Эстәлеккә күсергә

Зәкәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәҡәт битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Зәкәт — йылына бер тапҡыр һәр мөьмин- мосолман мөлкәтенән мохтаждар файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш. Мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе.

Исламда мөлкәттең йыл да Аллаһ ризалығы өсөн мохтаждар файҙаһына түләнә торған ҡырҡтан бер өлөшө. Зәкәт һүҙе «таҙарыныу» тип тәржемә ителә. Был фарыз ғәмәл.

Зәкәт түләү Исламда Һижрәттең 2-се йылына фарыз итеп индерелә һәм Исламдың 5 төп шартының береһенә әйләнә. Ҡөрьәндә «зәкәт» һүҙе «намаҙ» менән бергә телгә алына һәм мосолман иманының өлөшө тип раҫлана.

« Намаҙ тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ, рәҡәғәт ҡылыусылар менән рәҡәғәт ҡылығыҙ.
»

Зәкәт түләү шарттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәкәтте хәлле кешеләр генә түләй. Хәлле кешеләрҙе билдәләр өсөн «нисаб» төшөнсәһе бар. Намаҙ Аллаһы тәғәләгә тән менән ғибәҙәт ҡылыу булһа, зәкәт — малың менән ғибәҙәт ҡылыу иҫәпләнә.

  • Зәкәт биреүсе мосолман, балиғ, ирекле һәм хәлле кеше булырға тейеш.
  • Зәҡәт биреүсе тәҡдим ителгән тиклем милекле, йәғни, нисаб тип һаналған күләмдә мал-мөлкәтле булырға тейеш.
  • Зәкәт биреү өсөн мөлкәт нисаб кимәленә еткән булырға тейеш.
  • Зәкәт итеп бирелә торған өлөш зәҡәт биреүсенең үҙенеке булырға тейеш. Харам юл менән табылған мөлкәттән зәкәт бирелмәй, Аллаһ тарыфанан ҡабул ителмәй. Зәкәт тапшырғанда ала торған кешегә был хаҡта әйтмәҫкә лә мөмкин.

Зәкәт бирелә торған мөлкәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Зәкәт бирелә торған мөлкәт булып, әйләнештә йәки йыйынтыҡта булған мөлкәт кенә һанала. Уларға аҡса, мал-тыуар, һатыу итеү тауарҙары инә;
  • Йорт-ҡаралты, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, китаптар, һәм кешенең үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған башҡа мөлкәттән зәкәт бирелмәй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙан, бесәнлектәрҙән, урмандарҙан зәкәт бирелмәй;
  • Бурысы булған кешегә, бурысынан артҡан мөлкәткә генә зәкәт биреү фарыз;
  • Бурысҡа биргән кешегә, бурысын кире алыуға ышанысы булһа, был мөлкәттән зәкәт биреү фарыз;
  • Аҡса булып алтын, көмөш, зинәтле әйберҙәр, ҡағыҙ һәм тимер аҡсалар, аҡса көсөндә булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәпләнә.
  • Зәкәт бирелә торған мал-тыуарға ҡуй, һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә, ат кеүек йорт хайуандары инә. Шул уҡ ваҡытта был малдар әйләнешкә йәки йыйынтыҡҡа ниәтләнгән булырға тейеш. Йорт эшендә ҡулланылған малдан зәкәт бирелмәй. Ишәк, болан, ҡыр кәзәһе кеүек малдан зәкәт бирелмәй;
  • Һатыу итеү өсөн тотонолған мөлкәттең ниндәй икәненә ҡарамаҫтан зәкәт бирелә.

Мөлкәттең зәкәт өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡорт һуғышсыһы Парижда. Яуҙа йөрөү — йыһат ҡылыу. Башҡорттар һуғышсыларҙы зәкәттәре иҫәбенә лә баштан аяҡ кейендереп, ҡоралландырып, ат биреп ебәргән
  • Иҫәп һаны тулы булған мөлкәттең ҡырыҡтан бер өлөше зәкәт итеп бирелә.
  • Бер төр мөлкәттән зәкәт биреү дөрөҫ булһын өсөн, был мөлкәттең иҫәп һаны тулы булырға тейеш. Иҫәп һаны тулы булмаған мөлкәттән зәкәт бирелмәй;
  • зәкәт бирелә торған мөлкәттең иҫәп һаны:
алтын — 20 мыҫҡал;
көмөш — 140 мыҫҡал;
ҡуй, һарыҡ, кәзә — 40 баш;
һыйыр — 30 баш;
ат — 2 баш;
һатыу итеү тауары көмөш иҫәбенә һалып иҫәпләнә.

Яҙылып бөтмәгән

Зәкәт биреү йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡөрьән Кәримдән
« Хаҡ ки, саҙаҡалар хәйерселәргә, фәҡирҙәргә, зәкәт йыйыусыларға (махсус иҫәпкә), (Исламға) күңелдәрҙе йәлеп итеүгә, ҡолдарҙы азат итеүгә, бурыслыларға, Аллаһ юлында сығымдарға, ауыр хәлдә ҡалған мосафирҙарға тәғәйенләнә. Аллаһ тәғәлә шулай бойорған, Ул Белеүсе, Хикмәт Эйәһе!
»
  1. Хәйерселәр — бер нәмәһе лә юҡ, мохтаж кешеләр.
  2. Фәҡирҙәр — был төркөм дә мохтаж кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ.
  3. Имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше.
  4. Исламға мөхәббәт уятып, кешеләрҙең йөрәктәрен яулап алыу өсөн тырышҡан кешеләргә, дәғүәтселәргә.
  5. Ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн һатып алыусыға.
  6. Бурыслылар: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн (кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа батҡан осраҡта.
  7. Йыһат юлында йөрөгәндәргә бирелә. Мәҫәлән, Ватанды яҡлап һуғышҡа китеүсегә.
  8. Юлсыларға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмағандарға.

Зәкәт биреү тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьәндә зәкәт-саҙаҡаны кешене кәмһенмәҫлек, намыҫына теймәҫлек итеп бирергә кәңәш ителә. Был хаҡта ошолай әйтелә:

« Әгәр саҙаҡаларҙы асыҡ бирәһегеҙ икән — был яҡшы; ярлыларға биргән уаҡытта йәшереп бирһәгеҙ — был һеҙгә һәйбәтерәк һәм ул һеҙҙең насар эштәрегеҙҙе ҡаплай: ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән эштәрҙен хәбәрҙар!
»