Эстәлеккә күсергә

Плисецкая Майя Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Плисецкая Майя Михайловна
рус. Майя Михайловна Плисецкая
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Испания
 Германия
 Литва
Титул прима-балерина[d]
Тыуған көнө 20 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[2][3]
Вафат булған көнө 2 май 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[4][6][7][…] (89 йәш)
Вафат булған урыны Мюнхен, Германия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Атаһы Михаил Эммануилович Плисецкий[d]
Әсәһе Рахиль Михайловна Мессерер-Плисецкая[d]
Бер туғандары Азарий Михайлович Плисецкий[d] һәм Александр Михайлович Плисецкий[d]
Хәләл ефете Марис-Рудольф Эдуардович Лиепа[d] һәм Родион Константинович Щедрин[d]
Внебрачный партнёр Уоррен Битти[d]
Һөнәр төрө балет артисы, хореограф, актёр, балетмейстер, балетный педагог, мемуарист
Эшмәкәрлек төрө балет[8]
Архивы хранятся в Нью-йоркская общественная библиотека исполнительского искусства[d][9]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт shchedrin.de
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
 Плисецкая Майя Михайловна Викимилектә

Майя Михайловна Плисецкая (20 ноябрь 1925 йыл, Мәскәү, СССР — 2 май 2015 йыл, Мюнхен, Германия) — СССР һәм Рәсәй балеринаһы, балетмейстер, хореограф, актриса. Мессерер-Плисецкийҙар театры династияһы вәкиле, 1948—1990 йылдарҙа СССР Ҙур театрының прима-балеринаһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985). СССР-ҙың халыҡ артисы (1959)[11]. «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры. Ленин премияһы лауреаты (1964)[⇨]. Өс Ленин ордены кавалеры (1967, 1976, 1985). XX быуаттың бөйөк балериналарының береһе тип һанала[12].

Бәләкәй Майя

Майя Плисецкая 1925 йылдың 20 ноябрендә Мәскәүҙә, совет хужалығы эшмәкәре Михаил Эммануилович Плисецкий (1899—1938)[13] һәм тауышһыҙ кино актрисаһы Рахиль Михайловна Мессер-Плисецкая (1902—1993) ғаиләһендә тыуған. Өс баланың иң өлкәне була.

1932 йылдан 1936 йылға тиклем Шпицбергенда йәшәй, унда атаһы тәүҙә «Арктикуголь» предприятиеһының беренсе етәксмеһе була, артабан — СССР-ҙың генераль консулы. Оло террор ваҡытында 1937 йылдың 30 апреленән 1 майына ҡарай төндә уны ҡулға алалар һәм 1938 йылдың ғинуарында аталар (Хрущев ваҡытында аҡлана)[13]. Әсәһен 1938 йылдың март башында ҡулға алалар һәм уны күкрәк балаһы Азарий менән Ҡаҙағстанға Тыуған илдең хыянатсылары ҡатындарының Аҡмулла лагерына ебәрәләр (1941 йылдың яҙында Мәскәүгә ҡайта). Майяны хыянатсы балалары йортона алмаһындар өсөн, уны әсәһе яғынан инәһе, Ҙур театр йырсыһы Суламифь Мессерер аҫрауға ала (ҡустыһы Александрҙы ағаһы Асаф Мессерер ала).

Суламифь Мессерер туғанын «Ҡыҙыл башлыҡ» спектакленә алып барып, балет менән таныштыра, ундағы ролдәрҙең береһен үҙе башҡара. Майяны балет ҡыҙыҡһындыра: өйгә ҡайтҡас, төрлө персонаждарҙың балет партияларын күрһәтә башлай. Майяға 7 йәш тә 8 ай тулғас, инәһе уны хореография училищеһына алып килә, унда сираттағы төркөмдө үтә[14]. Ҡағиҙә буйынса, баланы балет класына ҡабул итеү өсөн, 8 йәш булырға тейеш, әммә инәһе комиссия ағзаларын Майяға уның таланты һәм тәбиғи һәләте арҡаһында бейергә өйрәнергә мөмкинлек биреүҙәренә күндерә ала[15].

1941 йылдың сентябренән 1942 йылдың сентябрендә тиклем Майя ғаиләһе менән Свердловск ҡалаһында эвакуацияла була. Ҡалала балет менән шөғөлләнеү өсөн даими мөмкинлек булмай, әммә «Умирающий лебедь» номеры менән беренсе сығышы (Суламифь Мессерер мәхәррирләүендә Михаил Фокин хореографияһы) нәҡ бында ойошторола[16]. Майяның ҡулдарының һығылмалығы һәм матурлығы күренһен өсөн, инәһе номерҙы уның иң яҡшы техник яҡтарын күрһәтә алырлыҡ итеп төҙөргә тырыша, ул шулай уҡ балеринаның тамашасыға арты менән сығыуын уйлап сығара[15].

