Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арышбаш, бесәй ҡойроғо (лат. Agropýron, рус. Житняк) — ҡыяҡлылар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр ырыуы. 15-ләп төрө билдәле, Европала, Азияла, Төньяк Африкала, шулай уҡ Австралияла һәм Яңы Зеландияла киң таралған.
Ташлы-далалы һөҙәклектәрҙә үҫә. 20-70 см оҙонлоҡтағы ҡыуаҡланған ҡыяҡлылар. Тамыр системаһы ҡалын, суҡ. Һабағы тура, еңелсә ҡытыршы. Япраҡтары тығыҙ, оҙонса түңәрәк формала. Сәскә төркөмдәре − ҡыяҡ йәки йомортҡа һамаҡ ҡатмарлы башаҡтар. Башаҡтары күп сәскәле, ике рәтле. Емеше − бөртөксә. Орлоҡтан үҫтерелә. Һыуыҡҡа, ҡоролоҡҡа сыҙам, тупраҡҡа талапсан түгел. Көтөү йөрөүҙән ҙур зыян күрмәй. Ҡиммәтле мал аҙығы. Ҡомлоҡтарҙы нығыта, тупраҡ структураһын яҡшырта. Декоратив маҡсаттарҙа үҫтерелә.