Эстәлеккә күсергә

Йивли манараһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йивли манараһы
төр. Yivli Minare
Нигеҙләү датаһы 1230
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Анталиә
Архитектура стиле Anatolian Seljuk architecture[d]
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Бейеклеге/буйы 38 метр
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d] һәм (iv)[d]
Карта
 Йивли манараһы Викимилектә

Йивли манараһы (төр. Yivli Minare), Алаәтдин йәки Оло мәсет (төр. Ulu Camii) булараҡ та билдәле — Төркиәләге мәсет; Анталья ҡалаһының символы.

Мәсет 1230 йылда төҙөлә. 1373 йылда тулыһынса реконструкциялана. Манаралағы яҙыуҙа уны сәлжүк солтаны Алаәтдин Кейҡубат I (1219—1237 йылдарҙа идара иткән) төҙөтөүе тураһында хәбәр ителә. Антальяла мосолман архитектураһының иң боронғо өлгөләренең береһе. Манара ҡаланың бөтә еренән дә күренеп тора.

Конструкцияһы кирбестәр менән айырылған һигеҙ ярым цилиндрҙан тора. Кирбес мозаика менән биҙәлгән. Манара «Yivli», йәғни «һырлы» тигән исем алған.

Кирбес манара мәсеттең көнсығышында, уның көньяҡ-көнсығыш иөйөшөнән дүрт ярым метрҙа урынлашҡан. Манараның бейеклеге 38 метр, винт кеүек баҫҡыс 90 баҫманан тора. Манара таш квадрат фундаментта ултыра, фундаменттың бейеклеге 6,5 м, яҡтары 5,5 м. Фундаменттың өҫкө мөйөштәре ҡырҡылған, шунлыҡтан уның өҫкө өлөшөндә башняның киҫелеше һигеҙ мөйөшлөгә әйләнгән. Уға һигеҙ ҡырлы башня ултыртылған, һәр ҡыры уйым менән биҙәлгән. Уйымдарҙа фирүзә һәм кобальт быяланан эшләнгән мозаика ҡалдыҡтары бар. Һигеҙ ҡырлы өлөштән һуң диаметры саҡ ҡына бәләкәйерәк булған түңәрәк киҫелешле өлөш башлана. Унан һуң башняны иң оҙон төп өлөш дауам итә, киҫелеше ярым түңәрәк һигеҙ сәскә тажына оҡшаш. Был «һырлы» өлөш өҫкә табан тарайыңҡырай, уға тағы бер түңәрәк киҫелешле өлөш ҡуйылған. Был өлөштән һуң мукарна тип аталған кәрәҙле көмбәҙ (мосолман архитектураһы биҙәге, был мәсеттә — балкон өҫтөндәге архитектур билбау) ҡоролған. Мукарналарға шәрәфәләр (манараның балконы) беркетелгән. Балкондан юғары манараның ябай цилиндр формаһындағы өҫкө өлөшө күтәрелә. Манараны ҡурғаш менән ҡапланған конус ҡыйыҡ ослай. Балкондың таш балюстрадаһы, моғайын, һуңынан өҫтәлгән элементтыр.

Манараның иҙәненә фирүзә һәм зәңгәр төҫтәрҙәге буяу менән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре яҙылған. Манараға инә торған ишек — нигеҙенең төньяғында.