Дильхан Эрюрт
Дильхан Эрюрт | |
төр. Dilhan Ezer Eryurt[1] | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Тыуған көнө | 29 ноябрь 1926 |
Тыуған урыны | Измир, Төркиә |
Вафат булған көнө | 13 сентябрь 2012 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Анкара, Төркиә |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты |
Ерләнгән урыны | кладбище Джебеджи Асри[d] |
Атаһы | Абидин Эге[d] |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | астрофизик, профессор |
Эш урыны |
Ближневосточный технический университет[d] Калифорнийский университет[d] |
Уҡыу йорто |
Истанбул университеты[d] Анкара университеты[d][2] |
Ғилми етәксе | Egbert Adriaan Kreiken[d][2] |
Аспиранттар | Aysel İbrahim Karafistan[d][2] |
Дильхан Эрюрт Викимилектә |
Дильхан Эрюрт (төр. Dilhan Eryurt; 29 ноябрендә 1926, Измир — 13 сентябрь, 2012, Анҡара) — төрөк астрофизигы.
1961—1973 йылдарҙа Дильхан Эрюрт Яҡын көнсығыш техник университетында НАСА-ла (англ. National Aeronautics and Space Administration, сокр. NASA) вазифа биләгән тәүге төрөк ғалимәһе. Ул Яҡын көнсығыш техник университетында астрофизика департаментын ойоштора һәм 1988—1993 йылдарҙа ошо уҡыу йортонда тәбиғи фәндәр һәм әҙөбиәт факультеты деканы була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дильхан Эрюрт 1926 йылдың 29 ноябрендә Измир ҡалаһында тыуа[3]. Атаһы Абидин Эге 1944 йылда Денизли провинцияһынан Төркиә Бөйөк милли мәжлесе депутаты була.
Атаһы Измирға күсеп килгәндән һуң уларҙың ғаиләһе Истанбулға, ә бер йылдан һуң Анҡараға күсә, Дильхан шунда уҡый башлай. Мәктәптә ул математика менәнға ҡыҙыҡһына башлай. Шул сәбәпле, урта мәктәпте тамамлағас, ул Истанбул университетының астрономия һәм математика факультетына уҡырға инә. Дильхан студент йылдарында астрономия тағы ла нығыраҡ мауыға.
Истанбул университетын тамамлағандан һуң, 1946 йылда, Дильхан Эрюрт ике йыл дауамында Анкара университетында астрономия департаментын асҡан Тевфик Оҡтай Кабакчиоглуның ярҙамсыһы булып эшләй. Артабан Дильхан уҡыуын Мичиган университетында дауам итә, ә 1953 йылда ул Анкара университетының астрофизика кафедраһында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1959 йылда ул Халыҡ-ара атом энергияһы буйынса агентлыҡ стипендияһы буйынса ике йылға Канадаға китә. Артабан АҠШ-ҡа күсенә, унда Индиана университетында эшләй, Гёте Линк исемендәге обсерваторияла йондоҙҙарҙы тикшереү менән шөғөлләнә. Ул Маршалл Врубель менән эшләй. Ошо тәжрибәнән һуң ул НАСА-ның Годдард йыһан осоштар үҙәгендә эшләй. Ул Аластер Г. У. Кэмерон менән ҡояш тарихы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Ошо ваҡытта ул был учреждениела эшләүсе берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ-астроном була.
Годдард Үҙәгендә эшләгәнендә Эрюрт Дильхан ҡояш тураһында элек билдәле булмаған ҡайһы бер факттарҙы асыҡлай. Ҡояш барлыҡҡа килгән мәлдән алып уның яҡтылығы арта бармауын, шулай уҡ тәүге осоронда ҡояш хәҙергегә ҡарағанда күпкә сағыуыраҡ һәм ҡайнарыраҡ булыуын асыҡлай. Был тикшеренеүҙәр ул ваҡытта бик мөһим була, сөнки йыһанға осоу барышына йоғонто яһай. 1969 йылда беренсе булып айға кешенең аяҡ баҫыуы буйынса уңышлы эше өсөн уны Apollo Achievement премияһы менән бүләкләйҙәр. Годдард Үҙәгендә ике йыллыҡ уҡыуын тамамлағандан һуң Эрюрт институтта ғилми хеҙмәткәре сифатында эшләүен дауам итә. Институт уны Калифорния университетына йондоҙҙарҙың формалашыу һәм үҫеше мәсьәләләрен өйрәнергә ебәрә.
1968 йылда Төркиәгә ҡайта һәм Төркиәнең Ғилми-техник тикшеренеүҙәр советы. ярҙамы менән беренсе Милли астрономик конгресс ойоштора.
1969 йылдан 1973 йылға тиклем Эрюрт НАСА-ла ғилми тикшеренеүҙәрен дауам итә. 1973 йылда ул Яҡын көнсығыш техник университетының физика факультетына ҡайта. 1977 йылда ул ғилми Тюбитак премияһы менән бүләкләнә[4][5]. 1988 йылда алты ай дауамында физика факультеты деканы, ә һуңынан биш йыл буйы әҙәбиәт һәм тәбиғи фәндәр факультеты деканы була. Эрюрт 1993 йылда пенсияға сыға.
Дильхан Эрюрт 2012 йылдың 13 сентябрендә Анкарала йөрәк өйәнәгенән вафат була[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.cumhuriyet.com.tr/haber/nasada-calisan-ilk-turk-kadini-prof-dr-dilhan-eryurt-kimdir-1812713
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Alp Akoğlu, Astorfizikte Öncü Bir Türk Kadını Dilhan Eryurt, Bilim ve Teknik Dergisi, Sayı 360, Kasım 1997 2012 йыл 28 июнь архивланған.
- ↑ İrfan Unutmaz, Güneşin Evriminde Bir Tür Kadını: Prof. Dr. Dilhan Eryurt, Focus Dergisi 2018 йыл 1 октябрь архивланған.
- ↑ Prof. Dr. İlhan Eryurt, Türkiye Bilimler Akademisi Web sitesi, erişim tarihi: 28.12.2012 2018 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Gül Krieklo, NASA’daki İlk Türk Bilim Kadını Sessizce Veda Etti, Sabah Gazetesi, 19.11.2012