1943 йылда Майя Плисецкая Елизавета Гердт һәм Мария Леонтьевала уҡып Мәскәү хореография училищеһын тамамлағас[11], Ҙур театр труппаһына ҡабул ителә. Тиҙҙән яңғыҙ партияларға күсә һәм прима-балерина статусын ала.

Ҙур уңыш менән Англия (1950, 1963), АҠШ (1959, 1962), Франция (1961, 1964), Италия (1964) һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһай.

1966 йылда Иосиф Сталиндың реабилитацияһына ҡаршы 25 фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең хатына ҡул ҡуя[17].

1990 йылда Юрий Григорович уны Екатерина Максимова, Владимир Васильев һәм башҡа ҡайһы бер артистар менән Ҙур тетарҙан эштән бушата, был ҙур ижтимағи резонанс тыуҙыра.

СССР тарҡалыуынан һуң Мюнхендә (Германия) йәшәй, ваҡыт ваҡыты менән ире менән бергә Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургҡа килә. Шулай уҡ Литва гражданлығына эйә була (ул һәм уның ире Щедрин Родион рәсәйлеләрҙән беренсе булып Литва паспортын ала[18]) һәм Тракай һарайынан алыҫ түгел дачаһына йөрөй.

Майя Михайловна Плисецкая 2015 йылдың 2 майында Мюнхенда 90-йсы йәшендә миокард инфарктынан вафат була[19].

Майя Плисецкая һәм Родион Щедрин, 2009 йыл
  • Атаһы — Плисецкий Михаил Эммануилович (1899—1938), хужалыҡ эшмәкәре, дипломат.
  • Әсәһе — Рахиль Михайловна Мессерер-Плисецкая (1902—1993), телһеҙ кино актрисаһы.
  • Ҡустыһы — Плисецкий Александр Михайлович (1931—1985), балетмейстер, Ҙур театры балет солисы.
  • Ҡустыһы — Плисецкий Азариц Михайлович (1937), балет артисы, педагог һәм хореограф.
  • Инәһе — Мессерер Суламифь Михайловна (1908—2004), совет балеринаһы һәм балетмейстеры.
  • Олатаһы — Мессерер Асаф Михайлович (1903—1992), совет балет артисы, хореограф һәм балетмейстер.

Үҙненең мемуарҙарында балерина балет солистары Голубин Вячеслав (1923—1953) һәм Кашани менән романы тураһында яҙа[20].

1956 йылда балет солисы Марис Лиепаға кейәүгә сыға (1936—1989), әммә өс айҙан һуң улар айырылыша[20].

1958 йылда композитор Щедрин Родионға кейәүгә сыға (1932). Уларҙың балалары булмай[21]. Ирле-ҡатынлы Щедрин һәм Плисецкая икеһе лә СССР халыҡ артисы булған бик һирәк ғаиләләр иҫәбендә.

1999 йылдың 28 ғинуарында «Московский комсомолец» гәзите «һаумыһығыҙ, мин Майя Плисецкаяның ҡыҙы» тигән мәҡәлә баҫтырып сығара, унда Плисецкаяның КГБ агенты Борис Глаговский менән бәйләнешенән никахтан тыш тыуған ҡыҙы Юлия Глаговская тураһында әйтелә[22]. Балеринаның адвокаттары Мәскәүҙең Пресня район судына уның намыҫын яҡлау буйынса дәғүә ғаризаһы бирә, суд балеринаның бер ниндәй ҙә ҡыҙы юҡ тип шул уҡ йылдың май айында артистканың дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә. 2001 йылда Мәскәү ҡала суды ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдыра[23]. 2002 йылдың 3 декабрендәү «Московский комсомолец» гәзитенең баш мәхәррире Павел Гусев ҡултамғаһы аҫтында элек баҫылып сыҡҡан мәҡәләгә кире ҡағыу сыға, унда «гәзит хеҙмәткәре иҫбатлауҙарҙың ышанысһыҙлығына, юридик һәм биологик грамотаһыҙлығына иғтибар итмәгән» тип белдерелә[24].

Майя Плисецкая «Ромео и Джульетта» балетында, 1961 йыл

Майя Плисецкая — матур пластика, феноменаль һикереү, һығылмалы арҡа, еңел аҙымдар һәм юғары музыкаллеккә эйә була. Ул беренсе булып балет лексикаһына "ҡулса"тип аталған һикереүҙе индерә. Балерина нескәлек, ишараның, позаның тамамланғанлығы һәм үткерлеге менән айырылған үҙ стилен булдыра[25]. Уның пластикаһында бейеү сәнғәте юғары гармонияға өлгәшә[11]. Һәр яңылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған актриса сәхнә эксперименттарынан ҡурҡмай. Шулай уҡ үҙенең ижади феноменаль оҙон ғүмерле булыуы билдәле.

Ҙур театр репертуарындағы партиялары: «Дон Кихот» балетында Китри, «Аҡҡош күле» балетында Одетта һәм Одиллия, «Ромео һәм Джульеттала» Джульетта, «Шүрәле» балетында Сөйөмбикә, бер үк исемле балетта Раймонда, «Конь-Горбунок» балетында батша ҡыҙы, «Спящая красавица» балетында прирнцесса Аврора, «Таш сәскә» балетында Баҡыр тауы хужабикәһе, «Мөхәббәт тураһында легенда» балетында Мэхмэне баныу, «Спартакта» Эгина һәм Фригия.

1960 йылда сәхнәнән Галина Уланова киткәндән һуң Ҙур театрҙың прима-балеринаһы була.

1967 йылдарҙа режиссёр Александр Зархиҙың «Анна Каренина» фильмында Бетси Тверская ролен башҡара. Бер нисә йыл үткәс балетмейстер дебюты өсөн «Анна Каренинаны» һайлай һәм сәхнәгә төп ролдә үҙе сығабалетмейстер.

«Кармен», 1974 йыл

Ҙур театрҙа Родион Щедриндың «Анна Каренина» (Наталья Рыженко һәм Виктор Смирнов-Голованов менән берлектә) «Чайка» (1980) һәм «Дама с собачкой» (1985) балеттарын ҡуйып, уларҙа төп ҡатын-ҡыҙҙар партияларын башҡарып, балетмейстер сифатында сығыш яһай.

Майя Плисецкая Киев вокзалы майҙанында гастролдәрҙән һуң
2000 йыл

1980-се йылдарҙа күп ваҡытын сит илдә үткәрә, Рим опера һәм балет театры етәксеһе булып эшләй (1983—1984), ә аҙаҡ — Мадридта Испания милли балетында эшләй (1988—1990), «Кармен-сюита» һәм «Мария Стюарт» спектаклдәрендә сығыш яһай. Римдә Опера театрында Александр Глазуновтың «Раймонда» классик балетын ҡуя (1984). 1987 йылда Нью-Йоркта Рудольф Нуриев һәм Михаил Барышников менән бергә Марта Грэм хөрмәтенә гала-концертта ҡатнаша, уның репертуарына Рут Сен-Дениҙың «Фимиам» номеры өҫтәлә (1906)[26].

1990 йылдарҙа театрҙан эштән бушатылғандан һуң сәхнәне ҡалдырмай, концерттарҙа ҡатнашыуын дауам итә, мастер-класстар күрһәтә. Үҙенең 70-йыллығына уның өсөн Морис Бежар тарафынан ҡуйылған «Майя Ава» номерында беренсе тапҡыр сығыш яһай[27].

1994 йылдан башлап йыл һайын күпмелер ваҡыт Санкт-Петербургта үткәрелгән «Майя» халыҡ-ара балет конкурсы рәйесе була.

(*) — партияларҙы тәүге башҡарыусы. (**) — Ҙур театрҙа партияны тәүге башҡарыусы.

