Аҡболаҡ
Аҡболаҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1904 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Аҡбулаҡ районы[1] һәм Аҡболаҡ ҡасаба советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Аҡболаҡ ҡасаба советы[1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
13 152 кеше (1989)[2], 14 801 кеше (2002)[3], 13 918 кеше (2010)[4], 10 688 кеше (2021)[5] |
Почта индексы | 461550–461551 |
Урындағы телефон коды | 35335 |
Аҡболаҡ — ҡасаба, Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһендәге Аҡболаҡ районы үҙәге. Аҡболаҡ ҡасаба советы ауыл биләмәһе үҙәге.
Илек (Урал ҡушылдығы) йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Ҡаҙағстан тимер юлының Ташкент йүнәлешендәге тимер юл станцияһы, Ырымбур ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа 127 километрҙа.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленән «Аҡ болаҡ» аҡ йәғни таҙа бәләкәй йылға, сығанаҡ тип тәржемә ителә. Төрки телдәрҙә Аҡболаҡ һүҙе «аҡ һыу сығанағы» тип тәржемә ителә. Аҡболаҡ йылғаһы баш алған йылғасыҡтар һәм шишмәләр аҡбурлы тауҙарҙан ағып төшә. Ҡарҙар иреп аҡҡан оорҙа йылға һыуы ысынлап та аҡ төҫкә инә[6].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылда Ырымбур — Ташкент тимер юлын төҙөү менән бәйле, нигеҙ һалынған. Тимер юл станцияһының Карамзино тигән тәүге исемен халыҡ мөрхәтһенмәгәлектән, был биләмәләрҙә аҡҡан Аҡболаҡ йылғаһы атамаһы ҡушыла.
1904 йылда производство станцияһы биналары һәм тимер юл чиновниктары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн беренсе йорттар төҙөлә. Украинанан, Дондан, Төньяҡ Кавказдан, Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан ерһеҙ крәҫтиәндәр йәлеп ителә. 1910 йылға Аҡболаҡ улус әһәмиәтендәге ҙур ҡасабаға әүерелә. Бында тиҫтәнән ашыу магазин, бер нисә тирмән, күн һәм кирбес заводтары, ике урман бысыу ҡоролмаһы лесопилка була. Бынан тыш, Аҡболаҡ, паровоз депоһы, вагондарҙы ҡарау будкаһы эшләгән кондуктор резервы, пакгаузы булған бригада станцияһына әйләнә. Шул уҡ ваҡытта, өс класлы мәктәптән тыш, Аҡболаҡта бер ниндәй ҙә мәҙәни-ағартыу учреждениелары булмай. 1912—1914 йылдарҙа был мәктәптә буласаҡ яҙыусы В. П. Правдухин эшләгән. Аҡболаҡта тағы 15 койкалыҡ дауахана эшләй. Сиркәү була.
1910 йылда 119 хужаыҡ (656 кеше). Участка крәҫтиән начальнигы һәм приставтың камераһы бар. Сиркәү, мәктәп — ағас. Аҙна һайын 2 баҙар, дүшәмбе һәм шишәмбе көндәрҙә. 4 пар һәм 3 ел тирмәне. Дарыухана (Турғай өлкәһендәге тораҡ пункттар исемлеге, 1910 йыл).
Граждандар һуғышы йылдарында Аҡболаҡта, һуңыраҡ исеме 276-сы уҡсылар пехота полкы тигән исем алған, ҡыҙыл гвардия отряды ойошторола.
1920 йылда Аҡболаҡта 686 хужалыҡта 3564 кеше иҫәпләнә. Шәхси хужалыҡтарҙа эш аттары — 915, дөйәләр — 179 була. Егерменсе йылдарҙа ауылдарҙа бөтә ерҙә лә сельхозартелдәр булдырыла. «Прогресс № 1», «Якорь», «Ҡушаҡ», «Йәшел имәнлек», «Сулпан», «Азатлыҡ» һ. б. артелдәр эшләй. 1922 йылда ауыл хужалығы кредит ширҡәте товарищество ойошторола.
1925 йылда Аҡболаҡҡа тәүге трактор килә, Киров урамы буйынса беренсе бураҙна һала. Был трактор «Яңы Мәскәү» ҡасабаһының ярлылар комитетына тапшырыла. 1928 йылда, коллективлаштырыу алдынан, Аҡболаҡҡа тракторҙар колоннаһы килә. 1926 йылда электр станцияһы һәм стационар кино төҙөлә. 1927 йылда тоҙло күл аша күпер төҙөлә.
1931 йылда «Социалистик төҙөлөш өсөн» гәзитенең тәүге һаны сыға. 1935 йылдан гәзит «Колхоз хәҡиҡәте» тип, әлеге ваҡытта — «Дала таңдары» тип атала. 1932 йылда рус, башҡорт һәм ҡаҙаҡ бүлектәре булған педагогия училищеһы асыла.
1936 йылдың 19 июнендә үткән Аҡболаҡта туп-тулы ҡояш тотолоу һыҙаты үткән, шул сәбәпле бында совет һәм америка астрономдары экспедицияһы эшләй. Шул ваҡытта унда Юлиус Фучик килә.
