Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы
Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 февраль 1920 |
Тыуған урыны | 2-се Мырҙа[d], Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Бәләкәй Башҡортостан, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 4 февраль 2012 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | бейеүсе |
Эш урыны | Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы (18 февраль 1920 йыл — 4 февраль 2012 йыл) — бейеүсе, 1941—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955)[1], Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1953)[1]. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953) лауреаты, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
Тормош юлы һәм ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисов 1920 йылдың 18 февралендә Хәйбулла районы 2-се Мырҙа ауылында тыуған. 1939 йылда Баймаҡ районына рудникка эшкә килә[1]. Ошонда эшләгән сағында үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөй, сығыш яһай. 1941 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына әҙерлек башланған осорҙа, Фәйзи Ғәскәров уны ла исемлеккә индерә һәм Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыра[1]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт бригадаһы составында к алғы һыҙыҡта концерттарҙа ҡатнаша (барыһы 100-ҙән ашыу сығыш). Бейеү ансамбле составында Вьетнамда (1955), Индия, Бирма, Непалда (1959) сығыш яһай. В программе Госконцерта «СССР халыҡтары бейеүҙәре» Дәүләт программаһы буйынса ил буйынса һәм сит илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөй (1962, 1967, 1982, 1984)[1].
Мөхәммәт Иҙрисов башҡорт сәхнә бейеүе үҫешенә ҙур өлөш индерә, бейеүҙәрҙе халыҡсан башҡарыуы менән айырылып тора. «Өс таған», «Һыу буйында», «Бүләк», бигерәк тә бейеүсенең репертуарында төп урынды алып торған «Байыҡ» бейеүе менән Мөхәммәт Иҙрисовтың исеме айырылғыһыҙ бәйләнгән. Уның ым-ишараһы, хәрәкәте, мут йылмайыуы, таҡмаҡлап бейеүе ҡабатланмаҫ оҫталыҡ була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены (1949), 2-се дәрәжә дәүләт ордены (1967, Камбоджа).
- IV Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (алтын миҙал, Бухарест, 1953) лауреаты; Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы лауреаты (Москва, 1960 год).
Сығынаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хайруллин Р. Башкирский ансамбль народного танца. Уфа, 1966.
- Мухамет Идрисов
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙрисов Мөхәммәт Рамаҙан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 18 февралдә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 4 февралдә вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- Халыҡ артистары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Хәйбулла районында тыуғандар