Ҙур театр
    • 1943 — Па-де-труа "Лебединое озеро, П. Чайковский
    • 1943 — Мазурка, «Шопениана» Ф. Шопен музыкаһына
    • 1944 — Маша, П.Чайковский «Щелкунчик»
    • 1944 — Фея Сирени, Фея Фиолант, П.Чайковский «Спящая красавица»
    • 1944 — Повелительница дриад, Л. Минкус «Дон Кихот»
    • 1944 — Жизель, А.Адан «Жизель»
    • 1945 — Раймонда, «Раймонда», А. Глазунов— Фея Осени*, «Золушка», С. Прокофьев, балетмейстер Р. Захаров
  • 1947 — Одетта-Одиллия, П.Чайковскийҙың «Лебединое озеро»
  • 1948 — Зарема, Б. Асафьевтың «Бахчисарайский фонтан» балеты
  • 1948 — Волшебная дева «Руслан и Людмила» операһында, М. Глинка
  • 1949 — Уличная танцовщица, «Дон Кихот», Л. Минкус
  • 1949 — Царь-девица, «Конёк-Горбунок», Р. Щедрин
  • 1950 — Персидка в опере «Хованщина», М. Мусоргский
  • 1950 — Вакханка, «Вальпургиева ночь» «Фауст» операһынан, Ш. Гуно, балетмейстер Л. Лавровский
  • 1952 — Аврора, «Спящая красавица», П. Чайковский
  • 1954 — Хозяйка медной горы, «Сказ о каменном цветке», Прокофьев Сергей Сергеевич, балетмейстер Л. Лавровский
  • 29 января 1955 (филиал сәхнәһендә) — Сөйөмбикә**, «Шурале», Ф. Яруллин, балетмейстер Л. Якобсон (Батыр — Ю. Кондратов)
  • 1956 — Лауренсия, «Лауренсия», А. А. Крейн, балетмейстер В. Чабукиани
  • 1958 — Эгина, «Спартак», Хачатурян Арам Ильич, балетмейстер И. Моисеев
  • 1959 — Хозяйка медной горы, «Каменный цветок», Прокофьев Сергей Сергеевич, балетмейстер Григорович Юрий Николаевич (Данила — Н. Фадеечев)
  • 1960 — Царь-девица, «Конёк-Горбунок» Р. Щедрин, балетмейстер А. Радунский (Иванушка — В. Васильев, Царь — А. Радунский)
  • 1961 — Джульетта, «Ромео и Джульетта» Прокофьев Сергей Сергеевич
  • 1962 — Фригия, «Спартак» А. Хачатурян, балетмейстер Л. Якобсон
  • 1963 — Аврора, «Спящая красавица», П. Чайковский
  • 1964 [асыҡларға] — Жар-птица, «Жар-птица» И. Стравинский, балетмейстерҙар С. К. Власов һәм Н. Р. Симачёва)
  • 30 март 1965 — Мехменэ Бану**, «Легенда о любви», А. Меликов, балетмейстер Ю.Григорович (Ферхад — М. Лиепа, Визирь — А. Лавренюк, Ширин — Н. Бессмертнова)
  • 1967 — Солистка, «Прелюдии и фуги»* Йоһанн Себастьян Бах музыкаһына, балетмейстер Н. Касаткина
  • 20 апреля 1967 — Кармен*, «Кармен-сюита» Кармен Жорж Бизе операһы нигеҙендә, хореограф А. Алонсо (Хозе — Н. Фадеечев, Тореро — С. Радченко, Рок — Н. Касаткина)
  • 1971 — Эгина, «Спартак», А.Хачатурян
  • 13 июня 1972 — Анна Каренина*, «Анна Каренина», Р. Щедрин, М. Плисецкаяның Н. Рыженко һәм В. Смирнов-Голованов менән берлектәге постановкаһы, (Вронский — М. Лиепа, Каренин — Н. Фадеечев)
  • 27 мая 1980 — Чайка, Нина Заречная*, «Чайка», Р. Щедрин, (Треплев — А. Богатырёв)
  • 20 ноябрь 1985 — Анна Сергеевна*, «Дама с собачкой» Р. Щедрина, рәссамы В. Левенталь, М. Плисецкая өсөн костюмдар П. Кардендыҡы (Гуров — Б. Ефимов)
Ролдәре
  • 1973 — Роза, «Гибель розы»* Г. Малерҙың «Адажиетто» музыкаһына, балетмейстер Р. Пети, Марсель милли балеты
  • 1974 — Анна Каренина, «Анна Каренина» Р. Щедрин, Алишер Навои исемендәге Ҙур театр (Ташкент), (1974, Новосибирск; 1975, Вильнюс; 1976, Одесса; 1978, Свердловск)
  • 1974 — «Пруст, или Перебои сердца» йыйылма музыкаға, балетмейстер Р. Пети
  • 28 декабря 1976 — Айседора, «Айседора»* йыйылма музыкаға, балетмейстер М.Бежар, «XX быуат балеты», Опера Монте-Карло
  • 1978 — «Болеро» М. Равель музыкаһына, балетмейстер М. Бежар, «Балет XX века», «Ла Монне» театры (Брюссель)
