Дриси Джавахаант ҡәлғәһе
Дриси Джавахаант ҡәлғәһе | |
груз. დრისის ჯავახაანთ ციხე | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Каспский муниципалитет[d] |
Урын | Шида-Картли[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 713 метр |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Дриси Джавахаант ҡәлғәһе – Грузияла Каспи муниципалитетының Чкопиани ауылынан көнбайыштараҡ 400 метр алыҫлыҡта, Тедзами йылғаһының һул ярында, ҡая башында урынлашҡан. Комплекс ҡәлғәнән, сиркәүҙән, башнянан һәм һарайҙан тора. Үҫешкән феодал дәүеренә ҡарай.
Комплекс ҡоймаһының бормалы-бормалы биҙәге булған. Төҙөүселәр ҡаялы морондоң бөтә мөмкинселектәрен ҡулланған. Төньяҡта башня, ә көньяҡта һарай торған, хәҙерге ваҡытта ул туҙған. Башня квадрат формала. Был ҡәлғәнең иң бороноғо өлөшө булырға тейеш, сөнки XV быуаттан һуң дүртмөйөш башняларҙы бөтөнләй төҙөмәгәндәр. Башняның аҫҡы яғы ҡырсынташтан, өҫ яғы таштан төҙөлгән. Сиркәүҙән тыш ҡалған бөтә биналар ҡомташтан һәм һуйырташтан ҡоролған. Сиркәүе туфтың яҡшы эшкәртелгән йәшел төҫтәге плиталары менән төҙөлгән. Инеү урыны көнбайыш стенала. Комплексҡа шулай уҡ ауыл хужалығы ҡаралтылары инә, улар ныҡ зыян күргән.
Һарайға ҡоро ерҙән урмандың көнсығыш яғынан күтәрелергә мөмкин, шулай уҡ көнбайыш яҡтан да барырға мөмкин, әммә ул яҡтан юл күпкә ҡатмарлыраҡ. Ҡәлғәнән көнсығыш яҡта, ауыл ҡаршыһында, йырын. Чколиани ауылының ҡапма-ҡаршы яғында ҙур булмаған сиркәү тора, уға көньяҡтаныраҡ инәләр.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ზაქარაია პ., ქსე, ტ. 3, გვ. 639, თბ., 1978
- საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. V, თბ. 1990 წ. გვ. 219-220