Кодлаштырыу
Уҡыу көйләүҙәре
Кодлаштырыу (дөйөм мәғәнә) — ниндәй ҙә булһа тексты тәртипкә килтереү, өлөштәренә номер һуғыу, бүлектәргә, ярҙамсы бүлектәргә, параграфтарға бүлеү, шулай итеп, был текст менән эшләгәндә өҙөмтәләр һәм һылтанмалар ҡуйыуҙы еңелләштереү маҡсатына ла өлгәшелә. Боронғо һәм хәҙерге текстар өсөн әһәмиәтле.
Юриспруденцияла кодлаштырыу (кодификациялау) — хоҡуҡиәттә системалаштырыу ысулы, хоҡуҡ нормаларын эшкәртеү, үҙгәртеү, яңыртыуҙан, кодлаштырылған яңы акттар ҡабул итеүҙән ғибәрәт. Кодлаштырылған акттарға закон йыйынтыҡтары, кодекстар, ҡануниәт нигеҙҙәре, уставтар, регламенттар, положениелар һәм башҡалар инә.