Баҡалы (Баҡалы районы)
Ауыл | |
Баҡалы башҡ. Баҡалы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Андреев Александр Георгиевич |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы |
мосолман-сөнниҙәр, православтар |
Этнохороним |
бакалинец, бакалинцы [2] |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34742 |
Почта индексы |
452650 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Баҡалы (рус. Бакалы) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Баҡалы районының һәм ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 9568 кеше булған[3]. Почта индексы — 452650, ОКАТО коды — 80207807001.
Географик урыны һәм инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡалы ауылы — (1930—1963 йылдар һәм 1964 йылдан) Баҡалы районы һәм Баҡалы ауыл Советы үҙәге. Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа 175 километрҙа, Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡҡа 75 километрҙа, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы һәм Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Баҡалы—Үрге Йәркәй автомобиль юлында, Сөн йылғаһы буйында урынлашҡан.
2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй.
Баҡалыла ике урта мәктәп, шул иҫәптән 1-се һанлы Баҡалы урта мәктәбе, насар ишетеүсе балалар өсөн коррекцион мәктәп-интернаты бар, балалар сәнғәт мәктәбе, профессиональ лицей, 3 балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют, үҙәк район дауаханаһы, 2 Мәҙәниәт йорто (4 художество үҙешмәкәр халыҡ коллективы), «Керәшен» милли-мәҙәни үҙәге, үҙәк һәм балалар китапханалары, музей, сиркәү, мәсет бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVII быуатта Ҡырғыҙ, Биләр һ. б. улустарҙың аҫаба башҡорттары үҙ ерҙәрендә йәшәгән. Аҫаба башҡорттар игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. XVIII быуат башында, 1736 йылдан яңы суҡындырылған татар-керәшендәр күсеп килгән.
1730-сы йылдар — төбәккә Кама аръяғы нығытмаларын төҙөү менән бәйле, урыҫтар килә. Аҫаба башҡорттар ерендә Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре һәм ҡатнаш милләтле ауылдар барлыҡҡа килә. Шул осорҙан урыҫ мәҙәниәте — крайҙағы рухи тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө. Бер үк ваҡытта Ырымбур сик һыҙығында хәрби хеҙмәт үтеүсе татар-керәшендәр урындағы мәҙәниәт үҫешендә мөһим роль уйай. Нуғайбәк-казактар һуңыраҡ, 1842 йылда, Силәбе өлкәһе территорияһына күсерелгән.
Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда төбәктә В. И. Торнов һәм И. И. Ульянов етәкләгән баш күтәреүселәр менән генерал А. Л. Ларионов командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында ҡаты һуғыштар барған. Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре Башҡортостандың көнбайышында мөһим стратегик пункт булған, шуның өсөн уларҙың һәр ваҡыт ҡаршы яҡтарҙың иғтибар үҙәгендә булыуы осраҡлы түгел.
1834 йылда бында дәүләт һәм биләмә крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары теркәлгән.
1865 йылда 166 хужалыҡта 1001 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, тимерселек менән шөғөлләнгәндәр.
XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында крайҙа баҡыр мәғдәне табылған, һәм ул Г. И. Осокиндың Үрге Троицк заводын тәьмин иткән. Ул заманда край территорияһының 80%-н тәшкил иткән урманды (бигерәк тә поташный заводтарына сеймал сифатында) сәнәғәттә файҙаланыу ҙур ҡолас алған. XIX быуаттан уҡ Баҡалы төбәктең төп мәҙәни һәм сауҙа-сәнәғәт үҙәге булған
XIX быуаттың уртаһынан Ҡазан, Минзәлә, Бәләбәй һәм Алабуға сауҙагәрҙәре эре сауҙа килешеүҙәре төҙөгән.
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылға тиклем Баҡалыла улус идаралығы, 2 училище, земство дауаханаһы, дарыухана, 20-нән ашыу кибет булған, баҙар һәм йәрминкәләр ойошторолған.
1906 йылда 2 сиркәү, земство мәктәбе, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, дарыуханаһы булған земство дауаханаһы, һыу тирмәне, 6 тимерлек, слесарь һәм ауырлыҡ үлсәү оҫтаханалары, 8 бакалея, 7 мануфактура, 2 тимерҙән эшләнгән әйберҙәр, 2 башлыҡ, һыра һәм 2 шарап кибете, икмәк запасы һаҡлау мөгәзәйе булған.
