Костенюк Александра Константиновна
Костенюк Александра Константиновна (23 апрель 1984 йыл) — Рәсәй шахматсыһы, гроссмейстер (2004), ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса ун икенсе донъя чемпионы (2008 йылдың сентябренән 2010 йылдың декабрә тиклем). Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2005, 2016). Европа чемпионы (2004). Швейцария чемпионы (2011). Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының өс тапҡыр еңеүсеһе (2010, 2012, 2014), Рәсәй йыйылма командаһы составында Европа команда чемпионатының биш тапҡыр еңеүсеһе (2007, 2009, 2011, 2015, 2017[19]). Донъя команда чемпионаты еңеүсеһе (2017) һәм Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионаты призеры (2011, 2013, 2015, 2019)[20]. Тиҙ шахмат буйынса донъяның вице-чемпионы (2012, 2014, 2016). Фишер шахматы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы (2006, 2008). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тиҙ шахмат буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы (2015, 2019)[21]. · Ҡатын-ҡыҙҙар араһында блиц буйынса өс тапҡыр Европа чемпионы (2001, 2017, 2019)[22][23].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александра Константиновна Костенюк 1984 йылдың 23 апрелендә Пермь ҡалаһында тыуа, 1985 йылда ғаилә Мәскәүгә күсенә һәм ете йәшендә баш ҡала чемпионы була. 2003 йылда Рәсәй дәүләт физкультура һәм спорт университетын тамамлай.
2011 йылда Мәскәү дәүләт физик культура академияһының магистратураһына "Интеллектуаль уйындарҙың концепциялары һәм технологиялары"төп белем биреү программаһы буйынса беренсе курсҡа уҡырға инә.
«14 йәштә нисек гроссмейстер булырға» тигән китабын атаһы менән ике йылда яҙа. Китап рус, инглиз һәм испан телдәрендә сыға.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры[24] Константин Костенюк, ҡыҙының тренеры. Оксана һеңлеһе бар, ул да шахматсы.
Рәсәй гроссмейстеры Павел Трегубовта кейәүҙә.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы уны биш йәштән шахмат уйнарға өйрәтә.
2001 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса донъяның вице чемпионы. 2004 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Европа чемпионы (Дрезден, Германия). 2005 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Рәсәй чемпионы. 2006 йылдың авгусында осраҡлы шахмат уйынында Элизабет Петцты 5½-2½ иҫәбенә еңеп беренсе донъя чемпионы була. 2008 йылда Екатерина Лагноны 2½-1½ иҫәбенә еңеп, титулын һаҡлап ҡала. Александраның карьераһында иң юғары ҡаҙаныш булып 2008 йылдың 18 сентябрендә Нальчиктағы турнирҙа Ҡытай шахматсыһы Ифань Хоуҙы 2½-1½ иҫәбе менән еңеп, ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса донъя чемпионы исемен яулау тора.
2004 йылдың ноябрендә Костенюк ир-егеттәр араһында халыҡ-ара гроссмейстер исемен яулаған 10-сы ҡатын-ҡыҙ була.
Рәсәй гражданлығынан тыш, тағы ла Швейцария гражданлығына эйә[25], Швейцарияның шахмат беренселегендә сығыш яһау мөмкинлегенә эйә. 2011 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында Швейцария чемпионаты еңеүсеһе, 2012 йылда ир-егеттәр беренселегендә өсөнсө урын яулай[26], ә 2013 йылда Швейцария тарихында тәүге тапҡыр 9 мөмкинлектән 6,5 мәрәй йыйып һәм тай-брейкта швейцариялы Ральф Буссты 2:0 иҫәбенә еңеп абсолют чемпион була[27].
2016 йылда Костенюк, илдең 66-сы чемпионаты суперфиналда еңеп, тағы ла Рәсәй чемпионы була.
Модель һәм «шахмат илсеһе» булараҡ, шахматты алға һөрә. Станислав Говорухиндың «Благословите женщину» фильмындағы ролдәрҙең береһен башҡара. «Как стать гроссмейстером в 14 лет», «Играйте в шахматы вместе с Александрой Костенюк» һәм «Дневники шахматной королевы», «Играй, как я!» китаптары, шулай уҡ «Шахматные прописи для самых умных ребят» уҡытыу-методика комплексы авторы. Марафондарҙа даими ҡатнаша һәм кросс йүгерә[28]. Александра Костенюк 2007 йылдан алып йыл һайын «Александра Костенюк Кубогы» халыҡ-ара балалар шахмат турниры үткәрә, унда Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән йөҙәрләгән бала өс йәш төркөмөндә ҡатнаша: 6 йәшкә тиклем, 8 йәшкә тиклем, 10 йәшкә тиклем. Һуңғы 12-се турнир 2019 йылдың 26 — 27 ноябрендә Сколковола үтә[29].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (25 октябрь 2014 йыл)[30].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Как стать гроссмейстером в 14 лет. Москва, 2001. 202, [2] с., [16] л. ил. ISBN 5-89069-053-1.
