Эстәлеккә күсергә

Дауытов Əкрəм Сөнəғəт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дауытов Əкрəм Сөнəғəт улы
Тыуған

17 ноябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бəлəбəй өйəҙе Йəрмөхəмəт ауылы (Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы

Үлгән

5 октябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (76 йәш)

Үлгән урыны

Туймазы ҡалаһы

Ил

Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор

Наградалар

1‑се (1985) һəм 2‑се (1943) дəрəжə Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ (1944), ордендары; БАССР‑ҙың атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1964)

Дауытов Əкрəм Сөнəғəт улы (17 ноябрь 1914 йыл — 9 ғинуар 1986 йыл) — үҙешмәкәр композитор, йыр текстары авторы, уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Батальон командиры, гвардия майоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1964). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Төрлө ижади конкурс һәм бәйгеләр лауреаты.

Əкрəм Сөнəғəт улы Дауытов 1914 йылдың 17 ноябендә Өфө губернаһы Бəлəбəй өйəҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Йəрмөхəмəт ауылында тыуған.

Биш йәштән гармунда уйнарға өйрәнә. Халыҡ йырҙарын тыңларға һәм йырларға ярата. Əкрəм Сөнəғəт улы башта Ҡандра мәктәбендә белем ала. Унан һуң ситкә сығып китә. Бик күп ерҙәрҙә була, төрлө ҡалаларҙа эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армия сафында көрәш уртаһында була. Күп йырҙары окоптарҙа һәм блиндаждарҙа яҙылған. Уның планшетында хәрби карта янында һәр саҡ нота яҙмалары ятҡан була.

Батальон командиры гвардия майоры Даутов дүрт мәртәбә яралана һәм контузия ала. Ҡыҙыл йондоҙ (1944), 1‑се (1985) һəм 2‑се (1943) дəрəжə Ватан һуғышы ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуң Ҡандраға ҡайта. 1947 йылдан икенсе номерлы Ҡандра урта мәктәбендә музыка һәм йыр дәрестәре алып бара башлай. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ойоштора. Үҙ аллы ноталар яҙырға өйрәнә һәм йырҙарының көйөн яҙып бара.

1964 йылдан башлап Туймазы ҡалаһында йəшəй һəм эшлəй. 1966—1968 йылдарҙа район мəҙəниəт йорто директоры була. Башҡорт һəм татар шағирҙары һүҙҙəренə, үҙ текстарына ижад ителгəн 700‑ҙəн ашыу йыр авторы.

Уның үҙ шиғырҙарына яҙылған «Аҡ сəскəлəр», «Балаларым», «Йəшəргə лə əле йəшəргə», «Əсəйемə хат» йырҙары сағыу моңлолоҡ, музыкаль телдең ябай һəм аңлайышлы булыуы менән айырыла.

Ауыл вокалистары республика конкурсы (1964; Өфө), ауыл халыҡ театрҙары смотры (1967; Өфө) һәм башҡа бəйгелəр лауреаты.

Был йылдарҙа ул танылған композитор булып китә. Райондан беренселәрҙән булып БАССР‑ҙың атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре исеменә дайыҡ була. Йырҙарҙан тыш Əкрəм Сөнəғəт улы пьесалар, роман һәм балалар өсөн шиғри китап яҙған.

Əкрəм Сөнəғəт улы Даутов 1986 йылдың 9 ғинуарында мәрхүм була. Үҙенең васыяты буйынса Ҡандра ҡасабаһында ерләнгән.