1918 йылдың февралендә район сираттағы крәҫтиән һуғышы үҙәге була, Баҡалы ауылында «Ҡарағош» штабы урынлашҡан.
1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем район Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе составындағы улус була. 1918—1924 йылдарҙа Баҡалы районы биләмәһенә 9 улус, шул иҫәптән Илеш, Шаран улустары, ингән. Һуңынан 1930 йылға тиклем Баҡалы биләмәһе Башҡорт АССР-ның Бәләбәй кантоны Баҡалы улусы тип аталған.
Баҡалы районы 1930 йылдың 20 авгусында СССР Бөтә Союз Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ҡарары менән ойошторола. 1930-сы йылдарҙа ҡул хеҙмәте күп була әле. Халыҡ тракторҙарға, полуторка машиналарға ғәжәпләнеп ҡараны, ләкин кешеләр, көстәрен йәлләмәй, хеҙмәт итте.
Тәүге клубтар, балалар баҡсалары һәм яслиҙар төҙөлә, радио барлыҡҡа килә.
1933 йылда ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләй башлайҙар. 1923 йылда Баҡалы районында тәүге коллектив хужалыҡ өлгөләре барлыҡҡа килә. Шул йылда Буғабаш ауыл советы биләмәһендә «Аң» һәм Кольцов исемендәге ике бәләкәй коммуна барлыҡҡа килә. 1925 йылда, берләшеп, «Фордзон» тракторын һатып алалар, ул МТС ойошторолғанға тиклем районда берҙән-бер трактор була. 1930 йылда 15 колхоз булған. 1932 йылдың яҙында МТС ойошторола. Ул сәсеү майҙаны 20 мең гектарҙан ашыу булған 30 колхозды берләштергән. 1933 йылда районда ударник-колхозсыларҙың I слёты була.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында баҡалылар әүҙем ҡатнаша. Баҡалы районы 16,5 мең самаһы улын фронтҡа оҙата, һәм 6 мең самаһы ир-егет яу яланында ятып ҡала. Уларҙың батырлығын наградалары дәлилләй. Тылда башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар эшләгән.
Баҡалы ере алты Советтар Союзы Геройы бирҙе: Әһлетдинов Фәйзулла Хажи улы, Карманов Афанасий Георгиевич, Нурҡаев Талип Латип улы, Петров Михаил Петрович, Соколов Михаил Анисимович, Утин Василий Ильич.
Костин Яков Дмитриевич, Туснолобов Степан Сергеевич, Варфоломеев Василий Михайлович, Зотов Виктор Никифорович Дан орденының тулы кавалерҙары булып ҡайта.
Икенсе донъя һуғышы йылдарында партизандар хәрәкәтен ойоштороусы һәм етәкләүсе, Чехословакия Геройы Даян Баян улы Мурзин, Польшаның милли геройы Александр Васильевич Кузнецов кеүек кешкләр Баҡалы районын данланы.
Хәрби традицияларҙы йәштәр дауам итә. 300-ҙән ашыу яҡташыбыҙ Афғанстанда һәм Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәне. 11 егет башын һалды.
XX быуаттың 50-се йылдарында электр уты тоҡандырыла. Баҡалынан 5 саҡрым алыҫлыҡта Сөн йылғаһында һигеҙ колхоз көсө менән 105 КВт ҡеүәтле гидроэлектростанция төҙөлгән. Йорттарҙа ут барлыҡҡа килгән, шунан электрҙы колхоз производствоһында файҙалана башлағандар. 1962 йылда территория үҙгәртеп ҡорола, территория Туймазы районы составына инә. 1964 йылда Баҡалы районы ҡайтанан тергеҙелә, 1967 йылда Баҡалы районынан Шаран районы бүленеп сыға. 1960-сы йылдарҙа төҙөлөш комплексы әүҙем үҫешә башлай. Район үҙәгендә генә түгел, башҡа ауылдарҙа ла типовой мәктәптәр, балалар баҡсалары, төҙөкләндерелгән айырым йорттар барлыҡҡа килгән. 1970-се йылдарҙа бер биш йыллыҡта ике биш йыллыҡ йөкләмәләре үтәлгән. Мәҫәлән, И. А. Селиванов етәкселегендәге «Совет» колхозы ҡошсолары В. Бикбов, Р. Саватеев, Е. Исавлина, Т. Измайлова әҙерләү пунктына план буйынса 1 450 000 урынына 2 млн 910 мең йомортҡа тапшырған.
