Эстәлеккә күсергә

Литвинов Андрей Витальевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
23:14, 24 июль 2024 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.5)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Андрей Литвинов
Позиция

Ҡапҡасы

Буйы

180 см

Ауырлығы

84 кг

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

19 март 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (31 йәш)
Рәсәй, Новокузнецк ҡалаһы

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2010—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2010—2014 Рәсәй флагы Кузнецкие Медведи
2012—2014 Рәсәй флагы Ариада
2014—2015 Рәсәй флагы Липецк
2015—2016 Рәсәй флагы Буран
2016—2017 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2017—2018 Рәсәй флагы Металлург Нк
2018 Рәсәй флагы Сокол
2019—ә.в. Рәсәй флагы Металлург Нк

Литвинов Андрей Витальевич (19 март 1993 йыл, Новокузнецк, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Новокузнецкиҙың «Металлург» командаһы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған үҙе тәрбиәләнгән хоккей клубы уйынсыһы.

«Металлург» Нк системаһында (2014 йылға тиклем)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андрей Литвинов Новокузнецк «Металлург» командаһының хоккей мәктәбендә тәрбиәләнә. 2008 һәм 2010 йылдарҙа ул 1993 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында Рәсәй финалында уйнай. 2011 йылдың 10 ғинуарынды ЙХЛ чемпионатында сығыш яһаған Новокузнецкиҙан «Кузнецкие Медведи» өсөн тәү тапҡыр уйнай. 2010/11 йылдар миҙгелендә ул бөтәһе дүрт уйында ҡатнаша, тик бер тапҡырҙа осрашыуҙы башынан аҙағына тиклем тулыһынса үткәрмәй. 2011/12 йылдар миҙгеленең 18 ғинуарында Литвинов тәү тапҡыр бер уйында боҙҙа 60 минут була һәм шулай уҡ беренсегә бер гол да үткәрмәй ҡапҡаһын һаҡлап ҡала. Бөтәһе шул миҙгелдә, Андрей 10 уйында ҡатнаша һәм ике осрашыуҙа еңеүгә өлгәшә.

2012/13 йылдар миҙгеленән башлап ул «Металлургтың» ЮХЛ-да фарм-клубы «Ариада-Акпарс» өсөн уйнай башлай. Тәү тапҡыр Андрей 2012 йылдың 1 октябрендә уйында ҡатнаша, ә 29 ноябрҙә ул осрашыуҙың башынан аҙағына тиклем ҡапҡала тора һәм командаһына еңеү килтерә. 8 ғинуарҙа «Кубань» командаһына ҡаршы уйында ул бөтә 34 һуғыуҙы ҡағып, ЮХЛ-да тәү тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Литвинов клубы менән Братина кубогының ярымфиналына етә һәм шунда «Һарыарҡа» командаһына отола. 2013 йылдың 16 мартында Андрей плей-офф уйындарында тәүгә ҡатнаша. «Ариада-Акпарс» өсөн шул миҙгелдә ул 26 уйын үткәрә һәм шуларҙың унауһын еңә. Шул уҡ миҙгелдә Андрей «Кузнецкие Медведи» өсөн бер уйын уҙғарып өлгәрә һәм шунда командаһы еңелә. Тағы ул Гагарин кубогына эләкмәгән командалар өсөн ойошторолған Өмөт кубогында «Металлург» өсөн бер уйын үткәрә.

Киләһе 2013/14 йылдар миҙгелендә «Ариада» өсөн даими чемпионатта ул 19 матчта ҡатнаша һәм ете тапҡыр уйында еңә. Команда Братина кубогына эләгә, әммә шунда тәүге раундта уҡ «Рубин» хоккей клубына 1-3 иҫәбе менән отола. Литвинов Братина кубогының өс уйынында ҡатнаша, берәүһен генә тулыһынса уйнай һәм шуны еңә. ЙХЛ чемпионатында ул һигеҙ осрашыу үткәрә һәм шуларҙың береһен генә еңә. Ошо миҙгелдән һуң Андрейҙың «Кузнецкие Медведи» менән контракты тамамлана.

«Липецк» менән «Буран» (2014—2016)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014/15 йылдар миҙгелен ул «Липецк» хоккей клубында үткәрә. Яңы командаһы өсөн тәүге осрашыуҙы 21 сентябрҙә «СКА-Карелия» командаһына ҡаршы үткәрә, ә «Липецк» уйында дәғүәселәрен еңә (4:2). Был клуб өсөн шул миҙгелдә ул бөтәһе 27 осрашыуҙа ҡатнаша, шуларҙың 9 еңә һәм 10 еңелә, 2 тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. Литвинов командаһы менән Братина кубогының тәүге раундында «Ермак» хоккей клубына алты осрашыуҙа еңелә.

2015 йылдың 30 июнендә Андрей Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Буран» менән бер йылға килешеү төҙөй[1]. Клуб өсөн тәүге рәсми осрашыуҙа ул уйынды башынан аҙағына тиклем тора һәм бер гол да үткәрмәйенсә командаһына еңеү килтерә. Миҙгел башынан ул ялһыҙ 10 уйын үткәрә һәр яртыһын еңә. ЮХЛ-дың тәүге миҙгеленең иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла[2]. «Буран» даими чемпионатта юғары бишенсе урынды яулай, тик плей-офф уйындарының тәүге серияһында Балашиханан «Динамо» командаһына ҡаршы серияның тәүге өс уйынын еңһә лә артабан дүрт тапҡыр еңелә һәм Братина кубогынан төшөп ҡала. Андрей Литвинов даими чемпионатта 33 осрашыуҙа ҡатнаша, шуларҙың унауһында еңеүгә өлгәшә (лигала дүртенсе күрһәткес) һәм 4 тапҡыр иҫәбенә «ҡоро» уйын яҙа. Плей-оффта ул бер матчта ла ҡатнашмай.

