Дөңгөр ташы (Әзербайжан)
Дөңгөр ташы | |
Дәүләт | Әзербайжан |
---|---|
Урын | Гобустан (ҡурсаулыҡ) |
Ил | Әзербайжан |
Дөңгөр ташы[1] - әзерб. Qaval daşı - 10000 йыл самаһы элек музыка ҡоралы сифатында ҡулланылған. Дөңгөрташ кешеләргә үрге палеолиттан билдәле булған тип һанайҙар. Неолит дәүеренән көй Гобустанда боронғо кешеләр был таштың үҙенсәлектәрен белеп, музыка ҡоралы сифатында ҡулланған. Дөңгөр ташынан көй сығарып, уның тирәләй бейеүҙәре Гобустанда һаҡланған ҡая таштағы һүрәттәрҙә лә сағылдырыла.
Гобустанда Чингирдаг тауының төньяҡ итәгендә һәм Беюкдаш тауында ике дөңгөрташ бар. Уны шул тирәлә йәшәгән көтөүселәр бер-береһенә хәбәр ебәрер өсөн файҙаланғандыр тип фараз итәләр.[2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гавал дашы (төрки — «гавал» һәм «даш» — таш һүҙҙәренән, башҡ. — дөңгөр) — ҡауылдаҡ тауышлы, ергә ятҡырып ҡуйылған ҙур яҫы таш. Дөңгөр ташы ҡабырсаҡлы эзбизташтан хасил һәм яҫы бер киҫәктән тора. Эзбизташ һәм ҡырсынташ араһында барлыҡҡа килгән бушлыҡ арҡаһында таш менән туҡылдатҡанда ул дөңгөрҙөкө кеүек көслө тауыш тауыш сығара башлай. Ул ҡаяға ике урында ғына тейеп тора һәм һауала аҫылынып торған кеүек хис уята. Таштың тауышы, ҡабырсаҡтарҙың тығыҙлығына йәки кәүшәклегенә бәйле, төрлө урынында төрлөсә сыға. Боронғо кешеләр уға ваҡ таш менән һуғып көй сығарғандар. Ваҡ ташты төрлө урынына төрлөсә һуғып тауышты көйләп булған.[2].
Шул тирәлә йәшәгән кешеләр йыртҡыстар һөжүм иткәндә йә башҡа хәүефле осраҡтарҙа уны сигнал бирер өсөн файҙаланған тигән фекер бар. Таш кеше йәшәгән ерҙән алыҫ ҡына урынлашҡан, тауышы 2-3 саҡрымаға етә. Фараз итеүҙәренсә, йола бейеүҙәре лә уның ярҙамында башҡарылған[3]. Дөңгөр ташы менән тауыш һалып, халыҡты йыя торған бер урын булған тип тә уйлайҙар. Бында ҡәбиләләр бергә йыйылып, төрлө байрамдар һәм йолалар үткәргән[2].
Дөңгөр ташы янында - башҡорт делегаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылдың апрель айында Әзербайжанда «Деде Ҡорҡот» дастанының юбилейы үткәрелде. Программаға ошо ваҡиға айҡанлы Төрки ҡатын-ҡыҙҙар саммиты ла индерелгәйне. Ошо сара сиктәрендә Гобустан ҡурсаулығына сәйәхәт тә ойошторола. Башҡортостан делегацияһы дүрт кешенән тора, һәм улар ҙа был ҡурсаулыҡта була, улар был боронғо тәбиғи музыка ҡоралынан үҙҙәре лә көй сығарып ҡарай. Ҡурсаулыҡтың музейында шул һүрәттәргә таянып ижад ителгән макеттар ҙа ҡуйылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Gobustan Rock Art
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Аббасгулу Наджафзаде, кандидат искусствоведение. Гавалдаш // Журнал "IRS".
- ↑ Л. С. Бретаницкий, Б. В. Веймарн. Очерки истории и теории изобразительных искусств. Искусство Азербайджана. 2010 йыл 15 февраль архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Cəfərqulu Rüstəmov. Qobustan dünyası, s.103-104