Иң лайыҡлы хеҙмәтсәндәр республика, район исеменән съездарҙа сығыш яһаны, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) наградалары алды. 1970 йылдың авгусында Баҡалыла Сөн йылғаһы аша күпер төҙөлә. Һуңғы егерме биш йылда районда ҙур темптар менән төҙөлөш алып барылған. Район үҙәгендә ике ҡатлы йорттар һәм биналар төҙөлдө. Мәҙәниәт һарайы асылды. Районда газ үткәрелә, юлдарға асфальт түшәлә, киң ҡоласлы шәхси торлаҡ төҙөлөшө йәйелдерелә. Билдәле игенселәр, малсылар, оҫталар һаны йылдан-йыл арта барған[4][5].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||
1906 | 1200 | ||
1920 йыл 26 август | 2400 | ||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 4439 | 2120 | 2319 |
1959 йыл 15 ғинуар | 5079 | 2505 | 2574 |
1970 йыл 15 ғинуар | 6150 | 3080 | 3070 |
1979 йыл 17 ғинуар | 7903 | 4288 | 3615 |
1989 йыл 12 ғинуар | 8057 | 3771 | 4286 |
2002 йыл 9 октябрь | 9514 | 4491 | 5023 |
2010 йыл 14 октябрь | 9568 | 4541 | 5027 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алты Советтар Союзы Геройы
- Әһлетдинов Фәйзулла Хажи улы
- Карманов Афанасий Георгиевич
- Нурҡаев Талип Латип улы
- Петров Михаил Петрович
- Соколов Михаил Анисимович
- Утин Василий Ильич
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- Костин Яков Дмитриевич
- Туснолобов Степан Сергеевич
- Варфоломеев Василий Михайлович
- Зотов Виктор Никифорович
- Мурзин Даян Баян улы — Чехословакия геройы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Чехословакияла партизан хәрәкәте ойоштороусыһы һәм етәксеһе булған.
- Кузнецов Александр Васильевич — Польшаның милли геройы[6].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонова Нина Васильевна (2.12.1935) — украин совет киноактёры, Киевтың А. Довженко исемендәге киностудияһында күп йылдар төрлө тематикалағы ике тиҫтә ярымға яҡын, шул иҫәптән ире режиссёр Анатолий Буковский ҡуйған фильмдарҙа уйнай. Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980).
- Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1.12.1968), иҡтисадсы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011).
- Дьяков Владимир Анатольевич (14.06.1919—16.11.1995), ғалим-тарихсы. 1960—1995 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Славяноведение һәм балканистика институты ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[7].
- Зотов Виктор Никифорович (25.05.1925—16.07.1996), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953). Уҡсылар дивизияһының айырым миномёт полкы миномётсыһы. Дан ордендарының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975).
- Костин Яков Дмитриевич (20.10.1917—20.09.1993) — Дан орденының тулы кавалеры. Ил һаҡсыһы булараҡ, 1938 йылда Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномётсы, кесе сержант[8].
- Маҡулов Айрат Һәүбән улы (27.10.1934—28.07.2017), ғалим-иҡтисадсы. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1991—2002 йылдарҙа — эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1992)[9][10].
- Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (25 ғинуар 1957 йыл — 14 октябрь 2020 йыл) — театр һәм кино актёры. 1983—2020 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биш меңдән ашыу кеше орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Бөгөн яугирҙәр иҫтәлегенә Баҡалының иң матур урамдары уларҙың исемдәре менән атала. Тыуған ил азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштарҙа һәләк булған баҡалылар хөрмәтенә район үҙәге Баҡалыла һәм башҡа ауылдарҙа обелисктар һәм һәйкәлдәр ҡалҡып сыҡты.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡалы ауылы эргәһендәге Маты йылғаһы тамағындағы Ҡарағай урмандары — тәбиғәт һәйкәле.
Рәүиз мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы поземельной переписи 1917 года по: д. Бакалы, Белебеевский уезд, Бакалинская волость; фонд , опись , дело 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған. 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Баҡалы // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 39. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Баҡалы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бакалы (Бакалинский район), население, экономика, история . www.travellers.ru. Дата обращения: 9 ноябрь 2017.
- ↑ Национальный герой Польши Кузнецов Александр Васильевич
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дьяков Владимир Анатольевич 2016 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Костин Яков Дмитриевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Маҡулов Айрат Һәүбән улы {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20191010182947/http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/9747-ma-ulov-ajrat-b-n-uly
- ↑ Баҡалы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҡалы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ғафаров Ғ. Ә. Баҡалы (Баҡалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Баҡалы районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |