Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы
Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 ноябрь 1948 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 25 ноябрь 2012 (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | микробиолог, биотехнолог |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты Биология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге) |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (10 ноябрь 1948 йыл — 25 ноябрь 2012 йыл) — микробиолог, биотехнолог. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәйлә Әхнәф ҡыҙы Кирәева 1948 йылдың 10 ноябрендә Өфө ҡалаһында күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм фольклорсы-ғалимы Кирәй Мәргәндең һәм Өфөлә билдәле булған балалар табибы Мәғәфирә Кирәева ғаиләһендә донъяға килгән[1]. Ҡартатаһы — билдәле башҡорт сәсәне Нурмөхәмәт Йомрани. 1966 йылда Нәйлә Кирәева алтын миҙалға урта мәктәпте тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. 1971 йылда БДУ-ны тамамлағандан һуң Биология институтында эшләй[2]. 1977 йылда Н. Ә. Кирәева Ҡаҙан университетының микробиология кафедраһы аспирантураһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1]. 1977 йылдан алып БДУ ла уҡыта башлай. Ошо ваҡыттан уның тормошо Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнә һәм ғүмеренең аҙағынаса ул биохимия һәм биотехнология кафедраһында эшләй, бында ул ассистенттан профессорға тиклем хеҙмәт юлын үтә һәм университеттың алдынғы уҡытыусыларының береһе була. 1996 йылда Санкт-Петербург технология университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, диссертация темаһы: «Микробиологические процессы в нефтезагрязненных почвах»[1].
2012 йылдың 25 ноябрендә өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге нефть продукттарының, пестицидтарҙың һәм башҡа бысратыусыларҙың тирә яҡ мөхиттә микробиологик тарҡалыуын өйрәнеүгә арналған. Нефть менән бысранған тупраҡ һәм һыу ятҡылыҡтарын тергеҙеүҙең биотехнологик ысулдарын эшләй. Тирә яҡ мөхиттең нефть менән бысранған объекттарына мониторинг яһар өсөн биодиагностик күрһәткестәр һәм биотест-системалар һайлап ала[2].
500-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәр:
Микробиологические процессы в нефтезагрязнённых почвах. Уфа, 1994; Биологическая активность нефтезагрязнённых почв. Уфа, 2001 (авторҙаш); Микробиологическая рекультивация нефтезагрязнённых почв. М., 2001 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006);
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 [1]
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.