Эстәлеккә күсергә

Бәширов Әкрәм Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәширов Әкрәм Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 март 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Ҡолмәт, Йыланлы ауыл советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 ғинуар 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт финанс һәм иҡтисад институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Бәширов Әкрәм Абдулла улы (14 март 1933 йыл28 ғинуар 2010 йыл) — ғалми-иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991).

Әкрәм Абдулла улы Бәширов 1933 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Үрге Ҡыйғы районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Ҡолмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

1960 йыл|да Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлай. 1969 йылдан Өфө нефть институтында уҡыта.

1970 йылда һәм 2002 йылдарҙан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Өфө филиалында (Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты) уҡытыусыһы булып эшләй.

1986 йылдан — Мәскәү технология институтының Өфө филиалында — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (УФМТИ) бухгалтер иҫәбе кафедраһы мөдире була.

1991 йылдан башлап Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта, 19942001 йылдарҙа аудит һәм һалымдар кафедраһы мөдире була[2].

Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт һәм ауыл төҙөлөшөндә хужалыҡ эшмәкәрлеге сығымдарын иҫәпләү һәм анализлау мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1991)

2010 йылдың 28 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була[3].

  • Калькулирование себестоимости в строительстве. М., 1980
  • Бухгалтерский учёт в подрядном строительстве. М., 1983
  • Учёт издержек производства и калькулирование себестоимости в подрядном строительстве. М., 1986[4].