Эстәлеккә күсергә

Боровиченко Мария Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боровиченко Мария Сергеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 14 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (17 йәш)
Вафат булған урыны Ивнянский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Ивнянский район[d]
Һөнәр төрө офицер
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы, Икенсе бөтә донъя һуғышы, Киевская операция[d], Сталинград һуғышы һәм Курск һуғышы[d]
Ғәскәр төрө Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
 Боровиченко Мария Сергеевна Викимилектә

Мария Сергеевна Боровиченко (21 октябрь 1925(19251021), Киев — 14 июль 1943, Курск өлкәһе Ивнянский районы Орловка ауылы янында) Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы. Украин ҡыҙы.

Мария Боровиченко 1925 йылдың 21 октябрендә) 1923 йылда Киев ҡала һыҙаты составына ингән Мышеловка ауылының Мышеловская урамындағы 26-сы йортта тыуа (хәҙер Квитка-Основьяненко урамы). Иртә әсәйһеҙ ҡала, әсәһенең туғаны Евдокия Андреевна Бурлацкая инәйе тәрбиәһендә үҫә. 1933 йылда 122-се киев урта мәктәбенең беренсе класына уҡырға бара. 1941 йылда 8 йыллыҡ белемле ҡыҙ шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай.

1941 йылдың авгусында, немец ғәскәрҙәре Киевҡа килеп терәлгән саҡта, Мария генерал Александр Ильич Родимцев командалығындағы 5-се һауа десантсылар бригадаһы штабына үҙ теләге менән санитар итеп алыуҙарын үтенә. 11 августа бригада штатына ҡабул ителә, ә 13 августа инде, Киев ауыл хужалығы институт территорияһында барған һуғыш ваҡытында үҙенә йөкмәп 8 яугирҙе сығара һәм комбат Симкинды ҡотҡарғанда ике немец һалдатын атып үлтерә. Яугирҙәр араһында Боровиченко Мышеловка Машенькаһы исеме менән билдәле була.

1941 йылдың 5 сентябрендә Конотоп янындағы һуғышта Маша ҡотҡарып 20-нән ашыу яугирҙе ҡотҡарып ҡына өлгөрмәй, Сейм йылғаһының бейек нөктәһенә пулемёт ҡуйырға ла ярҙам итә, һәм был алыштың уңышлы тамамланыуына килтергән.

1941 йылдың 6 ноябрендә идара 5-се һауа-десант бригадаһы вдбр идаралығы 87-се уҡсылар дивизияһы идаралығы булараҡ киңәйтелә, ә 1942 йылдың 19 ғинуарында 87-се уҡсы дивизияһы 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы итеп үҙгәртелә.

1942 йылдың йәйендә Гутрово ауылы янындағы алыштарҙа санитарка ҡалған яугирҙәр менән бергә атакаға күтәрелә, ә дошман һалдаты ҡулынан пистолетын һуғып төшөргәс, улъя трофейный автоматты эләктереп алып, дүрт немецты атып үлтерә. Родимцев дивизияһы менән бергә Боровиченко Сталинградҡа, тиклем сигенә һәм Сталинград ҡаты алышында әүҙем ҡатнаша.

1943 йылдың йәйендә генерал Родимцев корпусы, гитлер частары Курскиға үтергә маташҡан ерҙә, Обоянь эргәһендә ҡаты һуғыш алып барған. Шунда гвардия өлкән сержанты исеменә лайыҡ Машенька лейтенант Корниенконы кәүҙәһе менән ҡаплап ҡотҡара һәм дошман танкыһына граната ырғыта. Снаряд ярсығы туранан-тура йөрәгенә эләгә. Был хәл 14 июлдә Ивнянский районы Орловка ауылы (хәҙерге Белгород өлкәһе) янында була. Орловка ауылында ерләнә.

Марии Боровиченконың һәләк булыуына 20 йыл үткәндән һуң гвардиясылар — Мария хеҙмәт иткән частың ветерандары — герой ҡыҙҙың батырлығын мәңгеләштереү һәм бүләкләү кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғата. СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 6 май Указы менән «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн…» Мышеловка Машенькаһына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.


  • Мария Боровиченко исемен Киев ҡалаһы урамы (элекке 153-сө Яңы Архангельская урамы) йөрөтә
  • Мария Боровиченко исеме менән Белгород өлкәһе Ивня ҡасабаһында урам аталды
  • Киев ҡалаһында Мария уҡыған 122-се урта мәктәп уның тсемен йөрөтә. Мәктәп янында Герой бюсы, ә мәктәп фасадында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Сафоновка урта мәктәбе (Мария һәләк булған Ивнянский районы Орловка эргәһендәге Сафоновка ауылы) уның исемен йөрөтә. Мәктәп фойеһында СССР Геройы бюсы ҡуйылған.
  • Белгород музей-диорамаһындағы «Утлы дуға» экспозицияһы Мария Сергеевна Боровиченконың батырҙарса һәләк булғанын сағылдыра.
  • 1965 йылда Довженко исемендәге киностудия генерал Родимцевтың «Мышеловка Машенькаһы» повесы мотивтары буйынса режиссёр Суламифь Цыбульник төп героиняһының прообразы Мария Боровиченко (ролде Наталья Сергеевна Рычагова башҡара) булған «Билдәһеҙ һалдаттар юҡ» тигән фильм төшөрә.
  • Боровиченко Мария Сергеевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 194. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Родимцев А. Мария Боровиченко // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.

Боровиченко Мария Сергеевна. «Герои страны» сайты.