  • 19 декабря 1978 — Леда, «Леда»* (партнёр — Х. Донн), балетмейстер М. Бежар, «XX быуат балеты», «Ла Монне» театры
  • 1983 — Чайка, Нина Заречная*, «Чайка» Р. Щедрин, Театр «Пергола» (Флоренция), (1985, Муниципальный театр, Гётеборг)
  • 1984 — Федра, «Федра» Ж. Орик музыкаһына, С.Лифарь хореографияһы, «Балет Нанси», «Одеон» театры (1985, Париж), Рим операһы (1985)
  • 1990 — «Эль Ренидеро», балетмейстер Х. Лопес, «Колон» театры (Буэнос-Айрес, Аргентина)
  • 1991 — «Астурия» И. Альбениса музыкаһына; «Мария Стюарт» Э. де Диего музыкаһына, хореография Х. Гранеро
  • 1992 — главная партия, «Безумная из Шайо»* Р. Щедрин музыкаһына, хореограф Ж. Качуляну, театр «Эспас-Карден», Париж
  • 1995 — «Курозука», 1988 йылғы балеттың яңы версияһы, балетмейстер М. Бежар, Шайо Һарайы, Париж (партнёр — П. Дюпон)
  • 1951 — Ҙур концерт — Одетта («Лебединое озеро» балетынан)
  • 1953 — Мастера русского балета (фильм-балет) — Зарема («Бахчисарайский фонтан», Мария — Г. Уланова, хан Гирей — П. Гусев балеттарынан күренештәр)
  • 1957 — Лебединое озеро (фильм-балет) — Одетта-Одилия[28]
  • 1959 — Хованщина (фильм-опера) — пленная персиянка
  • 1961 — Сказка о Коньке-Горбунке (фильм-балет) — Царь-девица
  • 1964 — Голубой огонек-1963 (фильм-концерт)
  • 1964 — Соберите Венеру (музыкаль фильм)
  • 1965 — Новогодний календарь (музыкаль фильм)
  • 1967 — Анна Каренина, режиссёр А. Зархи — Бетси Тверская
  • 1969 — Самая высокая… (музыкаль фильм)
  • 1969 — Балерина (фильм-спектакль) — төп роль
  • 1969 — Новогоднее похищение (фильм-концерт) — балерина Плисецкая
  • 1969 — Чайковский, сценарист һәм режиссёр И. Таланкин — Дезире Арто
  • 1974 — Анна Каренина (фильм-балет) — Анна Каренина
  • 1976 — Фантазия (фильм-балет), режиссёр А. Эфрос — Полозова (Санин — А. Бердышев)
  • 1977 — Поэзия танца («Болеро», М.Бежар «Айседора») (фильм-балет) — төп роль
  • 1978 — Кармен-сюита (фильм-балет), режиссёр Ф. Слидовкер — Кармен
  • 1980 — Большой балет (фильм-концерт)
  • 1982 — Чайка (фильм-спектакль) — төп роль
  • 1985 — Зодиак (телефильм) — Муза
  • 1986 — Дама с собачкой (фильм-спектакль) — Анна Сергеевна
Фильмдарҙа ҡатнашыуы
  • 1959 — Балет Большого театра в Америке (документаль)
  • 1961 — СССР с открытым сердцем (документаль)
  • 1964 — Майя Плисецкая (документаль) (режиссёр В. Катанян)
  • 1970 — Композитор Родион Щедрин (документаль)
  • 1985 — Урок тьмы (документальный фильм, режиссёр Д. Делуш)
  • 1986 — Агриппина Ваганова (документаль)
  • 1987 — Майя Плисецкая — знакомая и незнакомая (документаль) (режиссёр Б. Галантер)
  • 1991 — Откровения балетмейстера Федора Лопухова (документаль)
  • 1999 — Майя Плисецкая. Танцуя музыку (документаль)
  • 2000 — Maйя (документаль фильм, режиссёр Д. Делуш)
  • 2002 — Майя Плисецкая («Портреты эпохи» циклынан) (документаль)
  • 2005 — Александр Годунов. Побег в никуда (документаль)
  • 2007 — Нериюс (Литва, документаль)
  • 2008 — Евгений Светланов. Воспоминание… (документаль)
  • 2008 — Формула счастья Саулюса Сондецкиса (документаль)
  • 2009 — Агриппина Ваганова. Великая и ужасная (документаль)
  • 2010 — Екатерина III (документаль)
  • 2011 — Аристократ балета (Литва, документаль)
  • 2012 — Андрис Лиепа. Трудно быть Принцем (документаль)
Архив кадрҙары
  • 1971 — Адажио (документаль)
  • 2005 — Ave Майя (документаль фильм) (режиссёры Н. Тихонов)
  • 2005 — Стихия по имени Майя (документаль) (режиссёры Н. Тихонов)
  • 2012 — Отражения Юрия Роста (документаль)
  • 2016 — Большой

