Иҙрис (Салауат районы)
Ауыл | |
Идрисово башҡ. Иҙрис | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452481 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Иҙрис (рус. Идрисово Краснополье) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Әлкә ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 151 кеше[2]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805002.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 19 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әлкә): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 12 км
Иҙрис (Краснополье) ауылы Йүрүҙән ҡушылдығы Келүклә (Клюкля) йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡҡа 19 километрҙа һәм тимер юл станцияһы Кропачёвонан (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа 12 километрҙа урнылашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙрис ауылына Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Рәсми документтарҙа 1755 йылдан (башҡа ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1742 йылдан) билдәле. Шайтан-Көҙәй ырыуының тирә-яҡта билдәле аҫабаһы һәм тәүге төпләнеүсе Иҙрис Дәүәтәков исеме менән аталған.
Старшина Иштуған Мишәров командаһына ингән Иҙрис Дәүәтәков һәм тағы ла 4 аҫаба 35 аҫабаның ышаныслылары сифатында 1762 йылда Эҫем һәм Ҡытау-Ивановск заводтары хужалары И. Б. Твердышевҡа һәм И. С. Мясниковҡа йылына 20 һум түләү менән 60 йылға ҡуртымға һатыуҙа ҡатнашҡан.
Иҙрис ауылы атамаһы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә улус старшинаһы Иҙрис Үтәев исеменә бәйле тип аңлатыла. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Идрискино тип тә күрһәтелгән. Иҙрис ауылы 1740—1755 йылдарҙа барлыҡҡа килгән һәм Красильников һәм Рычковтың картаһында урын алған. Уның тап ошо осорҙа барлыҡҡа килеүе тураһында түбәндәге факттар һөйләй.
1770 йылдың 25 майында академик П. С. Паллас Иҙрис ауылына килгән. «Ҡарағай тауында кескәй генә Иҙрис ауылы ята, ә тауҙа — мәмерйә», тип яҙған академик.
1795 йылда Иҙрис ауылында 10 хужалыҡ булған һәм унда 62 кеше йәшәгән[4][5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Әлкә ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Әлкә ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Әлкә ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға нигеҙ һалыусы Иҙристең ике ҡатын алған Ейәнбай исемле улына 1816 йылда 40 йәш (ҡатындарына 30 һәм 16 йәш) булған. Өлкәне Кинйәбайға 67 йәш (ҡатындарына 59, 36 йәш). Һәм был мәғлүмәт ауылдың йәшен билдәләргә ярҙам итә.
Ауылға нигеҙ һалыусының өсөнсө улы ла билдәле — мулла Ҡунаҡбай Иҙрисов, ул 1786 йылда улус ерҙәрен заводсы ханым И. И. Бекетоваға һатыуҙа әүҙем ҡатнашҡан.
1816 йылда 13 хужалыҡта 28 ир-ат һәм 35 ҡатын-ҡыҙ, 1834 йылда — 30 ир-ат һәм 47 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда — 42 ир-ат һәм 52 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1842 йылда 81 кешегә 17 сирек ужым һәм 84 сирек яҙғы ашлыҡ, 2 сирек картуф сәселгән.
19 хужалыҡта 71 ат, 80 эре мөгөҙлө мал, 16 һарыҡ, 26 кәзә тотҡандар. Ҡайһы бер хужалыҡтар умартасылыҡ менән (10 умарта) шөғөлләнгән.
Мәсет тә булған, әммә 1816 йылда ул иҫәп ҡағыҙҙарында күрһәтелмәгән.
1865 йылда 13 йортта — 75 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1895 йылда 22 хужалыҡта 146 башҡорт йәшәгән[6][7].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Иҙрис ауылында запас икмәк һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән.
1920 йылда 35 хужалыҡ һәм 157 кеше иҫәпкә алынған. XX быуаттың 1920-се йылдарында Иҙрис эргәһендә Краснополье тигән урыҫ ауылына нигеҙ һалына. 1970‑се йылдарҙа Краснополье Иҙрис ауылына ҡушыла[8].
Әлеге ваҡытта Иҙрис ауылында Әлкә ауылындағы урта мәктәп филиалы — башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙрис ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 157 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 194 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 228 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 184 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 188 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 151 | 79 | 72 | 52,3 | 47,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тәбиғәт ҡомартҡыһы
Тауҙар: Ҡарағай тауы
Йылғалар: Йүрүҙән,
Шишмәләр: Келүклә (Клюкля)
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көҙәй ырыуы
- «Янғантау» геопаркы
Ҡушаматтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 125—126 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҙрис (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Иҙрис (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 125—126 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 125—126 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Иҙрис (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Идрисово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |