Камилла Лэкберг
Камилла Лэкберг | |
швед. Camilla Läckberg | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция |
Тыуған көнө | 30 август 1974[3][4][5] (50 йәш) |
Тыуған урыны | Фьельбака[d], Танум[d], Гётеборг-Бохус[d], Швеция[6] |
Хәләл ефете | Martin Melin[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, романист, телетапшырыуҙар алып барыусы |
Уҡыу йорто | Гётеборгский университет[d] |
Жанр | криминальный роман[d] һәм Балалар әҙәбиәте |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | camillalackberg.se |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 55 115 |
Камилла Лэкберг Викимилектә |
Камилла Лэкберг (швед. Camilla Läckberg, 30 август 1974 йыл) — швед яҙыусыһы. Уның «Боҙ принцесса», «Тәғлимәт таратыусы», «Көл тәме», «Тоҙ еҫе, ҡош тауыштары», «Тимер тәре», «Һыуһылыуҙың хаты», «Күренер-күренмәҫ маяҡ» һәм «Фәрештә тыуҙырыусы» романдары рус теленә тәржемә ителгән. Уның китаптары 30-ҙан артыҡ башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Уның әҫәрҙәре мотивы буйынса швед телесериалы төшөрөлгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буласаҡ беллетрист 1974 йылдың 30 авгусында Швецияның ҙур булмаған Фьельбака тигән порт ҡалаһында 1974 йылдың 30 авгусында тыуған. Бик иртә әҙәбиәт менән мауыға башлай. Бала сағынан уҡ, әкиәттәр ижад итеп һәм уларҙы һөйләп, үҙен яҙыусы булараҡ һынап ҡарай. Гётеборг университетында иҡтисад һәм маркетингты өйрәнә һәм Стокгольмда бер нисә йыл дауамында был тармаҡта эшләй. Детективтар яҙырға өйрәткән курс тамамлағандан һуң, 2002 йылда баҫылған тәүге романы «Боҙ принцесса» баҫылған. Өс йылдан «Тәғлимәт таратыусы» донъя күрә. Шунан йәш яҙыусы Эрика Фальк һәм полицейский Патрик Хедстрём тураһында триллерҙар серияһы тыуа. Детективтарҙан тыш, Камилла Лэкберг күренекле ашнаҡсы Христиан Хелльберг менән авторҙашлыҡта ике аш-һыу китабы һәм «Супер-Чарли» балалар китаптар серияһын баҫтыра.
Шәхси тормош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең өс балаһы: тәүге никахынан — Вилле һәм Мейа, полицейский һәм телевидение алып барыусыһы Мартин Мелин (2014 йылда айырылғандар) менән икенсе никахынан — Чарли менән Стокгольмда йәшәй. Лэкберг уҡыусыларына, үҙенән айырмалы рәүештә, геройҙарының айырылышмаясаҡтарын вәғәҙәләй[7]. Яҙыусылыҡтан тыш, Лэкберг ювелир бизнесы һәм тауыш яҙҙырыу компанияһы милексеһе булып тора. 2012 йылда ул Рәсәй «Йондоҙҙар менән бейеү» шоуына оҡшаған Let’s Dance шоуында ҡатнаша, һәм унда дүртенсе урын биләй.
Тәнҡит һәм баһаламалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камилла Лэкбергты «швед Агата Кристи»һы тип атайҙар[8]. 2014 йылға уның китаптары 55 илдең 35 теленә тәржемә ителгән һәм дөйөм тиражы12 миллион дана тәшкил иткән[9]. Лэкберг романдарында ғаилә тормошо һәм ғаилә серҙәрен: ваҡиғаны төрлө персонаждар күҙлегенән тикшереү (иң тәүҙә Эрика һәм уның ире Патрик ҡарашы) үткән тормош сәхнәләре менән берләшкән, һәм шул барлыҡҡа килгән трагедияның тамырҙарын күрһәтеү төп тема булып тора[10]. Яҙыусы үҙе таныуы буйынса, ул осраҡлы рәүештә, атаһының фажиғәле һәләк булған ҡатыны һәм балаһы булғанын ишетә һәм улар тураһында ғаиләлә бер кем дә иҫкә лә алмаған була. Шуға яҙыусы был проблема буйынса уйлана башлай[11]. Тәнҡитселәр авторҙың персонаж характерҙарын ентекле эшкәртеүен, көнкүреш деталдәренә иғтибарын билдәләй[12].
Библиографик белешмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]рус исеме | Баҫылыу йылы | Оригинал |
---|---|---|
Ледяная принцесса (роман) | 2003 | The Ice Princess (novel) Isprinsessan |
Проповедник (роман) | 2004 | Predikanten |
Вкус пепла (роман) | 2005 | Stenhuggaren |
Запах соли, крики птиц | 2006 | Olycksfågeln |
Железный крест | 2006 | Tyskungen |
Письмо от русалки | 2007 | Sjöjungfrun |
Призрачный маяк | 2009 | Fyrvaktaren |
Ангелотворец | 2011 | Änglamakerskan |
Укротитель | 2014 | Lejontämjaren |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #129963496 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Camilla Läckberg // https://www.bedetheque.com/auteur-35032-BD-.html (фр.)
- ↑ Camilla Läckberg // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ Camilla Läckberg // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ https://camillalackberg.se/om-camilla/
- ↑ Swedish crime writer Camilla Lackberg mixes grisly murders with ordinary lives — ABC News (Australian Broadcasting Corporation)
- ↑ Camilla Lackberg’s ‘The Stonecutter’ — The Washington Post
- ↑ Camilla Lackberg: unusual approach probes psychology of killing
- ↑ Lackberg unearths unprincipled evil
- ↑ Camilla Lackberg, Swedish crime sensation — The Washington Post
- ↑ Book review: ‘The Preacher’ by Camilla Lackberg — The Washington Post