Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы
Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы - (15.03.1915—3.11.2000, Сибай), театр актёры. 1942—1973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы 1915 йылдың 15 мартында ул саҡтағы Ырымбур губернаһы Орск (Үр) өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Темәс ауылында тыуа — 2000 йылдың 3 ноябрендә вафат була, Сибайҙа ерләнә.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылда Башҡортостан филармонияһы солисы. 1942—1973 йылдарҙа Сибай драма театры актрисаһы. Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙының иртә уйналған ролдәренә, Сәрүәр («Башмағым»; дебют, 1942), Айһылыу (С.М.Мифтаховтың «Һаҡмар» — «Хакмар»), Ғәлиәбаныу («Галиябану»), Таңсулпан (Ҡадир Даяндың шул уҡ исемдәге әҫәре буйынса) башлыса музыкаль спектаклдәренә лиризм һәм хислелек хас. Актриса ижадындағы артабанғы ролдәренең береһе — Шәмсинур (Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» — «Он вернулся») — тәрән драматизм менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар»ҙы, «Ғилмияза»ны, «Ғүмәров»ты, «Зөлхизә»не һәм башҡаларҙы оҫта башҡара.
Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Сибай башҡорт драма театры актрисаһы Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ирназарова Ғәәшүрә Хәйрулла ҡыҙы
- [wiki02.ru/encyclopedia/Irnazarova_Gashura_Hayrullovna/t/5828 Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы Ирназарова. Сәйетов төҙөгән, Ризуанова башҡорт теленә тәржемә иткән]