  • Əкрəм Сөнəғəт улы Даутов уҡытҡан Ҡандра ауылында, Ə.М.Мирзаһитов исемендәге 2‑се урта мəктəбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған;
  • Тыуған ауылында (1994 йылда 80 йәше тулыу айҡанлы) һəм Октябрьский ҡалаһында урамдарға уның исеме бирелгəн.
  • Икенсе номерлы Ҡандра мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү музейында Əкрəм Сөнəғəт улы тураһында материалдар һаҡлана: китаптары, нота дәфтәрҙәре, музыкаль әсбаптар, уҡыусыларының иҫтәлектәре, , фотографиялар, ордендары, миҙалдары һәм бүләктәре. «Юбилейный» мәҙәниәт йорто музейында Əкрəм Сөнəғəт улы ижадына арналған стенд ҡуйылған.
  • Əсəйемə хат. Өфө, 1974; Йəшəргə лə əле йəшəргə: ноталар менəн йырҙар. Өфө, 1995;
  • Йырсы ҡамыштарым: йырҙар. Өфө, 2001.
  • Даутов, А. С. Меня мама похвалила [Ноты]: песни для детей / А. С. Даутов. — Уфа: Башкнигоиздат, 1982. — 32 с. — (на баш. яз.)
  • Даутов, А. С. Жить да жить [Ноты]: песни с нотами / А. С. Даутов. — Уфа: Китап, 1995. — 48 с. — (на баш. яз.)
  • Даутов, А. С. Поющие камыши [Ноты] / А. С. Даутов. — Уфа: Китап, 2001. — 112 с.
  • Даутов, А. Мысли мои лишь о тебе [Текст] / А. С. Даутов; пер. Р. Янаева // Туймазинский вестник. — 2009. — 30 окт. — С. 3.

Ижадсы хаҡында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Булатов, Я. Аның белән танышу — язмыш буләге [Текст] / Я. Булатов // Туймазы хәбәрләре. — 2004. — 17 нояб. — 3 б.
  • Булатов, Я. Знакомство с ним — подарок судьбы [Текст] / Я. Булатов // Туймазинский вестник. — 2004. — 17 нояб. — С. 4.
  • Владимирова, Н. «Акыллым йөрәккәем» [Текст] / Н. Владимирова // Ленинский путь. — 1999. — 6 нояб. — 2 б.
  • Игебаев, А. Күнелләрдә калды моңнары [Текст]: Әкрам Дауытов хакында хатирә / А. Игебаев // Кызыл таң. — 1997. — 5 июль.
  • Имангулов, А. Незабываемые годы [Текст] / А. Имангулов // Ленинский путь. — 1994. — 24 нояб.
  • Насибуллина, Д. «Я вернусь к вам песней» [Текст] / Д. Насибуллина // Туймазинский вестник. — 2009. — 30 окт. — С 3.
  • Низамутдинов, З. Ему жить да жить [Текст] / З. Низамутдинов // Ленинский путь. — 1996. — 18 янв. — С.3.
  • Низаметдинов, З. Йырым булһын бүләгем [Текст]: [Халыk комп. Әкрәм Дауытов] / Замир Низаметдинов // Башkортостан. — 2004. — 17 нояб.
  • Низаметдинов, З. «Җырларымны сезгә җырлап торсам, миңа артык берни кирәкми …» [Текст] / Замир Низаметдинов // Кызыл таң. — 2004. — 3 дек.
  • Низаметдинов, З. Халык композиторы [Текст] / Замир Низаметдинов // Өмет. — 2004. — 27 нояб.
  • Низамутдинов, З. Җырларымны сезгә җырлап торсам… [Текст] / З. Низамутдинов // Майдан. — 2005. — № 9 — С. 98 — 104.
  • Низамутдинов, З. Народный композитор и сэсэн Акрам Даутов [Текст] / З. Низамутдинов // Истоки. — 2004. — 15 дек. — С. 14.
  • Низамутдинов, З. Соловей края [Текст] / З. Низамутдинов // Ленинский путь. — 1994. — 7 нояб. — С. 3.
  • Сиражи, М. Жизнь в песне [Текст] / М. Сиражи // Известия Башкортостана. — 1994. — 18 нояб. — С. 4.
  • Сиражи, М. Өзелгән күңел кыллары — Мәңгелек йөрәк моңнары [Текст] / М. Сиражи // Өмет. — 2000. — 10 июнь. — 5 б.
  • Сиражи, М. О чем рассказывают песни [Текст] / М. Сиражи // Советская Башкирия. — 1997. — 26 фев. — С. 6.
  • Шарипова, З. Он вернулся к нам с песней [Текст] / З. Шарипова // Туймазинский вестник — 2010. — 13 нояб. — С. 5.Шаяхметов, Н. Композитор, гармонист, песенник… [Текст] / Н. Шаяхметов // Октябрьский нефтяник — 2008. — 27 окт.