1937 йылдың 2 мартында Аҡболаҡ ауылы эшселәр ҡасабаһы статусын ала.
Бөйөк Ватан һуғышына Аҡболаҡтан ике меңдән ашыу ир-егет фронтҡа китә. Яуҙағы батырлыҡтары өсөн йөҙләгән яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Улар араһында алты Советтар Союзы Геройы: Терещенко Н. В., Гайко А. С., Шаповалов И. Е., М. Гирин М. Н., Злыденный И. Д., Ефименко Г. Р. һәм Дан орденының тулы кавалеры Х. Абдешев[7]. Һуғыш йылдарында Аҡболаҡҡа дошман баҫып алған территорияларҙан меңләгән граждан эвакуацияланған.
Һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә һәм иҫән ҡалған ҡатнашыусылар хөрмәтенә 1965 йылдың 9 майында 1-се мәктәптә Хәрби дан музейы асылды. 1965 йылда, Еңеүҙең 20 йыллығы алдынан өс урамға Советтар Союзы Геройҙары: Төньяҡ проспекты урамы — Н. В. Терещенко. Водопроводный урамы — Гайко А. С, Театр урамы — Шаповалов И. Е. исемдәре бирелде. Аҡболаҡ үҙәгендә һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә мемориаль комплекс төҙөлә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты континенталь, ҡоро. Эҫе йәй һәм оҙайлы. Һалҡын ҡыш.
Акбулака климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | −9,5 | −8,6 | −1,7 | 13 | 22,6 | 27,2 | 29,5 | 27,6 | 21 | 10,2 | 0,3 | −5,8 | 10,5 |
Уртаса температура, °C | −11,8 | −11,6 | −5,2 | 7 | 15,2 | 20,8 | 22,6 | 20,6 | 14,1 | 5,9 | −3 | −9,4 | 5,4 |
Уртаса минимум, °C | −18 | −18 | −10,8 | 1,2 | 8,3 | 13,1 | 15,7 | 13,3 | 7,5 | 0,1 | −6,7 | −13,5 | 0,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 30 | 24 | 24 | 29 | 33 | 36 | 37 | 27 | 23 | 28 | 31 | 33 | 355 |
Сығанаҡ: [8]. |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
1989[9] | 2002[10] | 2010[11] |
13 152 | ↗14 801 | ↘13 918 |
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Акбулак ҡалаларында кинотеатрҙар бар «Колос». Яңы ҡорам төҙөлә. Өс дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләй, лицей, политехник техникумы, балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәп, ике китапхана, яҡты өйрәнеү музейында, боҙ һарайы (2010 г.).
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаның төп предприятиеһы — элеватор, йәғни силос һәм иҙәнгә түшәп һаҡлай торған келәттәрҙе үҙ эсенә алған «63-сө икмәк базаһы» ААЙ-е. Тимер юл транспорты предприятияһы, цемент, кирбес-аҡбур заводы. Ҡасаба янында аҡбур ятҡылыҡтары үҙләштерелә[12].
Пенитенциар учреждение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта ҡасабала Ырымбур өлкәһе буйынса Рәсәй УФСИНы 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Чкалрв өлкә башҡарма комитетының 1962 йылдың 12 мартында ҡабул ителгән 62-се ҡарары нигеҙендә ойоштора. Ул ваҡытта дөйөм режимлы була, хөкөм ителеүселәр 450 кеше тәшкил итә. Әлеге ваҡытта тултырыу лимиты ҡуйылған — 150 кешегә иҫәпләнгән колония-поселение участкаһын индереп, 1240 урын. Бында ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт өсөн иркенән мәхрүм итеүгә ҡабат хөкөм ителеүселәр; енәйәт рецидив һәм енәйәттең хәүефле рецидивы буйынса хөкөм ителеүселәр тотола[13].
Учреждение территорияһы ҡасаба сиктәренән тыш урынлашҡан. Учреждениела махсус кейем тегеү, шулай уҡ сувенир изделиелар, икмәк-күмәс етештереү ойошторолған. Ауыл ужалығы участкаһында эре мөгөҙлө малдар, сусҡалар йорт ҡуяндары, ҡош-ҡорт тотола. Колония территорияһында православие ғибәҙәтханаһы эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ https://nashural.ru/mesta/orenburgskaya-oblast/poselok-akbulak-istoriya-i-dostoprimechatelnosti/ Наш Урал. Аҡболаҡ тарихы. Иҫтәлекле урындары
- ↑ Наши земляки Герои Советского Союза
- ↑ ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД".
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ https://orenlib.ru/kray/calendar/a-1497.html
- ↑ Структурные подразделения . 56.fsin.su. Дата обращения: 19 февраль 2019. 2019 йыл 20 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акбулак // Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области: историко-топонимические очерки / Б. А. Моисеев. — Оренбург, 2013. — С. 20-23.
- Акбулак // Стрельников, С. М. Географические названия Оренбургской области: топонимический словарь. — Кувандык, 2002. — С. 7.
- Астрономы в степи // Фучик, Ю. О Средней Азии. — Ташкент, 1960. — С. 222—225.