәүге экспедицияһын ойоштора. Үҙ ғүмере эсендә Барановский Аҡ диңгеҙҙән алып Әзербайжанға тиклем йөҙҙәрсә халыҡ архитектураһы ҡомартҡыларын өйрәнә.

1920 йылдар аҙағында, дингә ҡаршы киләсәккә хәрәкәт осоронда, Барановский Ҡыҙыл майҙанда Ҡазан соборын реставрациялай (1918 йылдарҙа ябылған, тиҙ емерелеп барыусы ғибәҙәтхананы). Уның реставрациялау принцибы — һуңғы төкәтмәләрен алып ташлап, биналарға тәүге ҡиәфәтен кире ҡайтарыу — күптәр быны ҡабул итмәй, әммә ул йылдарҙа был ҡомартҡыларҙы емереүҙән һаҡлап алып ҡалыу алымдарының береһе була.

1923—1936 йылдарҙа Барановский етәкселегендә реставрация эштәре Юрьев-Польский ҡалаһында XII–XIII быуаттар Георгий соборында башҡарыла. 2017 йылда Барановский архивы бөтәһенә лә асыҡ була[7].

Коломналағы музей

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Коломна паркында

1924 йылда Барановский Коломнала халыҡ ижады музейы ойоштороуға өлгәшә һәм уның беренсе директоры була. 1927—1933 йылдарҙа ул Коломнаға ағас төҙөлөшө ҡомартҡыларын: Пётр Беренсенең йортон, Сумы бастругынан Моховая башняһын, Преображенсктан хужалыҡ ҡоролмаһын табып ала һәм киләсәк өсөн һаҡлап алып ҡала. Барановский ҡомартҡыларҙың торошон теркәй һәм уларҙы тергеҙә. Коломнала Барановский үҙенең реставрация мәктәбен ойоштора (уның уҡыусылары араһында - Л. А. Давид һ. б.).

Болдинола музей һәм ҡулға алыныу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эшмәкәрлеге буйынса Барановский һүтелергә тейеш булған сиркәүҙәрҙе үлсәй һәм һүрәтләй, шул иҫәптән ул Кремлдә 1929 йылда һүтелеп алыныу алдынан Чудов монастырына барыусы һуңғы кеше була. Тик унан митрополит Алексийҙың изге мәйетен генә сығарып өлгөрә.

Сиркәүҙәрҙе емереүҙән алып ҡалыуҙың иң ышаныслы ысулы булып шул йылдарҙа унда музей ойоштороу була. 1923 йылда Барановскийға Изге троица Герасим-Болдино монастырына Дорогобуж музейы филиалы статусын биреүгә өлгәшеү була. Ул һәм уның ярҙамсылары монастырҙа тирә-яҡтағы тар-мар ителгән ҡорам ҡалдыҡтарын йыйып ала, коллекцияны Болдиноға Ельнялағы ябыҡ музейға килтерелә. Болдинола юғары Днепрҙа рус-литва сик буйы мәҙәниәтенең юҡ итеүгә йүнәлтелгән (һәм хәҙер Барановский үлсәмдәре буйынса тергеҙелгән тиерлек) ғибәҙәтхана мәҙәниәте ҡомартҡылары тупланған. Үзенең ышанысһыҙ хәлен аңлап, Барановский монастырь һәм аның коллекцияһын документлаштырыу өсөн фотограф Михаил Погодинды (тарихсы М.П. Погодиндың ейәне) яллай.

Музей 1929 йылда емерелә, Погодин фотоһүрәттәре коллекцияһының күпселеге юғала, биналарҙы 1943 йылда немецтар емерә. 1930 йылдың ғинуарында Болдино музейы директоры Семён Бузанов ҡулға алына (лагерҙа вафат була), Дорогобуж музейы директоры ҡаса, Погодин «ят синыф» кеүек «таҙартыла».

Барановский өсөн эш ҡәтғи шелтә менән тамамлана, ләкин 1933 йылдың 4 октябрендә ул ҡулға алына[8] һәм өс йыл Мариинский лагерында була. «Бер аҙҙан Мариинск ҡалаһының Себер лагерына килеү менән, мин Мариинск төҙөлөшөндә начальник ярҙамсыһы итеп тәғәйенләндем. Шунда мин, башҡа эштәрҙән тыш, ауыл хужалығы музейы бинаһы проектланым» (автобиографиянан).