Майя Плисецкая — бер нисә мемуарҙың авторы.

  • Плисецкая М. Я, Майя Плисецкая. — М.: Новости, 1994. — 496 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-7020-0903-7.
  • Плисецкая М. Тринадцать лет спустя: Сердитые заметки в тринадцати главах. — М.: АСТ, АСТ Москва, Новости, 2007. — 250 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-17-045344-3.[29]
  • Плисецкая М. Читая жизнь свою.... — М.: АСТ, Астрель, 2010. — 752 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-17-068256-0.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985) — совет хореография сәнғәте үҫешендә оло ҡаҙанышы өсөн.
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1951)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1956)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1959)
  • Ленин премияһы (1964) — Дәүләт академик балет театры сәхнәһендә совет һәм классик репертуарының балет спектаклдәрендә партиялар башҡарыуы өсөн
  • «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры
    • «I дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (20 ноябрь 2005) — ватан һәм донъя хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[30]
    • «II дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (18 ноябрь 2000) — хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[31]
    • «III дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1995 21 ноябрь) — ватан мәҙәниәтендә ҙур ҡаҙаныштары һәм хәҙерге заман хореография сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн[32]
    • «IV дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (9 ноябрь, 2010) — ватан мәҙәниәтен һәм хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[33][34]
  • Өс Ленин ордены (1967, 1976, 1985)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
  • Маҡтаулы хеҙмәте өсөн «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И.Л ениндың тыуыуына 100 йыллыҡ айҡанлы»
  • Париждың Алтын миҙалы (1977)
  • Почётлы легион ордены(Франция)
    • орден кавалеры (1986)
    • орден офицеры (2012)[35]
  • Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены командоры (Франция, 1984)
  • «Литва алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2003) орденының Ҙур Командор Тәреһе
  • Католик Изабелла ордены (Испания, 1991)
  • Литва Бөйөк кенәзе Гядиминас ордены командоры (Литва)
  • Барбора Радвилайте ордены (Литва, 2005)
  • III дәрәжә Ҡояш иле ордены (Япония, 2011)
  • «Gloria Artis мәҙәниәтендә ҡаҙаныштары өсөн» алтын мигҙалы (Польша)
  • Лев Финляндия орденының «Финляндия өсөн» миҙалы (башҡа сығанаҡтар буйынса — Лев Финляндия ордендары[36]) (1968)
  • «Нәфис сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн» алтын мигҙалы (Испания, 1990)
  • ЮНЕСКО-ның Моцарт ордены (2005)[37]
  • Будепештта йәштәр һәм студенттарҙың II бөтә донъя фестивалендә балет артистары конкурсының беренсе премияһы һәм алтын миҙалы (1949)
  • Павлова Анна исемендәге Париж бейеү академияһы премияһы (1962)
  • «Бик шәп-1986» премияһы (Париж мэрияһының йылдың иң элегантлы ҡатын-ҡыҙына)
  • «Триумф» премияһы(2000)
  • Премия «Рәсәйҙең Милли Олимпы» премияһы (2000)
  • Премия «Рәсәйҙең Милли ғорурлығы» премияһы (2003)
  • Принцесса Астурийская премияһы (2005, Испания)
  • Японияның Халыҡ-ара Император премияһы (2006)
  • Витторио де Сика исемендәге премия (Италия) «Бейеү өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары һәм карьераһы өсөн» (2009)
  • «Легенда» номинацияһында «Балет» журналының «Бейеү дәрте» премияһы (2009)
  • «А. П. Чеховтың 150-йыллығына иҫтәлекле миҙалы» (2010)[38]
  • РАО Почетлы премияһы «фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө өсөн»[39]
  • Балтик илдәре төбәгендә халыҡ-ара гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереүе һәм нығытыуы өсөн «Балтик йондоҙ» премияһы (РФ киң коммуникациялар һәм мәҙәниәт министрлығы, РФ Театр эшмәкәрҙәре союзы, Санкт-Петербург хөкүмәтенең мәҙәниәт буйынса комитеты, 2013)[40]
  • Театрҙың «Алтын битлек» премияһы (Мәскәү, 2015) — театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн
  • Сорбонна докторы (1985)
  • Мәскәү дәүләт университетының почетлы профессоры (1993)
  • Фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә «йәмәғәт фекере» ойошмаһы үткәргән һорауҙарҙа «Йыл кешеһе» фекеренсә өсөнсө урын (2000)[41]
  • Венгр бейеүе академияһының почётлы докторы (Будапешт, 2008)[42]
  • Испанияның почётлы гражданы[43]

Плисецкая хөрмәтенә аталған

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Майя Плисецкая» сортлы пион
  • 1963 йылда сығарылған пиондар сорты.
  • Плисецкая астероиды (4626), 1984 йылдың 23 декабрендә Ҡырым астрофизик обсерваторияһының астрономы Лена Карачкина аса[44] (Шул уҡ астроном тарафынан 1982 йылда асылған 4625 астероидына (4625) Щедрин исеме бирелә[45]).
  • 2000 йылдан Тольятти ҡалаһындағы хореография мәктәбе менән тольятти ҡалаһы исемен йөрөтә.

2013 йылдың октябрь айында Бразилия рәссам Э. Кобра (Kobra Eduardo (порт.)) һәм А. Брито (Brito Agnaldo) балеринаға үҙ эштәренең береһен бағышлай. 18 метр киңлектәге һәм 16 м бейеклектәге аҡҡош образындағы балерина һүрәтен үҙ эсенә алған граффити Мәскәүҙең Ҙур Дмитровка урамындағы 16-сы йорттоң стенаһына ҡуйыла[46][47].

2015 йылдың 4 майында Марина театры труппаһы Майя Плисецкаяға «Шүрәле» спектаклен арнай[48]. Төрлө ҡалаларҙа балерина иҫтәлегенә арналған хәтер кисәләре[49] һәм симфоник концерттар[50] үтеүен дауам итә.

