Эстәлеккә күсергә

Кантеле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кантеле
изображение
Классификация

Ҡыллы музыка ҡоралдары, Хордофон

Туғандаш инструменттар

Цитра, Канклес, Коклес

Связанные статьи

Руны

Тауышы

Звук  Биш ҡыллы кантеле

Логотип Викисклада Кантеле Викиһаҡлағыста

Ка́нтеле (карел. һәм фин. kantele) — карел һәм фин сиртмә ҡыллы музыка ҡоралы, көснәгә (рус. гусли) оҡшаған. Боронғо кантеле биш ҡыллы булған, хәҙерге заманда кантеле ҡылдары металдан эшләнә һәм 35-кә етеүе мөмкин. Уйнау өсөн кантелене тубыҡҡа ҡуялар һәм ике ҡулдың бармаҡтары менән ҡылдарын сиртәләр. Кателелә яңғыҙ ҙа уйнайҙар, һәм шулай уҡ, халыҡ эпосы «Калевала»ға ҡушылып уйнайҙар.

Карел-фин ССР-ы музыканттары йәштәр һәм студенттарҙың II Бөтә донъя фестивалендә (Будапешт, 1949 йыл)

Кантеленың күп быуатлыҡ тарихы бар. Бик күптән үк кешеләр тормошонда кантеле музыкаль инструмент булыуҙан күпкә артығыраҡ булған урын алған. Кантеле — музыкаль инструмент ҡына түгел, ә төньяҡ халыҡтарының үҫешен, хеҙмәтен, мәҙәниәтен берләштереүсе символ булып тора.

Тәүге инструменттар ағастан соҡоп яһалған. Кантеле тартмаһын ерек, ҡайын ағастарынан, ҡылын ат ялынан эшләгәндәр. Музыкаль мәҙәниәт үҫеше менән бергә инструмет та камиллашҡан. Өҫкө декаһын шыршы таҡтаһына эшләй башлағандар. Ат ялы урынына металл сымдар ҡуя башлағандар. Диатоник төҙөлөшлө 5, 10, 12, 16 ҡыллы инструметтар барлыҡҡа килгән. Хәҙерге заманда Карелияла диатоник һәм хроматик кантеле киң таралған. Диатоник кантеле халыҡ музыкаһын башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Классик музыка өсөн хроматик тауыш рәтле инструмент кәрәк.

Беренсе хроматик кантеле эшләүсе, "Калевалы"ны ижад итеүсе, Элиас Лённрот була. Ул 1830—1840 йылдарҙа ике хроматик кантеле эшләй. Уның береһе Финляндия музейында һаҡлана. Финляндияла хроматик кантеле киң таралған. Хәҙерге заманда кантеле-прима, кантеле-альт һәм кантеле-бас тигән төрҙәре эшләнә.