Ултырып сыҡҡас, Барановский «йөҙ ҙә беренсе километр артында» Александровта йәшәргә мәжбүр була, унда Дәүләт тарихи музей филиалы булған урындағы музейға архитектор-реставратор вазифаһына эшкә инә. Яңы йәшәү урынында фәнни тикшеренеүҙәр һәм ҡомартҡыларҙы реставрациялау менән шөғөлләнә.

Ул өлөшләтә тергеҙгән Ҡыҙыл майҙандағы Ҡазан соборы тиҙҙән һүтеп алына

Андрей Рублёв исемендәге музей

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947 йылдың февралендә СССР Фәндәр академияһының сәнғәт институтының һынлы сәнғәт секторы һәм архитектура секторының берләштерелгән Барановский ултырышында «Андрей Рублевты ерләү ваҡыты һәм урыны тураһында» доклад яһай. Ул XVIII быуатта Г. Ф. Миллер тарафынан яһалған Мәскәүҙең Андроник монастырендә Андрей Рублев ҡәберендәге өлөшләтә һаҡланған яҙма күсермәһен табыуы тураһында хәбәр итә һәм яҙма тексты тергеҙеү вариантын тәҡдим итә[9] . Табыш монастырҙы һаҡлап алып ҡалыу өсөн тос дәлил була (өлөшләтә емерелгән)[10]. Барановский һәм Э.И. Грабарь монастырь базаһында боронғо рус сәнғәте музейын төҙөү өсөн сығыш яһай; рәсми ҡарар 1947 йылда ҡабул ителә, әммә музей кешеләргә йөрөү өсөн 1960 йылда ғына асыла (1949 йылдан 1960 йылға тиклем музейҙы ойоштороуҙы һәм экспозицияларын булдырыуҙы уның беренсе директоры Арсенишвили Давид Ильич башҡара).

Мәскәүҙә Дон зыяратында ҡатыны Барановская Мария Юрьевна менән йәнәш ерләнгән

Һуғыштан һуңғы эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барановский тергеҙгән:

  • Львиные ворота
  • Сухарева башня
  • Старый английский двор
  1. Архив изобразительного искусства — 2003.
  2. БАРАНОВСКИЙ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  3. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  4. Барановский Петр Дмитриевич (1892–1984).kenozerje.17-71.com.Дата обращения 18 июня 2013.
  5. Хорватова, Е.Петр Барановский. Простой великий человек. eho-2013.livejournal.com(15 февраля 2013)
  6. Человек, который спас храм Василия Блаженного.nsad.ru(5 ноября 2007).Дата обращения 15 июня 2013.
  7. М. Р. Морозов, С. А. Карташов, В. Н. Титов Исследования Георгиевского собора в Юрьеве-Польском 2010-х годов как основа для получения представлений о первоначальной композиционной структуре и генезисе памятника // Сборник: Наука, образование и экспериментальное проектирование. Труды МАРХИ. — 2018. — С. 70—73.
  8. Сам П. Д. Барановский в разговоре с С. А. Гавриловым причиной своего ареста назвал противостояние с заместителем председателя районного исполнительного комитета по сносу Сухаревской башни в Москве.
  9. Научные труды, исследования, обзоры, статьи // Пётр Барановский: Труды, воспоминания современников / Составители: Ю. А. Бычков, О. П. Барановская, В. А. Десятников, А. М. Пономарев; Фонд П. Д. Барановского, МГО ВООПИиК, Управление капитального ремонта и строительства Департамента инженерного обеспечения Правительства г. Москвы. — М.: Отчий дом, 1996. — 280 с. — ISBN 5-7676-0010-4. Архивная копия от 17 март 2012 на Wayback Machine
  10. Иконы XIII–XVI веков в собрании Музея имени Андрея Рублева / Под общей редакцией Г. В. Попова, редактор-составитель и автор вступительных статей — Л. М. Евсеева. — Москва: Северный паломник, 2007. — С. 11. — 620 с. — (Древнерусская живопись в музеях России). — 1000 экз. — ISBN 5-94431-203-3.