«Салауат Юлаев» (2016—ә.в.)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2016 йылдың 12 июлендә Андрей Литвинов Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» менән ике яҡлы бер йыллыҡ килешеү төҙөй[3]. Тимәк, ул «Салауат Юлаев» өсөн дә, уның фарм-клубы «Торос» өсөн дә уйнай ала. Уның командаға килеүе күп һорауҙар тыуҙары, сөнки уның менән бергә «Салауат Юлаев» системаһында бөтәһе 10 ҡапҡасы була. Генераль менеджер Леонид Вайсфельд һәм баш тренер Игорь Захаркин ҡапҡасыларҙың күплеген киләсәктә кәрәк булыуы менән аңлата. 2016 йылдың 19 сентябрендә Андрей «Торос» өсөн тәүге уйынын үткәрә һәм бер гол ғына үткәреп командаһына еңеү килтерә. «Салауат Юлаев» өсөн Андрей бер уйында үткәрмәй. ЮХЛ-дың миҙгелендә ул 23 осрашыу үткәрә һәм шуларҙың 12-дә еңә. «Торос» даими чемпионатты бишенсе урында тамамлай һәм плей-оффта тәү тапҡыр беренсе раундта еңелеп ҡала.

2017 йылдың 1 июнендә клуб етәкселеге Андрейҙы Юғары хоккей лигаһына күсерелгән Новокузнецкиҙан «Металлург» хоккей клубына ҡапҡасы Андрей Кареевҡа алмаштыра[4]. Тимәк бер нисә йылдан һуң Литвинов тыуған ҡалаһындағы команда өсөн уйнарға ҡайта. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Андрей барыһы 49 уйында ҡатнаша, шуларҙың егерме бишәүһендә еңеү яулай, ә «Металлург» Петров кубогы өсөн плей-оффта сирекфиналға тиклем етә һәм буласаҡ чемпионға отола. 2018/2019 йылдар миҙгелен ул «Металлург» составында башлай, 10 уйындың икәүһендә еңеү яулай. 2018 йылдың 31 декабрендә Андрей Красноярскиҙан «Сокол» хоккей клубына күсә[5]. «Сокол» даими миҙгелде 12-се урында тамамлай, Петров кубогы өсөн плей-оффтың тәүе этабында «Лада» хоккей клубын серияла 3-1 иҫәбе менән ота, ә сирекфиналда «СКА-Нева» командаһына ҡаршы бер уйында ғына еңеү яулай ала. Андрей Красноярск хоккей клубы өсөн 20 осрашыу уҙғара һәм 8 тапҡыр еңеү яулай.

2019 йылдың 1 май көнөндә ул «Металлург» менән яңы килешеү төҙөй[6].

  • ЮХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2013.
Һуңғы яңыртыу: 17 июль 2019

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, «0» — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ У Е О Мин ҮШ «0» ЫК %КҠШ
2010/2011 Кузнецкие Медведи ЙХЛ 4 0 2 107 8 0 4.49 82.6 Команда плей-оффҡа эләкмәй
2011/2012 Кузнецкие Медведи ЙХЛ-А 10 2 3 384 16 1 2.5 91.4
2012/2013 Кузнецкие Медведи ЙХЛ-А 1 0 1 59 3 0 3.02 87.5
2012/2013 Ариада-Акпарс ЮХЛ 22 5 6 958 44 1 2.75 91.3 4 1 0 93 2 0 1.28 95.3
2012/2013 Металлург Нк* КХЛ 1 0 1 59 3 0 3.01 88.9
2013/2014 Кузнецкие Медведи ЙХЛ-А 8 1 4 401 24 0 3.58 87.8
2013/2014 Ариада ЮХЛ 19 7 4 824 34 0 2.48 92.8 3 1 1 112 8 0 4.29 88.7
2014/2015 Липецк ЮХЛ 23 9 7 1284 41 2 1.92 93.4 4 0 3 220 12 0 3.27 89.9
2015/16 Буран ЮХЛ 33 20 10 1916 68 4 2.13 92.1
2016/17 Торос ЮХЛ 23 12 7 1274 44 2 2.07 92.1 6 2 4 341 11 1 1.93 91.9
2017/18 Металлург Нк ЮХЛ 38 20 12 2103 83 0 2.37 92.6 11 5 6 647 29 0 2.69 93.1
2018/19 Металлург Нк ЮХЛ 10 2 4 443 29 1 3.11 91.8 Команданан китә
2018/19 Сокол ЮХЛ 11 4 4 589 22 2 2.24 92.7 9 4 5 547 17 0 1.86 94.9
2019/20 Металлург Нк ЮХЛ
Бөтәһе ЙХЛ-да 23 3 10 952 51 1 3.21 88.7
Бөтәһе ЮХЛ-да 179 79 54 9394 359 12 2.29 92.4 37 13 19 1962 79 1 2.42 93
Бөтәһе КХЛ-да 1 0 1 59 3 0 3.01 88.9

* «Плей-офф» урынына Өмөт кубогында уйындары

Андрей Литвинов уның кеүек Новокузнецк ҡалаһынан булған Дарья исемле ҡыҙ менән осраша. Улар 2011 йылдан тирәһе башлап бергә[7][8].