2015 йылдың 15 майында Люцернала «Цауберзее — Рус музыкаһы көндәре» фестивалендә планлаштырылаған премия тапшырыу тантанаһы урынына Люцерн ҡалаһында Плисецкаяға кисә-бағышлама үткәрелә[51][52].

2015 йылдың 20 ноябрҙә юбилей кисәһенә әҙерләнеү урынына, юбилей концерт — Ҙур театрҙа Майя Плисецкаяның хәтер кисәһе үтә[53]. Шул уҡ көндә Майя Плисецкаяның исеме Ҙур Дмитровкалағы скверға бирелә. Сквер атамаһы менән таҡта һәм уның тураһында мәғлүмәт йорттоң уң яҡ стенаһына — рәссамдар Эдуардо Кобра һәм Агенальдо Бритоның граффитиһы урынлашҡан яҡҡа ҡуйыла[54]. 2016 йылдың 20 ноябрендә скверҙа балерина һәйкәле асыла[55][56]

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118741128 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Плисецкая Майя Михайловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. 4,0 4,1 Maya Plisetskaya // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Maya Plisetskaya // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Maya Mikhaylovna Plisetskaya // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  7. Bibliothèque nationale de France Majâ Mihajlovna Pliseckaâ // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  8. Чешская национальная авторитетная база данных
  9. https://archives.nypl.org/dan/19781
  10. https://data.performing-arts.ch/a/d15ddbcb-bfc4-4048-bcf1-d539ae54f51c / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  11. 11,0 11,1 11,2 Большая Советская Энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 20. Плата — Проб. 1975. 608 стр., илл.; 21 л. илл. и карт.
  12. «Майя Плисецкая была одной из величайших балерин XX века» – зарубежная пресса | Classica.FM. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 1 апрель 2016 года. 2016 йыл 1 апрель архивланған.
  13. 13,0 13,1 Плисецкая М. М. Я, Майя Плисецкая…— М.: АСТ Москва, 2008. — 490 с.
  14. Неумирающий лебедь Майи Плисецкой 2020 йыл 14 август архивланған.
  15. 15,0 15,1 Суламифь. Фрагменты воспоминаний. Авторы: Суламифь Мессерер
  16. Виктор Фишман. Вечно живой «Умирающий лебедь». Еженедельная независимая газета «Русская Германия», № 2, 2008 (14 ғинуар 2008). — Связь времён. Дата обращения: 29 июнь 2013. Архивировано 2 июль 2013 года.
  17. Письма деятелей науки и культуры против реабилитации Сталина
  18. Радио Свобода, передача «Литовский паспорт»
  19. Ефимович Н. Плисецкая так мечтала ещё раз выйти на сцену Большого // Комсомольская правда. — 02.05.2015.
  20. 20,0 20,1 Танец маленьких лебедей, «Карьера», № 4, 2000. 2015 йыл 18 июнь архивланған.
  21. Майя Плисецкая: «После „Лебединого озера“ я была просто вывернута наизнанку». // «Аргументы и Факты» № 46, 17.11.2010.
  22. Голос крови. // «Коммерсант», 04.08.1999.
  23. «МК» всё же заплатит Майе Плисецкой. // NEWSru.com, 15.11.2001.
  24. МАЙЕ ПЛИСЕЦКОЙ — ОТ “МК”. www.mk.ru. Дата обращения: 25 декабрь 2019.
  25. В. М. Гаевский. Статья в энциклопедии «Балет».
  26. Anna Kisselgoff. Dance: Graham With Baryshnikov, Nureyev and Plisetskaya // New York Times, 7 октября 1987.
  27. Аве Майя. Полит.ру (3 май 2015). Дата обращения: 5 май 2015.
  28. Роли в фильмах
  29. Татьяна Ъ-Кузнецова «Майя Плисецкая: комета должна оставить хвост» Газета «КоммерсантЪ», № 179(3755) от 02.10.2007 2008 йыл 12 март архивланған.
  30. Указ Президента Российской Федерации от 20 ноября 2005 г. № 1344 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ I степени Плисецкой М. М.» Дата обращения: 20 ноябрь 2010. Архивировано 16 апрель 2015 года.
  31. Указ Президента Российской Федерации от 18 ноября 2000 года № 1880 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Плисецкой М. М.» Дата обращения: 20 июль 2016.
  32. Указ Президента Российской Федерации от 21 ноября 1995 г. № 1168 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Плисецкой М. М.» Дата обращения: 20 ноябрь 2010. Архивировано 16 апрель 2015 года. 2015 йыл 16 апрель архивланған.