- Как научить шахматам: дошкольный шахматный учебник / Александра Костенюк, Наталия Костенюк. Москва: Russian Chess House, 2008. 142 с. ISBN 978-5-94693-085-7.
- Дневники шахматной королевы. Москва, 2009. ISBN 978-5-91148-012-7.
- Играй, как я! Как стать гроссмейстером в 14 лет. Ростов-на-Дону: Феникс-T, 2019. 222 с. ISBN 978-5-907002-47-0.
- Шахматные прописи для самых умных ребят, Москва, 2015 ISBN 978-5-990282-54-4
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.nytimes.com/2010/12/25/world/asia/25chess.html
- ↑ http://www.nytimes.com/2008/12/07/crosswords/chess/07chess.html
- ↑ http://www.nytimes.com/2011/12/18/crosswords/chess/making-the-case-for-chess-as-an-olympic-sport.html
- ↑ http://www.nytimes.com/2008/11/30/crosswords/chess/30chess.html
- ↑ http://www.nytimes.com/2005/11/27/fashion/sundaystyles/27CHESS.html
- ↑ 6,0 6,1 Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Переходы в другую шахматную федерацию в 2023 году — 2023.
- ↑ http://www.britannica.com/EBchecked/topic/1508338/Alexandra-Konstantinovna-Kosteniuk
- ↑ http://www.brainyquote.com/quotes/authors/a/alexandra_kosteniuk.html
- ↑ http://www.imdb.com/name/nm1445717/
- ↑ http://chess-db.com/public/pinfo.jsp?id=4128125
- ↑ http://www.csmonitor.com/World/Making-a-difference/2009/0223/a-chess-champion-crusades-to-make-the-game-cool
- ↑ http://sports.rightpundits.com/?p=1058
- ↑ FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
- ↑ Чемпионка мира Костенюк вступила в партию "Единая Россия" — 2009.
- ↑ https://www.esportsearnings.com/players/female-players
- ↑ Халыҡ-ара шахмат федерацияһы Стандартные рейтинги ФИДЕ на 30 июня 2024 года — 2024.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 17,6 17,7 Kosteniuk, Alexandra // OlimpBase (ингл.)
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Результаты командного чемпионата Европы среди женщин 2017г.
- ↑ Александра Костенюк .
- ↑ Результаты индивидуального чемпионата Европы по быстрым шахматам среди женщин 2019г.
- ↑ Результаты индивидуального чемпионата Европы по блицу среди женщин 2017г.
- ↑ Результаты индивидуального чемпионата Европы по блицу среди женщин 2019г.
- ↑ Приказ о присвоении почётного спортивного звания «Заслуженный тренер России» № 9-нг от 9 февраля 2010 г. Дата обращения: 6 март 2010. Архивировано 18 февраль 2010 года. 2010 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ Александра Костенюк: «Нельзя забывать, что Илюмжинов сделал очень много для шахмат» // Chess-News. — 17.07.2013. 2020 йыл 3 август архивланған.
- ↑ Костенюк стала бронзовым призёром чемпионата Швейцарии по шахматам среди мужчин // NESWru.com. — 21.07.2012.
- ↑ Александра Костенюк выиграла мужской чемпионат Швейцарии // Российская шахматная федерация. — 19.07.2013.
- ↑ Результаты Александры Костенюк в беговых дисциплинах (ингл.). athlinks.com. Дата обращения: 11 май 2020.
- ↑ Кубок Александры Костенюк (ингл.). Кубок Александры Костенюк. Дата обращения: 3 май 2020.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25 октября 2014 года № 680 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Личная карточка Александры Костенюк на сайте ФИДЕ
- Личная карточка Александры Костенюк 2021 йыл 1 октябрь архивланған. на сайте РШФ
- Партии Александры Костенюк в базе Chessgames.com[en] (англ.)
- Личная карточка Александры Костенюк на сайте 365chess.com (англ.)
- Профиль Александры Костенюк на сайте Chess.com (статистика игр)
- Выступления Александры Костенюк на шахматных олимпиадах среди женщин
- Выступления Александры Костенюк на командных чемпионатах мира среди женщин
- Выступления Александры Костенюк на командных чемпионатах Европы среди женщин
- Официальный сайт Александры Костенюк
- «Ход королевы». «Российская газета» № 202 (4759) 25.09.08
- Александра Костенюк: «В шахматы играют красивые люди!» (Интервью. Спорт-Экспресс. 2008. 19 сент.)
- Интервью на сайте ChessPro
- Биографический очерк в журнале «Интеллектуальные игры»
- Женщинам нужен свой «Оскар». Интервью на ChessPro.ru
- Александра Костенюк: «Главная задача — вырастить человека думающего». Эксклюзивное интервью «Нашей газете» (Швейцария)