Эстәлеккә күсергә

Исхаҡ (пәйғәмбәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Исхаҡ
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған урыны Фәләстин
Вафат булған урыны Фәләстин[1]
Атаһы Ибраһим пәйғәмбәр[1]
Әсәһе Сара (персонаж)
Бер туғандары Исмәғил пәйғәмбәр
Балалары Яҡуп (пәйғәмбәр)[1][2]
Һөнәр төрө дин өндәүсе, Пәйғәмбәрҙәр
Нимә менән тоташа Ибраһим пәйғәмбәр, Сара (персонаж) һәм Исмәғил пәйғәмбәр
 Исхаҡ Викимилектә

Исхаҡ (ғәр. إسحاق‎) — ислам пәйғәмбәре, Ибраһим пәйғәмбәрҙең икенсе улы, Библиялағы Исаак менән тиңләштерелә. Ҡөрьәндә телгә алына. Исхаҡ пәйғәмбәр Фәләстин һәм Сүриә халыҡтарына ебәрелә.

Әсәһе Сара була. Күп йылдар дауамында ул бала таба алмай һәм Ибраһим уның хеҙмәтсеһе Һәжәргә өйләнә. Унан Исмәғил улы тыуа. Сараның көнсөллөгө менән бәйле, Аллаһ Ибраһим пәйғәмбәргә уларҙы сүллеккә алып китергә һәм шунда ҡалдырырға ҡуша[3].

Күпмелер ваҡыттан Һуң Аллаһ Ибраһим менән Сараға ир бала бүләк итә, уның тыуасағы тураһында фәрештәләр хәбәр итә[4]. «Әс-Саффат» сүрәһендә Ибраһимға «тәҡүә бала» бүләк ителеүе һәм Аллаһтың унан улын ҡорбанға килтереүҙе талап итеүе хикәйәләнә. Ибраһим пәйғәмбәр бойороҡто үтәргә әҙер була, әммә Аллаһ уның ҡорбанын һарыҡ менән алмаштыра[5]. Аллаһ пәйғәмбәрҙе шулай һынап ҡараған. Ибраһим пәйғәмбәрҙең улын ҡорбан итеү тарихы Библиялағы тарихҡа барып тоташа, әммә улының исеме аталмаған. Ҡөрьән контексына ярашлы, был улы булыуы мөмкин Исмәғил (Измаил) да, Исхаҡ та булыуы мөмкин. Ҡөрьән комментаторҙарының күбеһе Исмәғил тип һанай, әммә Исхаҡ тип күреүселәр ҙә бар[6].

Ибраһим үлгәндән һуң, бәлки, ул тере саҡта уҡ Аллаһ Исхаҡты пәйғәмбәр итеп һайлаған. Исхаҡ Фәләстин һәм Сүриә халҡын Аллаға ышанырға өндәй һәм Ибраһим пәйғәмбәргә тапшырылған закондар нигеҙендә хөкөм итә. Исхаҡтың Ийс (Исав) һәм Яҡуп (Иаков) тигән улдары тыуа. Ийс Исмәғил пәйғәмбәрҙең ҡыҙына өйләнә һәм Аллаһ уны күп һанлы нәҫел менән бүләкләй. Яҡуп шулай уҡ уның атаһы кеүек пәйғәмбәр итеп һайлана. Күп кенә Исраил пәйғәмбәрҙәре уның вариҫтары була[3].

Аллаһ Исхаҡҡа мөғжизәләр ҡылыу һәләте бүләк иткән. Бер ваҡыт вәғәзе ваҡытындаҠотдоста (Иерусалим) Исхаҡтан, пәйғәмбәрлек миссияһын иҫбатлап, тауҙарҙы шылдырыуҙы талап итәләр. Исхаҡ доғалар уҡығандан һуң кешеләрҙең талабын үтәй[3].

Исхаҡ Фәләстиндә ихтимал 120 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән[3].

  • Пиотровский М. Б. Исхак // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 116. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).