Карасёв Алексей Иванович (шағир)
Карасёв Алексей Иванович (шағир) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 март 1910 |
Тыуған урыны | Корсаевка[d], Чембарский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 июль 1980 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Пенза, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Яңы Көнбайыш зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | шағир |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Карасёв Алексей Иванович (12 март 1910 йыл — 21 июль 1980 йыл) — мокша яҙыусыһы һәм шағиры; 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Иванович Карасёв 1910 йылдың 12 мартында Пенза губернаһы Чембарский өйәҙе Карасёвка ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда Саранскиҙа педагогия техникумын тамамлаған; уҡытыусы булып эшләгән, журналист булып хеҙмәт иткән.
Тәүге шиғырҙары 1930 йылда Саранск, Һамар, Мәскәү матбуғат баҫмаларында донъя күрә. Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткән ваҡытында «Тымыҡ океан комсомолецы» гәзитендә әҫәрҙәре баҫыла.
Шиғри әҫәрҙәре менән бер рәттән нәфис прозаһын да баҫтырған. Муҡшы телендәге тәүге хикәйәләр йыйынтығы — «Чуднай баҡсаһы» («Һоҡландырғыс баҡса», 1939). 1940 йылда айырым китап итеп шиғри әҫәрҙәрен — "Шиғырҙар һәм поэмалар"ын сығарған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла яҙыуҙан туҡтамаған. «Иван Казарин» (1946) хикәйәһе уңышлы. Автор хәл-торош көсөргәнешлеген аныҡ күрһәткән художестволы деталдәрҙе оҫта ҡулланған. Күп инә. Хикәйәләүгә күп ваҡиғалар ингән, ләкин улар таралған яҡтылыҡ тәьҫораттары ҡалдырмай, сөнки барыһын да герой үҙе кисергән һәм уның эске донъяһын, илһөйәр кеше холҡоноң төп һыҙаттарын тәрән итеп асып бирә. 1947 йылда «Минь улеме солдатт» («Беҙ һалдат булдыҡ») драматик повесы нәшер ителгән.
Һуғыштан һуңғы ижады заман темаһына бағышланған. «В краю дубрав» (1956) шиғырҙар йыйынтығын, «Березовское лето» (1961) повесын, «Стешина сирень» (1961) хикәйәләр йыйынтығын сығарған. «Муҡшы» журналында, «Әҙәби Мордовия» альманахында баҫылған.
1980 йылдың 21 июлендә Пенза ҡалаһында[2] вафат була. Новозападный зыяратында[3] ерләнгән.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сочинения: Чудный сад. — Саранск, 1939
- Стихи и поэмы. — Саранск, 1940
- В краю дубрав. — Саранск, 1956
- Золотая нива. — Пенза, 1958
- Песни золотой сосны. — Пенза, 1963
- Стешина сирень. — Пенза, 1961
- Снег на яблонях. — Саратов, 1971
- Родниковый воздух. — Саратов, 1978
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Горланов Г. Е. Карасёв Алексей Иванович // Пензенская энциклопедия. — М.: Науч. изд-во «Большая Российская энциклопедия», 2001. — С. 230.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ныне Белинского района Пензенской области
- ↑ Горланов Г. Е. Карасёв Алексей Иванович(недоступная ссылка), Пензенская энциклопедия
- ↑ Тюстин А. В. Новозападное кладбище 2014 йыл 12 ноябрь архивланған., Пензенская энциклопедия
- 12 мартта тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 21 июлдә вафат булғандар
- 1980 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- СССР шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Пенза өлкәһендә тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары