Эстәлеккә күсергә

Баймиев Алексей Хәниф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баймиев Алексей Хәниф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Тәтешле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
БДМУ
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Баймиев Алексей Хәниф улы (23 апрель 1971 йыл) — молекуляр биолог. Биология фәндәре докторы (2007).

Алексей Хәниф улы Баймиев 1971 йылдың 23 апрелендә БАССР-ҙың Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында тыуған[1]. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Биохимия һәм генетика институтында эшләй башлай: 2003 йылдан алып — өлкән, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2006 йылдан башлап — Башҡорт педагогия университетында уҡыта. 2008 йылдан алып — Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта[1].

Фәнни эшмәкәрлеге ризобияларҙың биологик күп төрлөлөгөн һәм филогенияһын, бүлбе бактерияларының ҡуҙаҡлылар менән үҙ-ара тәьҫир итешеүенең молекуляр нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. А. Х. Баймиев 26 төр ҡуҙаҡлыларҙа углевод бәйләүсе лектиндарҙың эҙмә эҙлелеген кодҡа һалыусы ген участкаларын клонлаштыра һәм секвенирлай; бер үк ризобиялар менән симбиозға инеүсе үҫемлектәрҙә структураһы менән углевод бәйләүсе эҙмә-эҙлелеккә һәм үҙенсәлектәре менән ябай шәкәрҙәргә оҡшаш лектиндарҙың булыуын, гибрид лектиндарҙың ҡуҙаҡлыларҙың киҫешеүле инокуляцияһы даирәһен киңәйтеү һәләтен асыҡлай[1].

А. Х. Баймиев — 98 фәнни хеҙмәт авторы, шулай уҡ ул ике халыҡ-ара уйлап табыу патентына эйә[2].

Төп ғилми эштәре:

  • Влияние природных и гибридных лектинов на взаимодействие бобовых растений с ризобиями //Прикладная биохимия и микробиология. 2008. Т.44. № 6 (авторҙаш);
  • Симбиотические реакции корней облепихи, трансгенных по гену лектина гороха посевного //Физиология растений. 2010. Т.57. № 1 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй фәндәр академияһы биология фәндәре бүлегенең Рәхмәт хаты (2007)[2].