  33. Указ Президента Российской Федерации от 9 ноября 2010 г. № 1393 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ IV степени Плисецкой М. М.» Дата обращения: 20 ноябрь 2010. Архивировано 16 апрель 2015 года.
  34. Поздравление артистке балета Майе Плисецкой с Днём рождения // Сайт Kremlin.ru
  35. Майя Плисецкая стала офицером Ордена почётного легиона. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.
  36. Герой Социалистического Труда Плисецкая Майя Михайловна :: Герои страны
  37. Гафин А. Д. Майя Плисецкая // Вестник ЮНЕСКО (специальный выпуск). — Комиссия РФ по делам ЮНЕСКО, 2005. — С. 48.
  38. Чайки в городе. В МХТ вручены чеховские медали // Российская газета. — 28 октября 2010.
  39. Почетная премия РАО «За вклад в развитие науки, культуры и искусства». Дата обращения: 20 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
  40. Состоялась церемония вручения премии «Балтийская звезда» 2020 йыл 25 сентябрь архивланған. // Всемирный клуб петербуржцев
  41. «Человек года» в науке и культуре — Жорес Алфёров. Дата обращения: 23 июнь 2015.
  42. International Maya Plisetskaya and Rodion Shchedrin Foundation 2021 йыл 18 ғинуар архивланған.
  43. Lenta.ru: : Плисецкая, Майя. Дата обращения: 20 сентябрь 2012. Архивировано 22 апрель 2013 года. 2013 йыл 22 апрель архивланған.
  44. 4626 Plisetskaya (1984 YU1) (ингл.). JPL Solar System Dynamics (29 август 2003). — JPL Small-Body Database Browser. Дата обращения: 20 ноябрь 2013.
  45. 4625 Shchedrin (1982 UG6) (ингл.). JPL Solar System Dynamics (29 август 2003). — JPL Small-Body Database Browser. Дата обращения: 20 ноябрь 2013.
  46. Анатолий Симоненко. Знаменитый художник Эдуардо Кобра нарисовал на Большой Дмитровке Майю Плисецкую. Газета «Вечерняя Москва» (11 октябрь 2013). — Город. Дата обращения: 16 ноябрь 2013. (действующая ссылка на статью с совпадающим заголовком)
  47. Анна Нистратова. Стрит-артист Кобра: «Теперь у меня есть карточка читателя Библиотеки искусств на Дмитровке». Журнал «Interview» (24 октябрь 2013). — Интервью. Дата обращения: 16 ноябрь 2013. 2013 йыл 28 ноябрь архивланған.
  48. Посвящается Майе Плисецкой
  49. «Гениальность Майи Плисецкой — в искренности и глубине проживания каждого мига на сцене» (интервью с А. Лиепой перед гала-концертом проекта «Автографы и имиджи» в Большом театре Беларуси, БелТА, 18.10.2019).
  50. «В Смоленске прозвучала „Кармен-сюита“»(о концерте памяти великой балерины Майи Плисецкой, Смоленская народная газета, 28.10.2019).
  51. In memoriam Maya Plisetskaya 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  52. In memoriam Maya Plisetskaya(недоступная ссылка)
  53. Большой театр проведет вечер памяти Майи Плисецкой
  54. Просмотр В Москве открылся сквер Майи Плисецкой. ТАСС (20 ноябрь 2015). Дата обращения: 20 ноябрь 2016.
  55. В Москве открыли памятник Майе Плисецкой. Официальный сайт Министерства культуры РФ (20.11.2016). Дата обращения 20 ноября 2016.
  56. Просмотр Щедрин: сквер Майи Плисецкой в Москве должен стать местом встречи влюбленных пар. ТАСС (20 ноябрь 2016). Дата обращения: 20 ноябрь 2016.
  • Л. Жданов. Майя Плисецкая = фотоальбом. — М.: Искусство, 1965. — 200 с. — 30 000 экз.
  • Б. А. Львов-Анохин. Майя Плисецкая // Труд актёра. — М.: Советская Россия, 1966. — 78 с. — 70 000 экз.
  • Н. Рославлева. Майя Плисецкая. — М.: Искусство, 1968. — 164 с. — 75 000 экз.
  • Nataliia Arkina. Maja Plissezkaja: Mit einem Poem v. Andrej Wosnessenski. — Berlin: Henschelverlag, 1969. — 48 с.
  • Л. Жданов. Майя Плисецкая = фотоальбом. — М.: Планета, 1980. — 174 с. — 20 000 экз.
  • Шадрина Н. И. Плисецкая Майя Михайловна // Ассоциация «Международный Объединённый Биографический Центр» Кто есть кто в современной культуре: Эксклюзивные биографии. — М: Международный Объединённый Биографический Центр; ЗАО «МК-Периодика», 2006. — В. 1. — С. 5—43. — ISBN 5-93696-007-3.

Плисецкая Майя Михайловна. «Герои страны» сайты.

Аудио
Видео