Кәләғай
Кәләғай[1][2] (әзерб. Kəlağayı) — Әзербайжан ҡатын-ҡыҙының баш кейеме[3] Ул сиратылмаған ептән һуғылған, балауыҙ менән эшкәртелегән ебәктән етештерелә[1]. Көнбайыш төбәктәрҙә ҡайһы бер ерҙә чаргат тип тә атайҙар.
2014 йылда ЮНЕСКО-ның 9-сы сессияһында милли сәнғәт һәм символика булараҡ кәләғай тегеү, уны ябыныу ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжанда ҙур булмаған предприятиелар кәләғай етештергән.
Георга Форстер хәбәр иткәнсә (1784 йыл), Ширвандан Әстрханға 400 тонна ебәк ебәрелгән. Әҙәбиәттән һәм этнографик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, унда кәләғай һиҙелерлек урын тотҡан. Гәнжә, Шуша, Шәки, Баскал ебәкте күпләп етештергән.
Баскал кәләғайҙары XVIII быуаттан айырым бер урын тота башлаған. Урыҫ сәйәхәтсеһе Пётр Пашино 1862 йылда «Кавказский вестник» гәзитендә, төпкөл Баскалда етештерелгән ебәк менән кәләғайҙар туҡыусы машиналарҙа етештерелгәндәрҙән һис ҡалышмай, тип яҙған.
XIX быуатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1862 йылда Басгалда йәшәгән Насир Абдуләзиз улы Лондонда халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашҡан һәм үҙе менән алып килгән нәзәкәтле кәләғайҙар һәм ҡупшы тафта өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнеп, махсус дипломға лайыҡ булған. Лондондан ҡайтҡас, ебәк оҫтаһы аптырап, кәләғайҙы шунда уҡ алып бөттөләр, белгән булһам, күберәк алып барыр инем, тип белдергән.
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында төрлө сәйәси һәм иҡтисади сәбәптәр арҡаһында кәләғай етештереү башлыса Баскалда һәм Гәнжәлә генә ҡалған.
XX быуатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъя һуғышы алдынан Баскалда 900 кәсепсе оҫтаханаһы, 1500 станок булған, йылына 1 млн 800 мең кәләғай етештерелгән. Баскалдың ебәк буяусылары өлгөрә алмағанлыҡтан, буятырға Шамахиға, Гәнжәгә һәм Баҡыға ебәрә торған булғандар.
XXI быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылдан Баскалда «Кәләғай» Ебәк Үҙәге эшләп килә. Шулай уҡ Баскалда уникаль интерактив «Кәләғай» музейы булдырылған.
2010 йылдағы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, кәләғай һуғыусы династиялар күп әле. Шәкиҙәге Шовкатзия Шамилов тоҡомдары был сәнғәттең танылған оҫталары булараҡ билдәле[1].
Етештереү ысулы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаймалы аҡ кәләғайҙарҙы етештергәндә уның 10—12 см киңлегендәге ҡаймаһын ғына бороп бәйләп, буяуға тығалар. Биҙәктәр төҫтәре менән дә, биҙәктәре менән дә төрлө килеп сыға, һәр яулыҡ үҙенә башҡа була[2].
Ике йәки өс төҫлө итеп эшләр өсөн шул уҡ ысул менән кәрәкле ерен генә буяуға маналар[2].
Һәжи Һәмид Талыб улы, Кербелай Абдулхалиғ Әшрәф улы, туҡыусы Алиаббас Жәбраил улы ХХ быуат оҫталары араһында телгә алына.
Ябыныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө төҫтәге кәләғайҙар (башлыса аҡ, ҡыҙыл, күк)[5] ҡатын-ҡыҙҙың йәшенә, зауығына ҡарап ябыныла[6], уны яулыҡ өҫтөнән байрамдарҙа бөркәнәләр. Борон йәш ҡатын-ҡыҙ төрлө төҫтәгеһен ябынған, ә оло йәштәгеләр ҡараһын бөркәнгән[7].
Яулыҡ менән кәләғайҙан салма эшләп тә кейгәндәр, йышыраҡ ҡыҙыл салма осрай[7][8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Э. Г. Торчинская. Одежда народов Азербайджана и азербайджанцев Дагестана. — Государственный музей этнографии народов СССР, 1990. — С. 36. — 108 с.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Г. А. Гулиев. Об азербайджанской набойке // Советская этнография : журнал. — Издательство Академии наук СССР, 1964. — № 2. — С. 138.
- ↑ CLOTHING xxi. Turkic and Kurdish clothing of Azerbaijan — Encyclopædia Iranica. P. A. Andrews And M. AndrewsОригинал текст (инг.)
True coats reaching to the knee also take several forms. These are little used nowadays. The küläjä, made of twill or velvet, is tailored at the waist, where the flaring skirt is gathered; the straight sleeves are complete but open at the armpits. There are no buttons, but both sides of the straight front opening, the cuffs, and hem are trimmed with gold lace and a deep border of floral embroidery. The katibi corresponds to the čäpkän in having open sleeves with äḷčäk, but closes above the flared skirt with a button at the waist, and may be trimmed with fur at the collar. Sometimes the čuḵa, a coat with elbow-length sleeves, was worn; the baḵari was similar, but usually shorter, with no buttons, quilted inside, and often trimmed lavishly with gold lace and gilt embroidery. A läbbadä was even shorter, reaching barely below the waist, with the rounded hip projections and side vents, short sleeves, and an open front tied at the waist; it was also quilted inside and richly trimmed. The ešmäk is very similar, but lined with fur, whereas the kürdü, also fur-lined, is simply an open, sleeveless waistcoat. Woolen socks (jorab; Pers. jūrāb) are knitted with a characteristically sharp fold all round the foot, either ankle or calf length, and in a wide variety of colorful motifs. The typical footwear, before the advent of mass-produced shoes, was an open-heeled slipper (bašmaq) with a sole in the shape of a figure 8, the front heavily embroidered or covered with beadwork ending in an upturned curl. Boots (uzun boḡaz čäkmä) had low heels and uppers of tooled leather or embroidered broadcloth. It is the headscarf (kalaḡay, Pers. kalāḡī), made from specially woven silks, that is the most persistent of traditional garments, sometimes worn over a low (6 cm) flat-topped skullcap (araqčın), almost covered with gold embroidery, or alternatively a small bonnet (täsäk). Formerly a tube-like hood (čutqu) could be worn to cover both the head and plaits.
- ↑ Traditional art and symbolism of Kelaghayi, making and wearing women’s silk headscarves // Официальный сайт ЮНЕСКО
- ↑ К. Т Каракашлы. Материальная культура азербайджанцев Северо-восточной и Центральной зон Малого Кавказа (историко-этнографическое исследование). — Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1964. — С. 165. — 282 с.
- ↑ Селения Хайдарлы и Халлавар (Кироваканский район Армянской ССР)
- ↑ 7,0 7,1 Каракашлы К. Т. Женская одежда населения Малого Кавказа XIX — начала XX вв. // Азербайджанский этнографический сборник. Исследования и материалы. I выпуск. — Б.: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1964. — С. 67.
- ↑ Селения Хайдарлы и Халлавар (Кироваканский район Армянской ССР)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- АзерТАдж. Кялагаи – яркое наследие азербайджанского народа // day.az. — 12 октября 2012.
- Aynur Jafarova. Kelagayi: a unique silk headscarf of beautiful Azerbaijani women (инг.) // AzerNews. — 12 декабря 2013.
- В Баку будут представлены образцы келагаи XIX века